RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ятып ҡалғансы, атып ҡалайыҡ!

27.11.2010 Ятып ҡалғансы, атып ҡалайыҡ!

Әлеге көндә «Башҡортостан Республикаһы агросәнәғәт комплексының 2020 йылға тиклем үҫеш стратегияһы» әҙерләнә. Иң мөһиме – әле проект рәүешендә булған документҡа республиканың һәр бер кешеһе үҙгәреш индерә, тәҡдимдәрен еткерә ала. Стратегияның проекты Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының сайтында бар. Проект тураһында ҡыҙыу һөйләшеүҙәр БР ауыл хужалығы министры Азат Йыһаншиндың шәхси блогында ла бара. Һөйләшеүҙәр асыҡ һәм эшлекле йүнәлештә ойошторолған, шуға ла унда ҡатнашыу агросәнәғәт комплексы менән ҡыҙыҡһынған һәр кем өсөн файҙалы буласаҡ. «Ятып ҡалғансы, атып ҡал!» – ти халыҡ мәҡәле. Республикабыҙҙың төп иҡтисади тармағын юлға һалырлыҡ эштәр башҡарыу өсөн пландар ҡорғанда үҙ һүҙеңде әйтеп ҡалыу мотлаҡ.
Ауыл хужалығы – Башҡортостандың иң ҙур тармағы. Ни тиһәң дә, республика халҡының яҡынса 40 проценты ауыл ерендә йәшәй һәм халыҡтың күпселек өлөшө агросәнәғәт менән шөғөлләнә. Шуға ла тармаҡ тирәһендә һүҙ йөрөткәндә, бөтәһенең дә фекерен күҙ уңында тоторға тура килә.
Проект менән танышҡан кешеләрҙең күпселеге буласаҡ үҫеш стратегияһында агросәнәғәтте страховкалау тураһында аныҡ ҡына фекер әйтелмәүен билдәләй. Был борсо­лоуҙарҙың нигеҙен эҙләп, алыҫҡа китергә кәрәкмәй – быйылғы ҡоролоҡ ауыл хужалығында уңыштың тәбиғәт шарттарына бәйле булыуын асыҡ күрһәтте. Тимәк, агросәнәғәт комплексында страховкалау йүнәлешен ныҡлы алып барырға, уны күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа кәрәк.
«Башҡортостан Республикаһы агросәнәғәт комплексының 2020 йылға тиклем үҫеш стратегияһы»ның проектында малсылыҡ, ҡошсолоҡ, балыҡсылыҡ, тоҡомсолоҡ, эшкәртеү сәнәғәте, яңы технологиялар, умартасылыҡ тураһында һүҙ бара. Шулай уҡ үҫемлекселек, ерҙең уңдырышлылығын һаҡлап ҡалыу, ауыл хужалығын кадрҙар менән тәьмин итеү кеүек мөһим мәсьәләләр ҙә күҙ уңынан ысҡындырылмаған. Проектты камиллаштырып, юғары кимәлдә тормошҡа ашырыу – ауыл хужалығында эшләгән һәр кемдең мәнфәғәтендә. «Башҡортостан Республикаһы агросәнәғәт комплексының 2020 йылға тиклем үҫеш стратегияһы» буйынса фекерҙәре менән уртаҡлашыуҙарып һорап, агросәнәғәттең төрлө тармаҡтарында эшләгән бер нисә кешегә мөрәжәғәт иттек. Уларҙың тәҡдимдәренә ҡолаҡ һалайыҡ.

Айрат МӨХӘММӘТОВ, фермер хужалығы етәксеһе:
– Ауыл хужалығы буйынса университет тамамланым, йәш саҡта республиканың тоҡомсолоҡ менән шөғөлләнеүсе ал­дынғы совхозында биш йыл буйы ябай зоотехник булып эшләнем. Шуға ла тоҡомсолоҡ тураһында айырып әйткем килә. Океан аръяғынан затлы тоҡомло һыйырҙарҙы ҡайтарыуҙы өнәп бөтмәйем. Нимәгә кәрәк улар? Бөгөн беҙҙең һы­йыр­ҙар көнөнә 30 литр һөт бирмәй икән, был уларҙы быҙау сағынан уҡ йүнләп ҡарамағанлыҡтан ғына килеп сыҡҡан бәлә. Океан аръяғынан килтерелгән һыйырҙар бөгөн һөттө күп бирә, әммә уларҙың әллә нисә быуын вәкилдәрен наҙлап, һәйбәт аҙыҡ ашатып үҫтергәндәр. Затлы һыйыр­ҙарҙан тыуған быҙауҙарҙы беҙҙең шарттарҙа аҫраһаҡ, улар башҡа быҙауҡайҙар­ҙан һис тә айырылмаясаҡ. Алтын хаҡына ситтән һыйырҙар ҡайтарыуҙың матди яҡтан да, тоҡомдо яҡшыртыу буйынса ла файҙаһын күрмәйем. Стратегияла тоҡомсолоҡҡа ҙур урын бирелеп, ситтән килтерелгән малдарға ҡыҙышыуҙан туҡтаһындар ине.
Үҙебеҙҙә йүнле мал аҙығын әҙерләргә өйрәнмәй тороп, ситтән затлы һыйырҙар ҡайтарыу мәғәнәһеҙ. Хужалыҡтарҙа һәр ваҡыт агрономдар үҙ һүҙен һүҙ итеп өйрәнгән – көҙгө уңышҡа ғына түгел, бесәнгә лә иғтибарҙы арттырырға кәрәк. Дөрөҫөрәге, бесәндең туҡлыҡлығына.

Рөстәм ВӘЛИЕВ, «Рыбопитомник» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры урынбаҫары:
– «Башҡортостан Республикаһы агросәнәғәт комплексының 2020 йылға тиклем үҫеш стратегияһы»ның проекты менән танышып сыҡтым. Әлбиттә, унда балыҡсылыҡҡа ла урын биреп, дөрөҫ эшләгәндәр.
Ниәтләнгән эштәр тураһында ошоно әйтер инем: беренсенән, нимәнең ҡасан һәм нисек эшләнәсәге аныҡ ҡына билдәләнмәй. Ниәтләнгән эштәрҙе этаптарға бүлеп планлаштырыу дөрөҫөрәк булыр ине. Икенсенән, республикалағы һыу ятҡылыҡтарының потенциалы бик түбән баһаланған. Балыҡсылыҡты үҫтереү өмөтлө. Был – перспектив йүнәлеш һәм уны юғары кимәлдә баһаларға кәрәк. Әлегә балыҡсылыҡ тармағының үҫеше етерлек кимәлдә баһаланмаған тип әйтергә мөмкин. Өсөнсөнән, балыҡсылыҡты үҫтереү социаль мәсьәләләрҙе сисеүгә булышлыҡ итә, һүҙем яңы эш урындарын булдырыу тураһында. Ошо ла күҙ уңынан ысҡынмаһын ине.
Тағы ла шуныһы – балыҡ һатыу баҙарының үҫеше тураһында бер ни ҙә тапманым.
Маһинур ШӨҒӘЙЕПОВА, хужабикә:
– Яңыраҡ ҡына «Йәшлек» гәзитендә «республикала һатыуға сығарылған ауыл хужалығы продукцияһының күпселеге шәхси хужалыҡтарҙа етештерелә» тигәнде уҡып, хайран ҡалдым. Шулай булғас, беҙгә – бәләкәй генә булһа ла шәхси хужалығына малын да аҫрап, баҡсаһын да үҫтереп йәшәгән кешеләргә кредит, субсидиялар биреүгә иғтибарҙы арттырһындар ине. Кеҫә телефонын алыу өсөн кредитты рәхәтләнеп бирәләр, ә банкыға барып, бәләкәй генә трактор алыу өсөн кредит һорап ҡара! Бөтмәҫ-төкәнмәҫ ҡағыҙ таптырып теңкәне ҡороталар. Шәхси хужалығы ғына булған кешенең ай һайын килеп торған даими килеме ҡайҙан ғына булһын инде? Шәхси хужалыҡтар өсөн айырым кредитлау, субсидиялар биреү эштәре менән етди шөғөлләнһендәр ине киләһе ун йыллыҡта!
Финанс өлкәһе буйынса махсус белемем юҡ. Шуға ла аныҡ ҡына тәҡдимдәр индерә алмайым. Әйтергә теләгәнем ошо – шәхси хужалыҡтарға ҙур иғтибар талап итәбеҙ!
«Башҡортостан Республикаһы агросәнәғәт комплексының 2020 йылға тиклем үҫеш стратегияһы» буйынса фекерҙәрегеҙ булһа, «Йәшлек»кә хат яҙығыҙ. Был тема артабан да гәзит биттәрендә яҡтыртыласаҡ. Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы министры Азат Йыһаншиндың блогына инеп тә тәҡдимдәрегеҙҙе еткерә алаһығыҙ.

Л. СОЛТАНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”