НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Сермәндә үҙенсәлекле завод барАуылда эшһеҙлек хөкөм һөргән заманда һәр эш урыны алтынға бәрәбәр. Быйыл Сермәндә Урал спорт инвентары заводының эш башлауы ауыл халҡы өсөн ҙур ваҡиға булды. Эшкә яуаплы ҡараған сермәндәр бында үҙҙәренә эш урыны тапты. Яңы предприятие менән беҙ ҙә таныштыҡ.
Түбәндә Урал спорт инвентары заводының генераль директоры Азат ВИЛДАНОВ менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

– Азат Риф улы, ниңә заводты нәҡ Сермәндә асырға ҡарар иттегеҙ?
– Сермән – бик уңайлы урында урынлашҡан ҙур тораҡ пункты, ҡала ла яҡын. Шул уҡ ваҡытта производство базаһының ҡиммәт булмауы ла үҙенә йәлеп итте. Шуға ла компаньондарым менән уны һайланыҡ.

– Завод – ҙур төшөнсә, ә һеҙҙең эшмәкәрлек нимәгә ҡайтып ҡала?
– Беҙҙең төп йүнәлеш – спорт инвентарҙары әҙерләү. Әлеге ваҡытта фитнес-клубтар өсөн ҡорамалдар етештерәбеҙ. Мәҫәлән, спорттың көс төрҙәре залдары өсөн күтәреү эскәм­йә­һе, пауэрлифтинг өсөн ҡорамалдар, мускулдар өсөн тренажер һәм башҡалар. Йәғни көс күнекмәләре өсөн залдарҙы тулыһынса йыһазландырабыҙ. Продукциябыҙ Ека­терин­бург, Мәскәү ҡалаларына оҙатыла.
– Юҡтан бар итеп, бер ниндәй шарттар булмаған ерҙә эш башлауы ауыр булманымы?
– 2014 йылдың ғинуарынан эшкә тотондоҡ. Тәүҙә производство бинаһын рәткә килтер­ҙек, ойоштороу эштәре менән булыштыҡ. Мартта тауар етештереүгә тотондоҡ. Пред­приятиены асҡан мәлдә һәр саҡ ауырға тура килә. Беҙ ҙә етди проблемалар­ға осраныҡ. Шуларҙың иң мөһиме – кадрҙар мәсьәләһе. Районда сә­нәғәт предприятиелары әҙ. Заводҡа плазма ҡыр­ҡыусы, иретеп йәбештереүсе, слесарь-йыйыусы, буяусы, йыйыусы-төрөүсе, токарь, тегенсе, ағас эше оҫтаһы, преслаусы кеүек һөнәр эйәләре кәрәк ине. Шуға ла беҙҙең талаптарға яуап бирерҙәй кадрҙарға ҡытлыҡ булды. Кешеләр эшкә килә, тик кемдер бурысына илке-һалҡы ҡарай, кемдер эсергә ярата. Тәүҙә эште өс кеше менән башланыҡ, бөгөн иһә хеҙмәткәр­ҙәр һаны унға етте. Эшсе­ләребеҙ – Сермәндән, Бе­лореттан, бер кеше Магни­тогорск ҡалаһынан килеп эшләй. Хәҙер инде үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәткән хеҙмәткәрҙәр араһынан слесарь Айҙар Әхмәтшинды, йыйыусы Илнур Сәйәховты, тегенсе Вәсилә Суфьянованы маҡтап телгә алып китергә мөмкин. Ғөмүмән, һәр эштә лә кадрҙар хәл иткес урын тота. Яҡшы кадрҙар булһа, эш тә алға бара.

– Ауылда спорт инвентарҙары етештереү ауыр түгелме?
– Завод ыңғай темпта үҫешә. Был йүнәлештә бер йыл ғына шөғөлләнмәйбеҙ, һигеҙ йыллыҡ тәжрибә тупланған. Ҡора­малдарҙы туплау һәм сығым материалдары буйынса яйға һалынған база, технология бар. Комплектлау өсөн мате­риалдар­ҙы Дондағы Ростов, Мәскәү, Омск, Силәбе, Өфө, Нефтекама ҡалаларынан алып киләбеҙ.
Завод эше бер нисә циклды берләштерә. Продукция етештереүҙә заманса технология­лар­ҙы ҡулланабыҙ. Мәҫәлән, ҡорамалдарҙы буяу өсөн порошоклы буяу линияһы урынлаштырҙыҡ. Резинаны иретеп, төрлө формалағы әйберҙәр етештереү өсөн дә ҡорамалыбыҙ бар. Үҙебеҙҙең ихтыяж өсөн компьютер аша идара ителгән тимер табаҡты плазмалы ҡырҡыу станогын уйлап сығар­ҙыҡ.

– Урындағы халыҡ һеҙҙе нисек ҡабул итте?
– Тәүҙә шикләнеп ҡаранылар: килер­ҙәр ҙә китерҙәр, йөрөйҙәр шунда, тигән кеүек. Нисек асҡандар, шулай ябырҙар, тигән фекерҙәр ҙә яңғыраны. Ә беҙҙең, Аллаға шөкөр, эшебеҙ китте. Эш хаҡын ваҡытында түләгәс, кешеләрҙә беҙгә ҡарата ышаныс тыуҙы.

– Киләсәккә ниндәй пландар менән йәшәй­һегеҙ?
– Әле тормошҡа ашыра торған пландар күп. Шул иҫәптән авария хәлендәге бинаны яйлап төҙөкләндереп алырға кәрәк. Физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн тренажерҙар етештереүҙе үҙләштереү төп маҡсаттарҙың береһе булып тора. Заводтың етештереү ҡеүәте ҙур, әлеге ваҡытта 150-нән ашыу төр тауар етештереү мөмкинлегебеҙ бар. Шуға ла, фитнес залдары өсөн етештергән тауарҙарҙан тыш, спорт һәм йорт алды майҙансыҡтарын төҙөкләндереү йүнәлешендә лә эшләй алабыҙ.

– Тимәк, беҙҙең мәктәптәрҙә спорт майҙансыҡтарын, зал­дар­ҙы төҙөкләндереү өсөн ҡорамалдар артынан әллә ҡайҙа йөрөмәй, үҙебеҙҙәге етештереүсегә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Ә уларҙың проекттарын кем эшләй?
– Әлеге ваҡытта проекттарҙы тулыһынса үҙем һыҙам, шул уҡ ваҡытта материалдар килтереү һәм заказдар йыйыу ҙа минең иңдә.
– Азат Риф улы, нәҡ башҡорт ауылында эш асыуығыҙ башҡа эшҡыуар милләттәштәр өсөн үрнәк булып тора. Сермәндәр һеҙҙең эшмәкәрлектең ауылдың киләсәге өсөн дә ҙур потенциал булыуын аңлап ҡабул итер тип ышанабыҙ. Эшегеҙҙә бары тик уңыштар теләйбеҙ.

Рәмилә МУСИНА әңгәмәләште.

Сығыу ваҡыты 7-11-2014, 07:51 | Ҡаранылар: 1093
|
  • Ә беҙҙең ауылда...
  • Америка ысулынса юл, йорт һаласаҡбыҙ һәм ҡалдыҡ эшкәртәсәкбеҙ
  • Президент – Күмертауҙа
  • Башҡортостанға – бер миллиард һум
  • Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә - яңы спорт комплексы
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM