RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тоҡомло малда өмөт бар

27.11.2010 Тоҡомло малда өмөт бар

Халыҡта элек-электән, Һигеҙ һыйыр аҫрағансы, һимеҙ һыйыр аҫра, тигән әйтем йәшәй. Ә мал-тыуар аҫраған кеше яҡшы белә: тоҡомло мал ғына сәләмәт һәм көр, яҡшы үрсем, мул продукция бирә. Шулай ҙа нисек итеп тоҡомсолоҡто юғары дөрәжәгә күтәрергә һәм продукция муллығын арттырырға һуң? Был мәсьәләгә асыҡлыҡ индереү өсөн «Башплемсервис» дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһына йүнәлдек.
Тәүҙә предприятиеның үҙе менән таныштырып үтәйек. Ул 2007 йылда республиканың ауыл хужалығы етештереүселәрен тоҡомсолоҡ продукцияһы (мал, ҡош-ҡорт, сперма, эмбриондар һ. б.) менән тәьмин итеү маҡсатында ойошторолғайны. Пред­приятие лизинг компанияһы хоҡуғына эйә. Ойошторолоуына күп ваҡыт үтмәһә лә, ул республикала тоҡомсолоҡто, ғөмүмән, малсылыҡ тармағын үҫтереүгә лайыҡлы өлөш индерә. Әйтәйек, үткән ваҡыт эсендә предприятие республикаға 7,2 мең баш тоҡомло мал, 227 мең дана нәҫелле ҡош-ҡорт, 532 миллион һумлыҡ башҡа төр тоҡомсолоҡ материалы ҡайтартҡан.
Республика хөкүмәте предприятиеның матди-техник базаһын нығытыу хәстәрлеген күрә. Һуңғы ике йылда, булғандарына өҫтәп, юғары класлы сит ил селекцияһынан ун бер нәҫел үгеҙе һатып алын­ған. Улар юғары продуктлы тоҡомдан. Әйтәйек, голштин үгеҙҙәре тоҡомонан үҫтерелгән һыйырҙар йылына 11530 – 13245-әр килограмм һөт (майлылығы – 3,85 – 4,30 процент) бирергә һәләтле. Симменталь тоҡомло һыйырҙар­ҙың да продуктлылығы юғары. Шулай уҡ «Ангус» генетика үҙәгенән абердин-ангус тоҡомло ит йүнәлешле нәҫел үгеҙҙәре ҡайтартылған.
«Башплемсервис»тың, «Төбәк мәғлүмәти-селекция үҙәге» булараҡ, Бөтә Рәсәй дәүләт тоҡомсолоҡ регистрына индерелеүен дә әйтәйек. Тоҡомсолоҡ буйынса коорди­нация советы ойошторолған, то­ҡом­ло малсылыҡ һәм ҡошсолоҡто үҫтереү концепцияһы эшләнгән һәм ғәмәлгә ашырыла.
Предприятиеның етештереү ҡеүәте йылдан-йыл үҫә һәм бында заманса технологиялар киң ҡулланыла. Нәҫел үгеҙҙәренең орлоғон маркировкалау һәм фасовкалау автоматлаштырылған. Һөт тоҡомсолоғо буйынса хужалыҡ-ара автоматлаштырылған идара итеү системаһын тағы ла камиллаштырып, тоҡом малсылығының электрон базаһын булдырыу өҫтөндә эшләй­ҙәр. Ошо маҡсатта тоҡомсолоҡ хужалыҡтарында малдарҙы электрон чиплау ғәмәлгә ашырыла.
«Башплемсервис» предприятие­һы хужалыҡ итеү формалары төрлө булған барлыҡ ауыл хужалығы етештереүселәре менән дә әүҙем хеҙмәттәшлек итә. Шәхси хужалыҡтарға айырыуса етди иғтибар йүнәлтелә. Был аңлашыла ла, сөнки етештерелгән барлыҡ ауыл хужалығы продукцияһының алтмыш проценты самаһы шәхси секторға тура килә. Продукция муллығын тағы ла күтәреү өсөн урындарҙа селекция эшмәкәрлеген әүҙемләштереүгә, шәхси хужалыҡтарҙың был эшкә мөнәсәбәтен үҙгәртергә кәрәк. Шул маҡсатта ағымдағы йылда республика хөкүмәте ярҙамында мөһим сара тормошҡа ашырылған.
– Быйылғы ҡоролоҡло йәйҙә ҡайһы бер төбәктәрҙә мал аҙығын кәрәгенсә әҙерләү мөмкинлеге булманы. Шуға һөтсөлөк хужалығын оптималләштереү сараһы күрелде, – тип һөйләй «Башплем­сер­вис» предприятиеһы директоры Илшат Сәхәүетдинов. – Шәхси хужалыҡтарҙағы тоҡомһоҙ малдар­ҙы һатып алыу өсөн республика хөкүмәте 70 миллион һум аҡса бүлде. Халыҡ тоҡомһоҙ малдарын һатып, юғары продукция бирергә һәләтле мал алыу мөмкинлегенән теләп файҙаланды. Сөнки тоҡомло мал аҫрауҙың файҙаһы ҙур.
Әйткәндәй, йөкмәтелгән яуаплы бурысты «Башплемсервис» предприятиеһы тейешенсә башҡарған. Бигерәк тә Өфө, Борай, Балаҡатай, Мәсетле, ҡыйғы һ. б. райондар­ҙағы шәхси хужалыҡтар малдарҙың тоҡомон күпләп яҡшыртыуға ирешкән.
Илшат Сәхәүетдиновтың әйтеүенсә, «Башплемсервис»тың ярҙамын һәр ауыл хужалығы етештереүсеһе тойоп эшләргә тейеш.
Предприятие киләсәктә урындарҙа малдарҙы яһалма ҡасырыу буйынса хужалыҡ килешеүендәге мобиль сервис үҙәктәре асырға йыйына. Шул маҡсатта инициативалы белгестәрҙе хеҙмәттәшлеккә саҡыра. Предприятие уларҙың квалификацияһын күтәрергә, уҡытыуҙа ярҙамлашырға әҙер. Эш башлаусыларға кәрәкле хеҙмәт йыһаздары, тоҡомсолоҡ продукцияһы биреләсәк.
«Башплемсервис» уртаҡ хеҙмәттәшлеккә ҡасаба, ауыл советтарын да йәлеп итергә ниәтләй. Урындағы хакимиәт органдары менән финанс мәсьәләләрен бергәләп хәл итергә, шәхси хужалыҡтарҙа тоҡомсолоҡто уртаҡ хәстәрлеккә әүерелдерергә мөмкин булыр ине. Әйтәйек, предприятие, уларҙың яуаплылығына тапшырып, нәҫел үгеҙҙәрен арендаға бирә ала.
Һәр хәлдә, предприятиеның эшлекле тәҡдимдәре урындар­ҙа хуплау табыр, тип ышанабыҙ. Һөҙөмтәлә тоҡомсолоҡто яҡшыртыу юлы менән продукция муллығын күпкә арттырыу мөмкинлеге тыуасаҡ.

Хөрмәтле ауыл хужалығы белгестәре! Тәҡдимдәр һәм эшлекле бәйләнеш өсөн «Башплем­сервис» предприятиеһының адресы:

450008, Өфө ҡалаһы,
Пушкин урамы, 106,
501-се бүлмә,
8 (347) 272-47-85.

Земфира ХӘКИМОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”