НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле
Ишембай районының Этҡол ауылы ҡыҙы Ләйсән Йәрмөхәмәтова һәр фотоһүрәтендә тормош йәмен күрһәтергә ынтыла
Бөгөн ҡулына текәрәк фотоаппарат тотҡандарҙың һәр икенсеһе үҙен оҫта фотограф тип атарға ашыға. Үҙ файҙаһын уйлап, кешеләргә хеҙмәтен тәҡдим итә улар. Әммә ҡалыпҡа һалынған өлгө буйынса түгел, ә йөрәк ҡушыуы буйынса төшөргән, ысынлап та тормошҡа бөтөнләй икенсе ҡарашта булып, ябай ғына ҡояш нурында ла матурлыҡ күрергә һәләтлеләр һирәк. Яңы ғына үҙе өсөн тылсымлы фото донъяһын асҡан Ишембай районының Этҡол ауылы ҡыҙы Ләйсән Йәрмөхәмәтова – шундайҙар­ҙың береһе. Бөгөн һеҙҙе йәш талант менән яҡындан таныштырабыҙ.

– Ләйсән, фото төшөрөү менән ҡыҙыҡһыныуың ҡасан башланды?
– Тәүге фотоһүрәттәремде дүрт йыл элек ябай фотоаппаратҡа, йәғни “мыльница”ға төшөрҙөм. Мин, бәләкәй генә ҡыҙ, ул саҡта күҙгә күренгән һәр әйберҙе объективҡа эләктерергә тырыша инем. Аҙаҡ атай-әсәйем, яңы шөғөл менән мауығып китеүемде күреп, тыуған көнөмә ярым һөнәри фотоаппарат бүләк итте. Ул минутта бәхетемдең сиге юҡ ине! Тап шул саҡта үҙем өсөн яңы донъя – фотоһүрәттәр донъяһын астым. Хәҙер һәр яңы фото менән үҙемә ниндәй­ҙер бер асыш яһайым.
Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле
– Ни өсөн тап фото? Донъя матурлығы был шөғөл менән генә сикләнмәй бит.
– Эйе, донъя шул тиклем төрлө. Макраме һәм сәйлән менән үреү ҙә бик мауыҡтырғыс. Әммә ҡулымда фотоаппарат булғанда йә һүрәт төшөргәндә генә үҙемде бәхетле итеп тоям. Тик өс әйбер – фото һәм һүрәт төшөрөү, китап уҡыу миңә ваҡытты оноторға ярҙам итә. Фотоһүрәттәргә ҙур мәғәнә һалам. Тормош мәшәҡәттәренә күмелеп, тирә-яғында ни барғанын абайламай, һәр саҡ ҡайҙалыр сабыусы кешеләр ябай тормоштоң йәмен күрмәй. Яңылыш ҡына төшкән ҡояш нуры йә юлды киҫеүсе күләгә, мүккә ҡапланып бөткән ҡартайған имән, ярылған таш – быларҙың барыһы ла кешелә уйҙар теҙмәһен, хистәр һәм төрлө-төрлө образдар тыуҙыра. Балаларҙың ихлас йылмайыуы ла донъялағы иң саф хис.
Ваҡыт тигәнең бик тиҙ үтә. Ҡулыма үҙемдән дә олораҡ сәскә гөлләмәһе тотоп, тәү тапҡыр мәктәп тупһаһын үткәнем әле лә иҫтә. Хәҙер инде мин сығарылыш класс уҡыусыһы. Был ваҡыт арауығы бик тиҙ үткән дә киткән һәм тик хәҙер тарих булғанды һаҡлаусы фото ғына беҙгә ысынбарлыҡты аңларға ярҙам итә. Фотоаппаратым ярҙамында тормош матурлығын һаҡлар­ға өйрәндем. Ваҡытты туҡтата беләм төҫлө. Фотоаппаратым үҙенең бер балҡышы менән бына хәҙер үткән заманда һөйләйәсәк ваҡиғаны мәңгегә хәтерҙә ҡалдыра алыуы менән бәхетлемен.
– Әгәр ҙә ҡулыңда тылсымлы таяғың булһа, донъяла нимәне үҙгәртер инең?
– Тәбиғәттең бөгөнгө торошона битараф ҡала алмайым. Күптәр уның ниндәй хәлдә булыуы тураһында уйлап та бирмәй. Уйланығыҙ: бөгөн беҙ, ата-бабаларыбыҙ шикелле, хайуанды аслыҡтан яфаланмаҫ өсөн аҙыҡҡа үлтермәйбеҙ. Кешеләр уны, мәрәкә күреп, ҡиммәтле тиреһен алыр өсөн әрәм итә. Төлкөнө генә алғанда ла, был хайуанға ер йөҙөнән бөтөнләй юҡҡа сығыу хәүефе янай. Хайуандарҙы һаҡлар, яҡлар өсөн күп нәмә эшләр инем. Донъяла етем балалар бик күп, һәр береһен хәстәрлек һәм йылылыҡ менән урат­ҡы килә. Ҡулымда тылсымлы таяғым булһа, бөтә һуғыштарҙы туҡтатыр инем. Әгәр ҙә һуғышҡа, илдәр араһында көс һынашыуға киткән сығымдарҙы экологик мәсьә­ләләрҙе хәл итеүгә, ярлылыҡты бөтөрөүгә йүнәлтһәк, донъя ҡайһылай яҡтырып китер ине!
– Хыялдарың, сер булмаһа?
Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле
– Ер шарындағы бөтә кешеләр­ҙең дә һау-сәләмәт булыуын теләйем. Ауырыу балалар һауыҡһын, балалар йорттары ябылһын ине. Джанет Рэнкиндың “Ер тетрәүен еңеп булмағандай, һуғышты ла еңеп булмай” тигән һүҙҙәре иҫкә төшә. Шуға ла ер йөҙөндә барса халыҡтың татыу йәшәүен теләйем.
Донъяны күрергә, сәйәхәт итергә хыялланам. Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырып, юғары уҡыу йортона инеү – тәү-маҡсатым, әлбиттә.
– Киләсәк тормошоңдо ниндәй итеп күҙ алдына килтерәһең?
– Сәскә атыусы Башҡортостан, йөҙҙәренән йылмайыу китмәгән кешеләр, һәр йортта бәхетле бала тауышы – республикамдың киләсәге һис шикһеҙ шундай.
– Ҡайҙа йәшәргә теләр инең?
– Тик Башҡортостанда.
– Ләйсән, ғаиләң менән дә таныштырып үтһәңсе...
Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле
– Минең ғаиләм ҙур, татыу. Яҡшы күңелле, хаҡ һүҙле Мәҙинә өләсәйем бар. Ул беҙҙе бәләкәйҙән асыҡ күңелле, ғәҙел һәм эшһөйәр итеп үҫтерҙе. Әсәйем Гөлдәр менән атайым Рәмис 25 йыл бергә татыу ғүмер кисерә. Бәләкәй саҡта дуҫтарым атайымдың мыйығынан ҡурҡа торғайны. Атай – ул көс, балаға терәк. Әгәр ҙә минән “Кемдең атаһы донъяла иң яҡшыһы?” тип һораһалар, уйламай ҙа: “Минеке!” – тип яуаплаясаҡмын. Әсәйем – миңә тормош өлгөһө. Ул бөйөк, аҡыллы фекерҙәр, уйҙар һаҡсыһы – китапханасы. Әсәйем миндә бәләкәйҙән китапҡа ҡарата һөйөү уятты. Тап әсәйем – белемемә нигеҙ һалыусы. Тормошомдоң һәр минутында атай-әсәйемдең янымда булыуын тоям. Алмас ағайым менән ғорурланам. Уға тиңләшергә теләйем. Ул минең өсөн өлгө. Мәктәпте көмөш миҙалға тамамлап, бөгөн ӨДАТУ-ның Ишембай филиалында тик “бишле” билдәләренә генә уҡып йөрөй.
Кешеләргә һаулыҡ, бөтә башлан­ғыстарында ла уңыштар, тоғро иптәштәр юлдаш булыуын теләйем. Бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡтар алдында бөгөлөп төшмәгеҙ, алға, тик алға!

Гөлназ ХАЛИҠОВА.

Сығыу ваҡыты 14-11-2014, 04:55 | Ҡаранылар: 963
|
  • Тыуған еремә кәрәкле кеше булһам ине...
  • Әсәйем…
  • Тылсымлы таяғың булһа, нимә эшләр инең?
  • «Маҡсатым – атай-әсәйемдең өмөтөн аҡлау»
  • Әгәр Хоҙай ғүмер бирһә...
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM