НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Панкреатит йонсотһа
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 27-05-2017, 16:22


Панкреатит йонсотһаАшҡаҙан аҫты биҙе ауырыуынан ҡотолоу өсөн көн һайын иртәле-кисле ашарҙан ике сәғәт алда берәр стакан яңы әҙерләнгән картуф һуты эсергә, тағы биш минуттан һуң тәбиғи һөттән әҙерләнгән кефир эсергә кәрәк. Дауаланыу курсы – 15 көн. Һуңынан 12 көн ял итеп алырға һәм тағы ла дауаланыу курсын ҡабатларға тура килер. Тулыһынса һауығыу өөн 3 – 4 курс етә. Әлбиттә, һут яңы өлгөргән картуфтан алынырға тейеш, сөнки февралдән һуң унда соланин тигән ағыулы матдә барлыҡҡа килә.
...

Гранат күп ауырыуға дауа
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 21-05-2017, 16:18


Гранат күп ауырыуға дауаГранатты емешкә һанамаусылар һәм артыҡ яратып бармаусылар ныҡ яңылыша. Был файҙалы емеште көндәлек рационға индермәһәк тә, аҙнаһына бер тапҡыр булһа ла ашағанда, бик күп ауырыуға дауа булыр ине.
Түбәндә уның сәләмәтлек өсөн файҙалы үҙенсәлектәре менән ныҡлабыраҡ таныштырабыҙ....

Гастрит: төрҙәре һәм дауалау ысулдары
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 18-05-2017, 16:16


Гастрит:  төрҙәре һәм дауалау ысулдарыБилдәләре
Гастрит булғанда ашҡаҙандың лайлалы ҡатламы шешә һәм ҡыҙара, унда күп ҡатлы бөрмә барлыҡҡа килә. Ашҡаҙан һуты күп бүленеп сығыу сәбәпле, кикертә башлай. Киҫкен гастрит, ғәҙәттә, ҡапыл башлана: ныҡ итеп күңел болғана, уҡшыта, эс ауырта, ауыҙҙа шайыҡ йыйыла, хәл бөтә, температура ла күтәрелеүе мөмкин. Сирҙең бер нисә сәғәт йә нисәлер көн дауам итеүе ихтимал. Ауырыу уға этәргес биреүсе факторҙың йоғонтоһо бөтөү менән үҙенән-үҙе туҡтай. Ә ауыр осраҡтарҙа дарыуҙар менән дауалайҙар.
...

Биткә һытҡы сыҡҡанда
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 18-05-2017, 10:00


Биткә һытҡы сыҡҡанда
- Дегәнәк тамыры тө­нәтмәһе эсергә кәрәк. Уны әҙерләү өсөн 1 стакан тамырға 500 мл һыу ҡойоп, талғын утта 10 минут ҡайнатырға. Һөҙөп алғандан һуң көнөнә 50 – 70 мл эсергә мөмкин.
...

Талпан нимәһе менән хәүефле?
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 17-05-2017, 11:46


Талпан нимәһе менән хәүефле?
Йыл һайын талпан ҡаҙалыуҙан йөҙәрләгән кеше зыян күрә. Был паразит-бөжәктәрҙән күп төрлө ҡурҡыныс сир эләктерергә мөмкин. Уларҙың барыһы ла ауырыу тарата тип уйларға ярамай, вирус бөжәктәрҙең 2 – 3 процентында ғына йәшәй. Ҡарап тороуға инфекцион ауырыу таратыусы талпанды башҡаларынан айырып булмай. Быны санитар эпидемиология станцияһында ғына тикшереп белеп була. Шуға күрә лә ҡаҙалған талпанды тартып сығарғас ташларға ярамай, ә берәй һауытҡа һалып, медицина лабораторияһына алып барырға кәрәк....

Табип булыу еңел түгел
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 15-05-2017, 16:17


Табип булыу еңел түгел
Йәш белгестәр быны яҡшы аңлай
Табип эшенең ауырлығы, улар хеҙмәтенең үтә яуаплы, ауыр, тынғыһыҙ, даими камиллашып тороуҙы талап иткәне һәр беребеҙгә билдәле. Медицина өлкәһендә көслө ихтыярлы, киң күңелле, изге йөрәкле эшһөйәр кешеләр генә эшләй ала. Шуға ла йыл һайын медицина университетын меңләгән студент тамамлаһа ла, республика дауаханалары кадрҙарға ҡытлыҡ кисерә. Оҙон аҡсаны артыҡ күргәндәр шәхси клиникаларға китә, “Земский доктор” программаһына эләккән йәштәр ҙә, тейешле ваҡыты тулыу менән, ҙур ҡалаларға юллана.
...

Тәмле дарыу
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 3-05-2017, 10:06


Тәмле дарыуЙөрәге ауыртып, дауаханаға эләккән әсәйемә хәлен белешергә барырға йыйынғас, башланғыс синыфта уҡыған улым менән икәүләп файҙалы һәм тәмле десерт әҙерләргә тотондоҡ. Уны әҙерләү анһат ҡына. Йыуылған өс банандың тышын алып, һәр береһен өсәр өлөшкә бүлдек. Йомшаҡ һары майға (1,5 ҡалаҡ) шунса уҡ шәкәр ҡушып болғап, биш ҡалаҡ эремсек, бер семтем ванилин (тәм бирһен өсөн) өҫтәп, миксер менән ипләп кенә туғыныҡ. Һәр банан өлөшөн яртыһынаса ошо крем менән һылап, әстерхан сәтләүеге онтағына тығып, пирожныйҙан ҡалған үтә күренмәле һауытҡа теҙеп ултырттыҡ. Ҡалған крем менән һәр банандың өҫтөн һырланыҡ та, түбәһен туңдырылған еләктәр менән биҙәнек. Бер банан­ға мүк еләге эләкте, икенсеһенә – ер еләге, өсөнсөһөнә – ҡара ҡарағат, дүртенсеһе башына сейә “кейҙе”.
Улымдың ниндәй ғорурлыҡ менән ошо тәмлекәсле һауытты өләсәһенә алып барыуын күрһәгеҙ! Ә әсәйемдең ҡыуаныуы һуң?!
Бындай ҡыуаныстар ҙа, банан да бик кәрәкле, файҙалы ул. Ундағы калий йөрәккә ыңғай йоғонто яһай. Магнийы күп булғас, тынысландыра ла. Шуғалыр ҙа ул депрессияға юл ҡуймай. Банандан әллә күпме төрлө десерт эшләп ашарға мөмкин, былай ғына ашауы ла тәмле. Һынап ҡарағыҙ!
Лариса Х....

Миләш ҡулланмау – яҙыҡ
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 1-05-2017, 11:35


Миләш ҡулланмау – яҙыҡМиләш беҙҙең яҡта күп үҫә, баҡсабыҙҙа ла уны ултыртҡанбыҙ – ҡыш көнө ҡыҙыл тәлгәштәре күҙҙең яуын ала! Йыл һайын ҡайнатма ҡайнатам, ҡышҡылыҡҡа туңдырам да. Балалар ҡайнатманы ла, миләш емештәренән бешерелгән татлы бәлештәрҙе лә яратып ашай. Бынан тыш, үҙем өсөн айырым дауа ла әҙерләйем.
Йәштән гипертония менән яфаланғанымды белгәс, бер таныш апай рецепт өйрәткәйне, шул килеште. Бәлки, тағы ла кемгәлер файҙаһы тейер тип, “Йәшлек” гәзите уҡыусылары менән дә бүлешәм. Ҡыҙыл миләш емештәрен ботаҡсаларынан айырып, йылы һыуҙа сайҡайым да, таҫтамалға йәйеп һалып, бер аҙ киптерәм. Аҙаҡ ит турағыс аша үткәреп, массаға шәкәр ҡушам. Бер килограмм миләшкә 150 – 200 грамм шәкәр кәрәк. Шәкәр урынына бал булһа, бигерәк тә яҡшы. Яҡшылап бутағас, татлы массаны стерилләнгән бәләкәй банкаларға тултырып, ҡапҡас менән ябып, һыуытҡысҡа ултыртам. Иртән уянғас та әскелтем тәмле дарыу­ҙы бер балғалаҡ ҡабам, йоҡлар алдынан да (ашағандан һуң бер сәғәт үткәс) шунса уҡ ашап ҡуям.
Ботаҡсаларын да ташламайым, йәшел сәйгә ҡушам да, төнәтеп эсәм. С һәм Р витаминдарының һандығы булған миләш, ҡан баҫымын көйләүҙән тыш, атеросклероз кеүек яман сирҙе лә иҫкәртергә ярҙам итә. Үҙебеҙҙең ерлектә үҫкән бындай файҙалы дарыуҙы ҡулланмау яҙыҡтыр, тим.

Ғәлиә.

...

Ялҡауҙарға ял йәки Планка
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 30-04-2017, 10:01


Ялҡауҙарға ял йәки ПланкаКем ҡояш менән бергә тороп стадионға йүгергән, ете ҡат тиреһе сыҡҡансы тренажер залында шөғөлләнгән кешеләргә һоҡланып ҡарап, үҙе һаман “киләһе дүшәмбенән” генә спорт менән дуҫлаша башларға йыйына? Был һеҙме? Тимәк, ПЛАНКА тип атал­ған күнекмә тап һеҙҙең өсөн! Ҡорһаҡ мускулдарын ғына түгел, тотош тәнде нығытҡан күнекмәне башҡарыу өсөн бер нәмә лә кәрәкмәй, ни бары таҙа иҙән, ике минут ваҡыт һәм теләк кенә булһын. Ҡыл да ҡыбырлатырға теләмәгән ялҡауҙар, ҡасмағыҙ! Һеҙҙән бер кем дә хәрәкәт итеүегеҙҙе талап итмәй бит, планка – статик күнекмә. Унда иң мөһиме – тәнде дөрөҫ тотоу....

Баланың температураһын нисек төшөрөргә?
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 27-04-2017, 11:33


Баланың  температураһын  нисек төшөрөргә?Айырым сығырға мөмкинлегебеҙ булмағас, ҡайны-ҡәйнәм менән бергә йәшәйбеҙ. Татыу ғына йәшәргә теләһәк тә, ҡайһы ваҡыт бәхәсләшеп тә китәбеҙ. Яңыраҡ йәш ярымлыҡ балабыҙ һалҡын тейҙереп, температураһы күтәрелде. Ҡәйнәм, бөтә балаларымды шулай дауаланым, тип, ейәнсәрен һыу менән шыйығайтылған һеркә ме­нән ыуырға теләгәйне, мин быға юл ҡуйманым, ҡыҙыма температураны төшөргән дарыу эсер­ҙем. Баланы тыуғандан алып “химия” менән ағыулай­һығыҙ, тип, ҡәйнәм миңә асыу­ланды. Әсәйемә зарланып шыл­тыратҡайным, ул да ҡоҙағыйын яҡлашты: “Мин дә һинең температураңды шулай төшөрә торғайным”. Ҡыҙымдың өләсәйҙәре хаҡлымы ни?

Сәриә. Өфө ҡалаһы....


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр



  • Радио Юлдаш FM