RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Беҙгә гастарбайтерҙар кәрәкме?

27.11.2010 Беҙгә гастарбайтерҙар кәрәкме?

Мәскәү ҡалаһында эшләгән гастарбайтер­ҙарҙың эш хаҡын бе­леп, бөтә ил «аһ» итте. Баҡти­һәң, ситтән килеп эшләүселәр араһында бай­­лыҡ туплағандар етерлек икән! Атап әйткәндә, сәғәт төҙәтеүсе гастарбайтер илебеҙ баш ҡалаһында рәсми рәүештә айына 120 мең һум эш хаҡы ала. Сит ил вәкилдәре араһында программистар ҙа бар – уларҙың эш хаҡы 130 мең һум тирәһе. Ә сит ил банкыларының беҙҙәге филиалдарында эш­ләүсе гастарбайтерҙарҙың эш хаҡы миллион һум тирәһендә өйрөлә. Ә инде Мәскәүҙең бер фирмаһында сит илдән килгән белгескә айына 22 млн һум аҡса түләүҙәре бөтөнләй телһеҙ ҡалдыра яҙҙы.
Әлбиттә, йәшәү минимумы кимәлендә эш хаҡы алып эшләгән сит ил кешеләре лә бар. Былары инде токарҙар, йөк тейәүселәр, бетонсылар, парикмахерҙар һәм урам һепереүселәр.
2010 йылда Рәсәйҙә эшләү өсөн 1944356 сит ил кешеһен йәлеп итеүгә мохтажлыҡ бар, тип билдәләнгәйне. Ә инде 2011 йылға 1745584 квота бүленәсәк, тип раҫланды.
Илебеҙгә йыл һайын меңәрләп гастарбайтер саҡырыуға мохтажлыҡ ысынлап та бармы? Ошо һорау менән халыҡҡа мөрәжәғәт иттек.

Илгизәр СИРАЕВ, Нуриман районы:
– Мин йөҙәр мең йәки миллион һумлап эш хаҡы алып эшләгән гастарбайтер-белгестәр тураһында бер ни ҙә әйтә алмайым. Моғайын, ул тиклем аҡса түләп ситтән саҡырып алғас, улар кәрәкле белгестәрҙер инде. Тик бына ябай менеджер йәки программист булып эшләрлек егет-ҡыҙҙар үҙебеҙҙә лә етерлектер.
4 – 5 мең һум эш хаҡына эшләп йөрөгән үзбәктәр йәнгә тейә. Сөнки улар беҙҙең, Рәсәйҙә йәшәүсе халыҡтың, эш хаҡын төшөрә. Урта Азия илдәрендә 4 – 5 мең һум аҡсаға йәшәп була, ә беҙҙә – юҡ. Улар теләһә ниндәй шарттарҙа йәшәп, аҡса йыйып ҡайта ла китә һәм ҡалған ваҡытын рәхәтләнеп үҙ илендә йәшәй бирә. Ә беҙҙә халыҡ, кешене бушҡа тиерлек эшләтергә өйрәнеп, шаша башлай. Башҡортостанда йәшәгән кеше өсөн 4 – 5 мең һум аҡсамы ни инде? Был аҡсаға йәшәргә мөмкин түгел бит.
Шуға ла төрлө ауыр эштә йөрөгән, әммә эшенә күрә аҡсаһын һорай белмәгән гастарбайтерҙарҙан ҡотолоу яҡлымын. Улар булмаһа, үҙебеҙҙең егеттәр ауылдарҙа тик ятмаҫ, эшкә урынлашыр ине. Антисанитария шарттарында, бәләкәс кенә барак бүлмәһендә унарлап йәшәгән гастарбайтерҙар менән бер сафҡа тороп, ҡара тир түгеп эшләгән өсөн түләнгән ике тин аҡсаға йөрөргә тейешме ни беҙ үҙ илебеҙҙә?! Бер кемде лә кәмһетергә теләмәйем. Эштең ояты юҡ. Сит ил кешеләренә ҡарата ытырғаныу ҙа юҡ. Әммә шуны аңлаһындар ине: уларҙың илендәге хаҡтар менән беҙҙеке бер кимәлдә түгел. Шуға ла урындағы халыҡ ауыр хәлдә ҡала.

Салауат ХИЛАЛОВ, Рәсәй Федераль миграция хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәре:
– Әлбиттә, илгә, төбәктәргә эшләү өсөн сит ил граждандарын саҡырған ваҡытта бик күп фактор күҙ уңында тотола. Нисә кешегә мохтажлыҡ булһа – шунса саҡырыла.
Башҡортостанда ағымдағы йылдың ун айы эсендә 64523 кеше миграцион иҫәпкә ҡуйылған, ә инде 60552 кеше иҫәптән алын­ған. Рәсәй Федерацияһы сиктәренән ҡыуылып сығарылған сит ил граждандары йәки гражданлығы булмаған кешеләр ҙә бар. Ошо арауыҡта 807 кеше депортацияланған. Миграцияға ҡағылышлы закондар боҙолған осраҡтар ҙа була.
2011 йылда Башҡортостанда эшләү өсөн нисә сит ил кешеһен саҡырасаҡтары әлегә аныҡ билдәләнмәгән, Рәсәй буйынса ғына теүәл һандар бар. Беҙҙең республикала эшләгән гастарбайтерҙарҙың күпселек өлөшө төҙөлөш өлкәһендә урын тапҡан. Вьетнам вәкилдәре күп булған ваҡытта сауҙала ла сит ил кешеләре өҫтөнлөк итә ине. Хәҙер баҙарҙа һатыусы сит ил вәкилдәре ҡырҡа кәмене. Башҡортостанға күберәк үзбәктәр килә.
Республикала гастарбайтерҙар, төҙөлөштән тыш, ауыл хужалығында, шәхси хужалыҡтарҙа күпләп эшләй. Билдәле булыуынса, уларҙың, патент алып, физик шәхестәргә ялланып эшләргә хоҡуғы бар. Был да өҫтәмә уңайлыҡтар тыуҙыра.

Закулла БАЛАКИШИЕВ, Әзер­байжан Республикаһынан килеп, һигеҙ йыл дауамында Өфөнөң Затондағы баҙарында күмәртәләп йәшелсә-емеш һатыусы:
– Һәр эштең рәте бар. Урындағы халыҡ бер эште оҫта башҡарһа, йәшелсә-емеште һатыу, һаҡлау буйынса беҙгә еткерә алмай. Сөнки был эште яйға һалғанбыҙ, нисәмә йыл ошо тармаҡта эшләйбеҙ. ҡартайғансы Өфөлә йәшәргә, эшләргә йыйынам, шуға ла: «Әлбиттә, кәрәк гастарбайтер­ҙар!» – тип яуап бирер инем.

Гүзәл ИМАНҒОЛОВА, Өфө ҡалаһы, эшҡыуар:
– Сит илдән килгән кешеләрҙең Мәскәү ҡалаһында шул тиклем ҙур эш хаҡы алып эшләүен белеп, хайран ҡалдым. Өфөләге хәлдәрҙе лә белге килә. Илгә эшләү өсөн сит илдән хеҙмәткәрҙәр саҡырыу­ға бер генә ҡаршылығым да юҡ. Тик уларҙы ныҡлап тикшереп, ысынлап та улар талап ителгән вакансияларға ғына алһындар ине. Беҙҙә йәшәүсе сит ил граждандары тарафынан йыш ҡына енәйәттәр ҙә ҡылына. Ә был инде туранан-тура аҡсаһыҙлыҡҡа, йә булмаһа, менталитеттарҙың төрлө булыуына килеп төртөлә. Эш менән мәшғүл булғандар енәйәт юлына һирәк баҫа. Шуға ла әйтергә теләгәнем: беҙгә ысынлап та эшләргә йыйынғандар ғына килһен, әтрәгәләмдәргә Башҡортостанда урын юҡ. Һәйбәт белгестәр, уңғандар килә икән, бик шәп!










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”