НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Дымдан һаҡлау өсөн
Рубрикалар // 8-12-2017, 09:00


Дымдан һаҡлау өсөнСумка, аяҡ кейеме, көнкүреш техникаһы һатып алғанда иғтибар иткәнегеҙ бар­ҙыр, унда бәләкәй генә пакеттарҙа силикагель һалынған була. Ғәҙәттә, беҙ уларҙы ҡулланмағас, ташлар­ға ашығабыҙ. Көндәлек тормошта бына тигән файҙалы әйбер икән ул.
Был матдә әйберҙе дымланыуҙан, һыуланыуҙан һаҡлай. Ваҡ ғына гранулалар дымды үҙенә тартып, әйбер­ҙе киптерә. Хатта һыуланған кеҫә телефонын да киптереп алырға була. Силикагель бөртөктәре тултыртылған һауытҡа телефонды һалып ҡуйырға ғына кәрәк.
Ямғырҙа һыуланған сумкағыҙ дымланып, еҫләнеп торһа, силикагель киптерер ҙә, насар еҫен дә алыр. Серле пакеттағы был матдә спорт сумкаһындағы, кроссовкала, тирләгән футболка еҫен дә ала.
Фототехниканың линзалары ла дымлы һауала тирләй. Бының өсөн фотоаппараттың чехолына силикагель пакетын һалып тороғоҙ.
Яҙғыһын йәшелсә-емеш сәскәндә орлоҡтарығыҙ артып ҡалһа, дымланып ятмаһын өсөн уны силикагель пакеттары араһына һалығыҙ.
Гербарий өсөн сәскә киптереп алырға теләһәгеҙ, ҡағыҙға сәскә менән силикагель пакеттарын төрөп һалырға кәрәк....

Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?
Рубрикалар // 30-10-2017, 07:00


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?
Хужабикәләрҙең күбеһе ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә белмәй. Ташларға ашыҡмағыҙ. Уңған ҡатындың бер генә ризығы ла әрәм булмаҫ....

Сәскәләр ҙә өшөй инде…
Рубрикалар // 15-10-2017, 09:00


Сәскәләр ҙә өшөй инде…
Георгин һәм гладиолустарҙы ни тиклем генә яратһағыҙ ҙа, артығын алмағыҙ. Сөнки улар­ҙы икенсе миҙгелгә тиклем һаҡлау ауырға төшә. Баҡсасылар көҙ айҙарында сәскә һуғанбаштарын күп итеп ҡалдырырға тырыша. Ләкин яҙ етеү менән күңелһеҙ күренеш күҙгә ташлана: һуғанбаштар юҡҡа сыҡҡан, серегән була. Бындай хәл һирәк булһын өсөн маҡсат менән мөмкинлекте дөрөҫ самаларға ғына кәрәк. Әгәр мөгәрәп, гараж йәки верандағыҙ юҡ икән, юрғанды аяҡҡа ҡарап һайларға тура киләсәк. Һуғанбаштар һаҡланасаҡ урында һәр ваҡыт тиерлек 5 – 8 градус йылы булырға тейеш. Икенсе мәсьәлә лә бар: киләһе йылда сәселәсәк орлоҡ саҡ ҡына булһа ла боҙолһа, шундуҡ ырғытығыҙ. Үҙе лә серейәсәк, эргәһендәгеләрҙе лә зарарлаясаҡ.
Һуғанбаштарҙы ҡыш буйы тикшереп тороу талап ителә. Боҙолған урындарын ҡырҡып ташларға,”зеленка” менән таҙартырға онотмағыҙ. Ә инде ул яртылаш тиерлек боҙолһа, сүпкә ырғытырға ғына ҡала....

Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та
Рубрикалар // 18-09-2017, 11:08


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та
Был паста универсаль, уны һауыт-һаба, сантехниканы таҙартыу өсөн ҡулланыр­ға була. Шыйыҡса ни бары өс компоненттан тора һәм иң мөһиме аллергияға юл ҡуймай, тимәк, экологик яҡтан да таҙа тигән һүҙ.

Ябай кер һабынын эре ҡырғыс аша үткәреп (балалар һабыны ла ярай), 100 грамм һабынға 100 грамм ҡайнар һыу өҫтәргә. Артабан массаны һабын иҙелеп бөтөп күбекләнгәнсе туҡырға, һуңынан 75 грамм сода өҫтәргә. Һөҙөмтәлә паста барлыҡҡа килә. Бында шулай уҡ үҙегеҙгә оҡшаған эфир майы өҫтәргә лә була. Паста менән һауыт-һабаны, раковина, ваннаны таҙартыу ҡулай. Бигерәк тә майлы урындарҙы шәп таҙарта, кафелде һөртһәң дә ялтырап китә....

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек
Рубрикалар / Хәтер // 19-05-2017, 15:12


Беҙ һәр ваҡыт әҙер инекЕте тиҫтә йыл “йәшәп киткән” пионерияның барлыҡҡа килеүенә – 95 йыл

– Пионер! Коммунистар партияһының эше өсөн көрәшкә әҙер бул!
– Һәр ваҡыт әҙер! – ошо һүҙҙәр беҙҙең бала һәм үҫмер саҡтың яҡты хәтирәһенең бер өлөшө. Рәсәйҙә 1980 йылға тиклем тыуғандар араһында пионер булмаған бер кеше лә юҡтыр.
Пионер бөтә ерҙә лә ине – мәктәптә, походта, мәктәп баҡсаһында, ярышта, мәҙәни смотрҙарҙа, олимпиадаларҙа…
Мин – СССР пионерҙарының береһе. Галстуклы, значоклы, пионер исеменә тап төшөрмәгән яҡшы уҡыусы. Хәтерләүемсә, һәр класс отряд, звеноларға бүленде һәм унда барыһы ла ниндәйҙер вазифаны башҡарҙы. Үҙемдең звеньевой, политинформатор, санитарка булғанымды иҫләйем. Стена гәзитен сығарыу­ҙа ла ҡатнаша торғайным. Кемдер отряд етәксеһе, барабансы, борғосо, спорт секторы етәксеһе ине. Һәм, әлбиттә, Тимурсылар командаһы төҙөп, ололарға ярҙамсылар булып йөрөнөк. Металл һыныҡтары, макулатура йыйыуҙы ла пионер­ҙарға ышанып тапшырҙылар. Ҡыҫҡаһы, ҡайҙа эш бар, ҡайҙа ярҙам кәрәк – беҙ, пионерҙар, бөтә ергә лә өлгөрҙөк.
Заман теле менән әйткәндә, шәп бренд ине пионерия. Ине шул. Түңкәрелешле 90-сы йылдарҙа ныҡлы тоташҡан кеүек булған ҙур бер ҡулсаның төп көсө өҙөлгәйне, балалар һәм үҫмерҙәр ойошмаһы ла, етәкләргә өлкән ҡулдар булмағас, тарҡалып, юҡҡа сыҡты. Юҡ, күңелдәрҙә һаман йәшәй әле. Иҫләүселәре булғас ни…...

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы
Рубрикалар / Хәтер // 15-05-2017, 13:56


Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы
Башҡортостан телевидениеһының беренсе дикторы Марат Рафиҡовты республика халҡы бик яратты

Беҙҙең төбәкте юҡҡа ғына “Батырҙар ҡиссаһы” тимәгәндәр. Ошо урында ике быуаттан ашыу батша эҙәрлекләүенә дусар булған Ялан Бөрйәне ырыуының ир-егеттәре араһында һәр нәмәгә ризалыҡ белдереп тороусыларҙың юҡ дәрәжәһендә икәнен иҫкәртеп үтеү урынлы булыр. Ана шул Ялан Бөрйәне ырыуының Көйөргәҙе районында ҡиблаға ҡарай аҡҡан Туҡмаҡ Ҡаран шишмәһе Шайтан йылғаһына ҡушылған ерҙә, Урта Мотал ауылында, 1941 йылдың 6 июнендә Марат Хөсәйен улы донъяға ауаз һала ла инде....

Аҡһаҡалдан алтын һүҙ ҡала
Рубрикалар / Хәтер // 3-04-2017, 11:46


Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала“Ғүмерҙәр ике килмәй шул,
Донъялар фани ғына,
Уның асылдарын фәҡәт
Аңламай сабый ғына...”
Ошо юлдарҙың авторы, донъяның һәр сәғәте, һәр минуты фани икәнен йөрәге менән тойған, үтә лә нескә күңелле, сабый йөрәкле яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаевтың арабыҙҙан китеүенә ярты йыл ваҡыт үтеп тә китте. Уның әҙәби мираҫын мәңгеләштереү, һаҡлау маҡсатында абруйлы комиссия төҙөлдө. Рәйесе итеп билдәле яҙыусы Таңсулпан Ғарипова билдәләнде....

Уңалырмы күңел яралары?
Рубрикалар / Хәтер // 15-02-2017, 12:14


Уңалырмы күңел яралары?Афған һуғышы ветераны Хөрмәт Иҫәнюлов, беҙҙең күргән-кисергәндәр йәш быуын өлөшөнә төшмәһен, тип теләй

Афғанстан һуғышын үтеп ҡайт­ҡан яугирҙар менән аралаш­ҡан һайын күңелдә ниндәй­ҙер үкенеү хистәре, ятып ҡалған егеттәрҙе йәлләү тойғоһо, һағыш ҡала. Хөрмәт Рәфҡәт улы Иҫәнюлов 1968 йылдың 22 ғинуарында Баймаҡ районының Билал ауылында тыуған. Тыуған ауылында мәктәпте тамамлағас, “Йылайыр” совхоз-техникумына уҡырға инә. 1986 йылда Совет Армияһы сафына алына. Алты ай Үзбәкстанда “учебка”ла булғандан һуң, 1987 йылдың 1 майында башҡорт егеттәренән бер үҙен Афғанстанға ебәрәләр. Тернез ҡалаһындағы “Дуҫлыҡ күпере”нә тиклем БТР-ҙа оҙаталар, артабан, сикте үткәс, йәйәүләп үҙҙәре китә. Ниндәй генә милләт егеттәре юҡ араларында, ләкин һәр милләттән берәр генә кеше. Алты егет сикте үтә, улар­ҙы ҡаршы алалар. Ике километр ҙа үтеп өлгөрмәйҙәр, машиналары боҙола, артабан юлды тағы ла йәйәүләп дауам итәләр. Уларҙы ниндәйҙер бер подвалға алып килеп ябалар. Шул минутта ғына улар ҡайҙа килеп эләккәндәрен аңлай: тышта көнө-төнө һуғыш бара. Ә егеттәрҙе өс көн ошо подвалдан сығарма­ҙар. Өсөнсө көндө улар тәүге һуғышҡа эләгә. Ҡайҙа ҡарама – ҡан ҡойош, мәхшәр. 19 йәше яңы тулған ауыл егете бындай ҡот осҡос хәлде күреп, ауырып китә. Бер аҙна йән һыҙлауҙарына түҙмәй, йөрәк ауырыуына әйләнә. Шул ва­ҡыт коман­дир­ҙар, һин бит ҡай­ҙа эләккәнеңде белдең, ныҡ бул, би­реш­мә, тип өгөт-нәсихәт уҡый, дарыу би­реп, үҙ-үҙен яҡ­лар­­ға өн­дәй. Бы­на шу­лай башлана егеттәрҙең тәүге сынығыу алыуы....

Күңеле лә, үҙе лә, йырҙары ла матур ине
Рубрикалар / Хәтер // 12-01-2017, 15:55


Күңеле лә, үҙе лә,  йырҙары ла матур инеФәрит Хәйбулла улы Бикбулатов 1936 йылдың 8 авгусында Йылайыр райо­нының Мәҡсүт ауылында зыялылар ғаиләһендә тыуған. Атаһы Хәйбулла Бикбулатов Ленинградта уҡып ҡайтып, Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында судья булып эшләй, Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк була. Өлкән ағаһы Шәһит тә (1925 – 2001) һуғышта ҡатнаша. Артабан, белемен арттырып, ғүмерен фәнгә арнай, иҡтисад фәндәре профессоры дәрәжәһенә күтәрелә....

Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...
Рубрикалар / Хәтер // 28-11-2016, 15:49


Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...
Кескәй генә бер күбәләк ине,
Донъялыҡта донъя йәмләтте.
(Мостай Кәримдән).


Ҡара көҙ. Шәмсебеҙ бөгөн асман­ға көндәгенән дә һуңлабыраҡ үрмәләргә ниәтләнде, ахыры. Ваҡыт һанауынса, күптән үк яҡтыртырға тейеш тә бит, ҡараңғылыҡ шаршауы яланғас ағас ботаҡтарына, өй ҡыйыҡтарына үрмәксе ауындай эленеп алған да, һис ысҡынаһы түгел. Йылдың көндән-көн шоҡрая барған ошо мәлен яратмайым мин. Яҡтылыҡ һүрәнәйгән һайын тын ҡыҫылғандай, донъя тарайғандай. Ҡояшлы һәр мәлде ни әмәлдәр менәндер туҡтатҡы, уның хәҙер генә һүнер нурҙарының, исмаһам, осмотон йомарлап, йөрәктең бер мөйөшөнә йәшереп ҡуйғы килә. Донъя хәлен белеп булмай, шул нур осмото, бәлки, ғүмереңдең иң өшәнесле мәлендә тамсы һыу, күкрәк тултырып һуңғы тын алыу һымаҡ, йәшәүеңдең ахырғы хәжәте булып ҡуйыуы бар.
“Бер олоғо килә айға ҡарап, сәхрәләге яңғыҙ бүреләй...” ошо һүҙҙәр нисәмә көн, йоҡоһоҙ төндәр, бер генә минутҡа ла тынғылыҡ бирмәй, теңкәне ҡорота, аҡтыҡ хәлемде алғандай. Хәләлең менән йәшәлгән ғүмереңдең һәр мәлен йыш иләктән үткәреп ултырыу үҙең өсөн ауыр тормош хисабы булһа ла, был, ысындан да, шәхсән үҙеңдең генә кисерештәрең. Күҙҙәрең менән йөрәгеңдең бер юлы сырҡырауын һиҙгән-күргән кешеләр хәҙер бигүк күп тә түгел бит инде. Йәнә лә: “Ир кешеләр иламай”, – тигән яһалма ғорурлыҡмы, ялған ныҡлыҡмы, барыбер һине йомолта, бар булмышыңды ялмап алған ут, тышҡы ҡиәфәтеңә күҙгә элерлек ҡағылмаһа ла, эсеңде күмергә әйләндерә....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Имен хеҙмәт итеп ҡайт, Илгиз!



  • Радио Юлдаш FM