RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » донъянан төңөлмәгеҙ!

27.11.2010 донъянан төңөлмәгеҙ!

Донъя шулай ҡоролған: йәшәү дәүерендә кеше шатлығын да, ҡайғы-хәсрәтен дә кисерә, тормош күге бөгөн ҡояшлы, аяҙ, ә иртәгәһенә көтмәгәндә ҡара болот ҡуйыра. Шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан, уңыштар­ҙан баштарыбыҙ әйләнһә лә, беҙ уларҙы еңелерәк кисерәбеҙ, ә тормош ҡуйған һынауҙарҙан, ауырлыҡтарҙан шартлап һынмаҫ өсөн эргәбеҙҙә һәр саҡ үҙебеҙҙән көслөрәк кеше булыуын теләйбеҙ.
Кәйефем төшөп, ҡулыма эш бармай, бар донъянан төңөлөп йөрөгән көндәремдең береһендә яҙмыш мине Таисия исемле бик һөйкөмлө ханым менән осраштырҙы. Мин уны Хоҙай тарафынан үҙемә ярҙамға ебәрелгән фәрештә тип ҡабул иттем.
Кешеләрҙе магнит кеүек үҙҙәренә тартып, көсһөҙҙәргә – көс, дәрт­һеҙҙәргә дәрт биреп торғандар була. Яңы танышым тап ана шундай­ҙарҙан ине. Һөйләшеүҙең тәүге минуттарынан уҡ унан ниндәйҙер әйтеп аңлатҡыһыҙ йылылыҡ бөркөлөүен тойҙом. Тормошта бик күп уңышһыҙлыҡҡа юлығып, юғалтыу­ҙар кисергән был ханымдың һәр һөйләгән һүҙен йотлоғоп тыңланым.
Ул кескәй генә сағында әсәйһеҙ ҡалып, уҫал үгәй әсә ҡулында тәрбиәләнгән. Мөхәббәттә лә бәхете булмай: әрмегә оҙатып, ике йыл буйы көтөп алған егете иң яҡын әхирәтенә өйләнә. Һөйгәне менән бергә ҡыҙ иң яҡын дуҫын да юғалта.
Был ваҡиғанан һуң алты йыл үткәс, Таисия кейәүгә сыға. Һәүетемсә генә йәшәп ятҡанда, яҙмыш уға тағы үҙ һынауын ҡуя: иптәше уны ташлап, икенсе ҡатынға сығып китә. Бөгөн Таисия ҡыҙын яңғыҙы үҫтерә.
– Мин был кешеләрҙе ғәфү иттем, тип әйтә алмайым, ә шулай ҙа күңелемдә уларға ҡарата асыу ҙа, үпкәләү ҙә юҡ, – тине әңгәмәсем, кешеләргә ҡарата асыу тотоу көсһөҙҙәргә генә хас күренеш икәнлегенә ишаралап.
– Яҙмыш үҙенең һынауҙарын, ауырлыҡтарын алдыма сығарып һалған саҡта, төшөнкөлөккә бирелеп, шартлап һынмаҫ өсөн күҙҙәремде сытырлатып йомоп, тештәремде ҡыҫҡан саҡтарым күп булды. Аҡылдан яҙмаҫ өсөн һәр саҡ кешеләр араһында булырға тырыштым, – ти ул.
Быларҙы һөйләгәндә танышымдың йөҙө ҡапыл моңһоуланып, уйсанланып китте, ауыр итеп көрһөнөп алды ла, һүҙен дауам итте:
– Иптәшем мине ташлап сығып киткән көндө ҡала урамдарын ете сәғәт ҡыҙырғанмын. Ғүмерлек юлдашым итеп һайлаған кешемдең ысынында кем булыуын аңлау өсөн миңә ошо ваҡыт етте.
Был ваҡиғанан һуң Таисияның донъяға ҡарашы ҡырҡа үҙгәрә: мөхәббәт һәм нәфрәт, изгелек һәм яуызлыҡ, яҡшылыҡ менән насарлыҡтың һәр саҡ йәнәш тороуын аңлай, ләкин күңеле ҡатып ҡалмай. Һәр яманлыҡтың артында фәҡәт яҡшылыҡ булыуына ышанып йәшәй.
Хоҙай ҡыйынлыҡтарҙы, һынауҙар­ҙы яратҡан бәндәләренә генә ебәрә. Шуға ла кеше үҙенә, үҙ көсөнә ышанырға тейеш, күргән-кисергәндәр кешене һындырырға тейеш түгел, киреһенсә, көслөрәк итә.
Бөгөнгө көсөргәнешле, ауыр заманда ауырлыҡтарға түҙә алмай, үҙҙәрендә тормош еленә ҡаршы торорлоҡ көс тапмай, юғалып ҡалғандарға, күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп киткәндәргә Таисия үҙ һүҙен, белгәнен еткерергә ашыға.
– Кешегә ғүмер бер генә бирелә. Һин уны илап үткәрәһеңме, йырлап йәшәйһеңме – барыһы ла үҙеңдән тора. Нисек кенә ауыр булмаһын, йәшәргә тырышырға кәрәк. Яҡшылыҡҡа, яҡтылыҡҡа ынтылғандар ғына был донъяла бәхетле була. Хоҙай тарафынан бирелгән ғүмереңде илау-һыҡтауҙарға арнайһыңмы, әллә инде матур бер йырға әйләндерәһеңме – быныһы һәр кемдең үҙ эше. Әммә ҡара һыҙыҡтың теге яғында һәр саҡ аҡ һыҙыҡ булыуына иманым камил, берүк тормоштан төңөлмәгеҙ! – ти ул.
Ихласлығы, алсаҡлығы йөҙөнә сыҡҡан был ханымдың һәр һөйләгән һүҙе, әйткән теләге йөрәккә май булып яғыла, күңелгә дәрт, киләсәккә ышаныс өҫтәй. Уның менән хушлашҡанда, күңелемә инеп оялаған насар уйҙарҙың, өмөтһөҙлөктөң әҫәре лә ҡалмағайны инде.
...ҡала урамынан атлап киләм. ҡаршыма зәғиф бала етәкләп бер ҡатын килә. Мин уны бик йыш күрәм, көн дә ҡыҙын саф һауаға алып сыға ул.
Мейемде йәшен тиҙлегендә бер уй телеп үтте: «Аллаға шөкөр, минең баламдың дүрт һаны ла теүәл. Был ханыма түҙемлек бир, Хоҙай». Эйе, Таисия әйткәйне, балаң иҫән-һау, йүгереп йөрөй икән, шөкөр ит, зәғиф, ғәриптәргә Алланан сабырлыҡ һора, тип.
Артабан күҙем урам ситендә хәйер һорап ултырыусыға төштө, бында ла танышымдың һүҙҙәрен иҫкә төшөр­ҙөм.
«Бөгөн ашарға ризығың бар икән, уның өсөн Хоҙайға рәхмәт уҡы, ҡыуан, сөнки бер киҫәк икмәккә лә зар-интизар булып йәшәгәндәр етерлек. ҡулыңдан килһә, ундай­ҙарға ярҙам ит, урап уҙма».
Эйе, үҙ донъябыҙҙа ҡайнап, бөтмәҫ мәшәҡәттәрҙән арына алмай, күп ваҡыт тирә-яғыбыҙҙағыларға иғтибар итмәй йәшәргә өйрәнгәнбеҙ. Үҙебеҙҙән юғарыларға көнләшеп түгел, һоҡланып ҡарап, ә түбәндәрҙе күреп, үҙ көнитмешебеҙгә шөкөр ҡылып көн итһәк, тормошобоҙ ҙа, бәлки, аҙ ғына булһа ла яҡшыраҡ, күңелебеҙ ҙә бөтөнөрәк, яҡтыраҡ булыр ине.

Лена ХӘЙРУЛЛИНА.
Мәләүез ҡалаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”