НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Етен орлоғоноң шифаһы
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 6-11-2017, 08:30


Етен орлоғоноң шифаһыБилдәле булыуынса, етен майы бик файҙалы. Алмаштырғыһыҙ ҡуйы майлы кислоталарға бай булыуы менән ул хатта балыҡ майын да уҙып китә. Бер-ике ҡалаҡ етен майы организмдың был кислоталарға бер тәүлеклек ихтыяжын ҡаплай. Бынан тыш, унда бик файҙалы лайла бар, ул ашҡаҙандың һәм эсәктәрҙең елһенгән урындарына үҙенсә һаҡлаусы япма булып тора. Әйткәндәй, етен майы урынына уның орлоғон да ҡулланырға мөмкин.
...

Ҡабаҡтың һабағы ла файҙалы
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 5-11-2017, 13:11


Ҡабаҡтың һабағы ла файҙалыҠабаҡтың шифалы үҙенсәлектәре күптән билдәле. Һиндостанда был йәшелсә менән туберкулезды дауалай­ҙар, ә япондар уны күп сирҙән файҙалана. Элек-электән беҙҙең ата-бабалар ҡабаҡты дарыу урынына ҡулланған. Унда эсәктәр эшмәкәрлеген көйләүсе матдәләр бар. Эс ҡатҡанда ҡабаҡ – иң яҡшы сара. Бынан тыш, ул үт ҡыуығы эшмәкәрлеген көйләй, йыуан эсәктәге елһенеүҙе бөтөрә. Бөйөрөгөҙ ауыртһа, көн һайын ҡабаҡ һуты эсегеҙ....

Теш ауыртыуын нисек баҫырға?
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 3-11-2017, 13:05


Теш ауыртыуын нисек баҫырға?
Теш һыҙлағанда ун йылдан ашыу инде әстерхан сәтләүеге япрағын ҡулланам. Уларҙы ваҡлайым да, 1: 4 нисбәтендә араҡы ҡойоп, төнәтергә ҡуям. Теш һыҙлағанда ҡаҙнаһына ошо төнәтмәгә манып алынған мамыҡты ҡуям. Ғәҙәттә, ауыртыу тиҙ үк баҫыла. Сәтләүектең япрағын сәйнәргә лә була. Әммә оҙаҡ сәйнәргә ярамай, ауыҙҙы яндырырға мөмкин.

Ғиндулла.
Ейәнсура районы....

Киҙеүгә ҡаршы лимон майы
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 28-10-2017, 13:02


Киҙеүгә ҡаршы  лимон майыКиҙеүҙе иҫкәртеү өсөн ауырыуҙың тәүге билдәләре күренә башлау менән лимон ҡулланырға кәрәк. Бының өсөн уны йыуып, бөтәүләй ҡайнар һыуға төшөрөргә һәм биш минут ҡайнатырға. Һуңынан киҫәктәргә бүлеп, ит үткәргес аша үткәрергә. Килеп сыҡҡан бутҡаға 100 г аҡ май, ике-өс ҡалаҡ бал ҡушырға. Иртәле-кисле берәр балғалаҡ ашарға. Тәьҫир итеү йоғонтоһон көсәйтеү өсөн иҙелгән һарымһаҡ ҡушырға була.

Шәрифә.
Мәләүез районы.
...

Ни өсөн лимфа төйөндәре ҙурая?
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 23-10-2017, 12:56


Ни өсөн лимфа төйөндәре ҙурая?
Ҡултыҡ аҫты лимфаденитынан нисек ҡотолорға? Миндә ике төйөр барлыҡҡа килде. Ваҡыты-ваҡыты менән улар бер аҙ бәләкәсәйә, әле иһә ҡабат ҙурайҙылар.
Исмәғил.
Йәрмәкәй районы.

Лимфаденит – шешеүҙән лимфа төйөндәренең ҙурайыуы. Лимфа биҙҙәре нормала булғанда, бик бәләкәй була һәм ҡулға беленмәй. Лимфа төйөндәренең ҙурайыуының сәбәбе төрлөсә. Ҡағиҙә булараҡ, ауырыуҙың сығанағы лимфа төйөнөндә түгел, лимфа килгән зонала. Ҡултыҡ аҫты төйөндәре өсөн бындай зона – үпкә. Ҡултыҡ аҫты лимфа төйөндәре шешкәндә, ғәҙәттә, күкрәк ситлегенә рентген эшләйҙәр, сөнки уның сәбәбе үпкәнең елһенеүендә, туберкулез инфекцияһынан һәм башҡа үпкә ауырыуҙарынан булыуы мөмкин.
Лимфаденит башҡа инфекция ауырыуҙарынан да була. Тик был осраҡта ҡултыҡ аҫтындағы ғына түгел, ә башҡа өлкәләрҙәге лимфа төйөндәре лә ҙурая....

Сей яраға бәлзәм
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 20-10-2017, 16:03


Сей яраға бәлзәмЯҙлы-көҙлө ашҡаҙан сей яраһы йонсотһа, түбәндәге шифалы бәлзәмде ҡулланып ҡарағыҙ. Миңә файҙаһы тейҙе.
Йөҙәр грамм сөгөлдөр, кишер, алоэ, башлы һуған, торма һуты алырға һәм 100-әр г аҡ май, бал ҡушырға. 100 мл спирт өҫтәп, яҡшы итеп бутарға. Һуңынан балсыҡ көршәккә һалып, өҫтөн туҡыма менән ныҡ итеп бәйләргә йәки ҡамыр менән ябып, 1,5 тәүлеккә йылы урынға ҡуйырға. Әҙер булғас, көнөнә өс тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә. Бәлзәмде һыуытҡыста һаҡларға кәрәк.

Гөлзәминә Ф.
Краснокама районы....

Аяҡ тирләгәндә
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 16-10-2017, 09:00


Аяҡ тирләгәндәИртәле-кисле аяҡтарҙы ромашка йәки һоло һаламы төнәтмәһе менән йыуырға. Һыуға 20 тамсы сәй ағасы майы тамыҙырға була. Аҙағынан һалҡын һыу менән сайҡатырға. Ҡоротҡансы һөрткәндән һуң, бармаҡтар араһына һәм табанға бер нисә тамсы сәй ағасы майы һөртөргә мөмкин. Ике аҙнанан һуң аяҡ тирләүенең нимә икәнен дә оноттом. Өҫтәүенә, күп йылдар ыҙалатҡан хроник тымау ҙа юҡҡа сыҡты.

Өлфәт М.
Шишмә районы....

Баш шаулағанда
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 14-10-2017, 11:07


Баш шаулағанда- Ҡолаҡҡа бешкән сөгөлдөр һуты йәиһә һуған һуты тамыҙырға.

- Бер литрлыҡ банкаға кипкән туҡранбаш (клевер) үләне һалып, өҫтөнә араҡы ҡойоп, 12 көн ҡараңғы урында төнәтергә. Төнәтмәне өс ай буйы төнгөлөккә берәр ҡалаҡ эсергә. Һуңынан бер аҙ туҡтап торорға ла, йәнә дауалау курсын ҡабатларға мөмкин. Туҡранбашты сәй урынына бешереп эсергә лә мөмкин. Ул баш ауыртыуын баҫа, ҡан баҫымын төшөрә, гемоглобинды күтәрә.
...

Ҡыр кесерткәненең файҙаһы тейҙе
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 11-10-2017, 12:59


Ҡыр  кесерткәненең  файҙаһы тейҙе
Аяҡ тамырҙары атеросклерозынан ҡыр кесерткәне ярҙам итә. Бының өсөн ике ус яҡшы итеп йыуылған яңы кесерткән тамыры, һабағы һәм япрағын алырға һәм 5 литр һалҡын һыу ҡойоп төнәтергә. Иртәгәһенә шуны ҡайнатып сығарып, аяҡты тығып ултырырлыҡ температураға еткәнсе һыуытырға. Аяҡтарҙы шул һыуҙа 20 минут тоторға. Кесерткәнен алмағанда төнәтмәне ике-өс тапҡыр ҡулланырға мөмкин. Кипкән кесерткән тамыры ла ярай. Шулай уҡ файҙаһы тейә.
Гөлшат.
Бөрйән районы.
...

Йүтәлдән нисек ҡотолорға?
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 8-10-2017, 15:52


Йүтәлдән нисек ҡотолорға?
- 2 ҡалаҡ иҙелгән һарымһаҡты 100 грамм аҡ майға ҡушып болғатығыҙ. Ошо май менән төнгөлөккә аяҡ табандарын майлағыҙ, ойоҡбаш кейегеҙ. Был дауа тиҙ арала ярҙам итә.
...


  • Шайтан
  • Һынауҙарҙан ҡайырылмаһын яҙмыштар
  • Рәнйеш алмағыҙ!
  • Зәлиә ВӘЛИЕВА
  • Башҡорт википедияһы йәштәрҙе көтә!
  • Таяҡтар менән йөрөүҙең файҙаһы нимәлә?
  • Мәрйәм Бураҡаева олпат юбилейын билдәләй!
  • Үҙ телеңде үҙең яҡла!
  • Йондоҙнамә (16-20 апрель)
  • Атайлы булһын балалар!



  • Радио Юлдаш FM