НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Халыҡҡа хеҙмәт итә

Халыҡҡа хеҙмәт итә


Ҡариҙел районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының киләсәккә пландары ҙур
Райондарҙа ойошторолған башҡорт ҡоролтайҙары игелекле эш башҡарып килә. Билдәле булыуынса, уҡытыусылар элек-электән йәмәғәт эштәрендә, йәш быуынды тәрбиәләүҙә төп ауырлыҡты күтәрҙе. Ҡариҙел районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе вазифаһын мәғариф бүлеге мөдире башҡарыуы күп нәмә тураһында һөйләй. Рауил Ғиниәтуллин етәкселегендә туп­лан­ған берҙәм команданың яҡшы эштәре һанап бөткөһөҙ. СССР тарҡалғандан һуң йәштәр менән һөҙөмтәле эшләүсе комсомол һәм пионер ойошмалары юҡҡа сыҡты, бер килке тәрбиә эше онотолоп ҡалған һымаҡ булды, шуның арҡаһында илдә енәйәтселек үҫте. Ләкин Баш­ҡор­тостанда тәрбиә эшен башҡа структуралар күтәреп алды. Әгәр беҙ, республикабыҙҙа төрлө милләттәр һәм диндәр үҙ-ара килешеп татыу йәшәй, тибеҙ икән, бында башҡорт ҡоролтайҙарының эшмәкәрлеге лә үҙ ролен уйнай.
Ҡоролтайҙарҙың, мәғариф системаһының төп маҡсаты – башҡорт телен файҙаланыу даирәһен киңәйтеү, уның данын күтәреү. Сөнки милли аң әсә теленән башлана. «Башҡортостан Рес­публикаһы халыҡтары телдәре тураһында»ғы БР Законына ярашлы, Ҡариҙел районының бөтә белем биреү учреждениеларында туған телдәрҙе өйрәнеү, балаларҙы үҙ халҡының теленә һәм мәҙәниәтенә ылыҡтырыу өсөн тейешле мөмкинлектәр булдырылған. Телебеҙҙе баш­ҡорт балаларының 43 проценты ун бер мәктәптә өйрәнә, ә дәүләт теле сифатында башҡорт булмаған уҡыусылар­ҙың 93 проценты үҙләштерә. Беҙҙең район балалары йәш сәсәндәрҙең «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү республика конкурсында приз­лы урындар яулай. Эштең уңышлы барыуы башҡорт теле кабинеттарының нисек йыһазландырылыуына ла бәйле.
III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы резолюцияларын үтәй барып, район ҡоролтайы башҡарма комитеты башҡорт телен, халыҡ мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, мил­ли үҙенсәлектәрен өйрәнеү буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып бара. Район хакимиәтенең мәғариф, мә­ҙәниәт, йәштәр бүлектәре, ҡатын-ҡыҙ­ҙар советы менән тығыҙ бәйләнештә эшләй.
Ҡоролтай ярҙамында районда гар­мунсылар фес­ти­вале уҙғарылды. Был күркәм сара беҙ­ҙең төбәктә бе­ренсе мәртәбә ойошторолдо һәм Мәҙәниәт йы­лына арналды. Яңы таланттар ошондай бәйгеләрҙә асыҡлана ла инде.
Ҡоролтай башҡарма комитеты «БР халыҡтары телдәре тураһында»ғы Законды үтәү маҡсатында ла эш алып бара: йыл башында ултырыш үткәрелә, комиссияның һәр бер кварталға эш планы раҫланды.
Туған телде белеү, үҙ телеңдәге әҙәбиәтте яратыу кешенең ниндәй милләт вәкиле булыуын билдәләй. Был йәһәттән беҙҙә кәмселектәр ҙә бар шикелле. Мәҫәлән, районда әҙәби түңәрәк юҡ. Ярай әле район гәзитенең «Хазина» ҡушымтаһы бар. Уны сығарыу өсөн яуаплы Люциә Карамова уҡытыусы-тәрбиәселәрҙең эшмәкәрлегенә, балалар ижадына, урындағы башҡорт халҡы тарихына һәм башҡа мәсьәләләргә ҙур иғтибар бүлә. Башҡалар күҙ йомған те­малар­ҙы ул мөмкин булғанса тулыраҡ яҡтыртырға тырыша.
Ҡәләм тибрәтеүселәр тураһында ла әйтеп үтергә мөмкин. Сөнки йәш­тәр­ҙе әҙәбиәткә ылыҡтырыу­ҙа уларҙың роле ҙур. Мәҫәлән, һуңғы йылдарҙа Рәйес Рияновтың «Тамғалы ҡаялар», «Ҡари­ҙел – алҡын даръя», Фи­заил Сафин­дың «Алтын күпер», «Бы­уат артылғанда», ошо юл­дар авторының «Алтын ҡурай» исемле китаптары башҡорт телендә нәшер ителде. Яҙыусылар – телде лә, халыҡтың тарихын һәм йолаларын да яҡшы белеүсе кешеләр. Шуға ла урындағы ҡоролтай башҡарма комитеты рәйесе яҡташ яҙыусыларыбыҙҙың һәр китабы бөтә мәктәптәрҙә лә булһын тип хәстәрлек күрә. Әммә милли аңды үҫтереүҙә, йәш быуынды тәрбиәләүҙә ижадсыларыбыҙҙың бай тәжрибәһе етерлек файҙаланылмай әле. Музей эше хаҡында ла ошоно уҡ әйтергә була. Ул район үҙәгендә түгел, икенсе бер рус ауылында урынлашҡан, шунлыҡтан башҡорт халҡы тормошона ҡағылышы юҡ, тип әйтергә лә мөмкин, кешеләр ҙә әҙерәк килә.
Музейға ҡағылғас, тарих тураһында әйтмәй ҡалыу яҙыҡ булыр. Беҙҙең яҡ тарихы ифрат бай, башҡа район ерҙәрендә бер ырыу йәшәһә, беҙҙә бер нисә ырыу һәм милләт вәкилдәре көн иткән. Улар үҙ-ара ниндәй мөнәсәбәттә булған, алыш-биреш итеү, тел һәм лөғәт алмашыу нисек барған, иҡтисади һәм мәҙәни үҫештә бер-береһенә булған йоғонто – быларҙың бөтәһе лә бик ҡыҙыҡлы. Был йүнәлештә Балмазы мәктәбе уҡытыусыһы Физаил Сафин уңышлы эшләп килде, ҡайһы бер асыштар яһаны. Ләкин уның хеҙмәттәре йүнләп баҫылмай һәм өйрәнелмәй тиергә мөмкин. Ә бит былар киләсәктә туризмды үҫтереүҙә файҙалы булыр ине. Ҡоролтай башҡарма комитеты мәҙәни саралар ойоштороу бурысын алған. Районда мәҙәни тормош ярайһы ғына гөрләй. Байтаҡ ауылда драма түңәрәктәре, вокаль ансамблдәр эшләп килә. Улар ҙа халҡыбыҙҙың йыр һәм бейеү сәнғәтен пропагандалауға үҙ өлөшөн индерә. һабантуй, шәжәрә байрамдары, ауыл юбилейҙары үткәреү ҙә хәҙерге быуынды тарихыбыҙ менән ялғай, халыҡ мәҙәниәтенең, милли йолаларҙың ҡәҙерен белергә өйрәтә. Ҡариҙел районы башҡорттары ҡоролтайының пландары ҙур, күмәк көс менән моратҡа ирешербеҙ, ти уның рәйесе.

Заһит МУРСИЕВ,
журналист, яҙыусы.

Сығыу ваҡыты 7-11-2014, 07:25 | Ҡаранылар: 829
|
  • “Өфө” аэропортына – Муса Гәрәев исеме
  • Силәбе башҡорттары байрамы
  • Телебеҙҙе һаҡлау кем ҡулында?
  • Был Республика көнөнә бик яҡшы бүләк
  • Нисек йәшәйһең, милләттәш?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM