НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Ҡан тамырҙары өсөн “алтын һөт”
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 30-04-2018, 07:00


Ҡан тамырҙары өсөн  “алтын һөт”Был шифалы дарыу тиҙ арала ҡан тамыр­ҙарының капиллярҙар селтәрен тергеҙергә, таҙартырға, тоҙ ултырыуға ҡаршы көрәшергә ярҙам итә. Шулай уҡ биттең төҫөн матурайта, артриттан файҙаһы бар һәм тотош организмды йәшәртеүгә булышлыҡ итә....

Һаҡ булығыҙ! Быйыл талпан күп
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 29-04-2018, 06:30


Һаҡ булығыҙ!  Быйыл талпан күп
“Көн ҡапыл йылытҡанғамы, талпандар быйыл бигерәк күп. Урманға барырға ла түгел, баҡсала ла туп-тулы, ағас­тар янынан үткәндә ике-өс талпан өйгә эйәреп тә инә”, – тип зарлана ауыл халҡы. Тимәк, кемдәр алдағы ялда һәм май байрамдарында баҡсаға йыйына, тәбиғәт ҡосағына шешлеккә сығырға уйлай, һаҡ булырға кәрәк. Әйткәндәй, был бөжәктең эткә һәм бесәйгә эйәреп тә өйгә инеүе мөмкин.
Йыл һайын талпан ҡаҙалыуҙан йөҙәрләгән кеше зыян күрә. Был паразит-бөжәктәрҙән сәләмәтлек өсөн ҡурҡыныс булған төрлө сир эләктерергә мөмкин. Уларҙың барыһы ла ауырыу тарата, тип уйларға ярамай, вирус бөжәктәрҙең 2 – 3 процентында ғына йәшәй. Ҡарап тороуға инфекцион ауырыу таратыусы талпанды башҡаларынан айырып булмай. Быны санитар-эпидемиология станцияһында ғына тикшереп белеп була. Шуға күрә лә ҡаҙал­ған талпанды тартып сығарғас, медицина лабораторияһына тапшырырға ҡушалар.
...

Сирень сәскә атҡанда
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 28-04-2018, 10:06


Сирень сәскә атҡандаСирень сәскәһенә һәм уның хуш еҫенә һоҡланмаған кеше һирәктер. Матурлыҡтан тыш, ул башҡа бик мөһим сифаттарға ла эйә. Был – уның шифалы үҙенсәлектәре. Сирень сәскәһе эфир майҙарына, фарнезол, фенолгликозид сирингин кеүек матдәләргә, ә япрағы һәм бөрөләре флавоноидтарға, аскорбин кислотаһына, сайырға, фитонцидтарға һәм дубиль матдәләргә бай. Халыҡ медицинаһы ҡыуаҡтың сәскәһенән, бөрөһөнән һәм япраҡтарынан шифалы төнәтмәләр әҙерләргә кәңәш итә....

Һауа дымландырғыс – файҙамы, зыянмы?
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 24-04-2018, 07:00


Һауа дымландырғыс – файҙамы, зыянмы?
Улым ике йәшкә етмәҫ элек хроник аденоидит сире менән яфалана башланы. Йәғни ниндәйҙер вирус йәки бактерия инфекцияһы менән “осрашыу”ҙан һуң баҙам биҙендә елһенеү процесы башланып китә. Был инде танауҙан бер туҡтауһыҙ һары-йәшел ҡуйы маңҡаның ағыуы, насар еҫ тигән һүҙ. Улыма тын алыуы ауырлаша, башы ауырта, әлегә уның тын алыу юлдары тар булғанлыҡтан, сирҙе ауыр үткәрә. Дарыуҙарҙың ниндәйен генә ҡулланманыҡ: дауалап бөттөк тигәндә, бер нисә көндән аҫтыртын сир өр-яңынан башлана ине. Табиптар был диагнозды, балалар баҡсаһына иртә йөрөй башлау касафаты, тип аңлатты. Яслегә барғанда улыма ни бары 1 йәш тә 8 ай ғына ине шул. Бөгөнгө аҡылым булһа, баламды 3 йәштән һуң ғына баҡсаға илтер инем....

Ҡыҙҙар менән борсаҡ бешмәй
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 23-04-2018, 07:00


Ҡыҙҙар менән борсаҡ бешмәй
Миңә 31 йәш. Әрмелә хеҙмәт иттем, урта махсус белемем бар, Салауат ҡалаһында эшләп йөрөйөм. “Йәшлек” гәзите аша психологтан кәңәш һорарға булдым.
Эш шунда: ҡыҙҙар менән уртаҡ тел таба алмайым. Берәйһе менән таныш­һам, үҙемде нишләптер эре һәм тупаҫ тотам, әсе шаяртыуҙар ысҡындырам.
Алмас....

Остеохондрозға ҡаршы – йод менән лимон
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 19-04-2018, 07:00


Остеохондрозға ҡаршы –  йод  менән лимон
Елкә остеохондрозын тулыһынса дауалап бөтөрөп булмай, әммә хәлде бер аҙ еңеләйтергә мөмкин. Бында түбәндәге рецепт ярҙам итер. Бер үк күләмдә лимон һуты менән 10 процентлы йод спиртын бергә бутарға һәм умыртҡа бағанаһы буйына ауыртҡан урынға 5 – 8 см яҫылығында һөртөргә. Күпмелер ваҡыттан һуң тиренең ҡайһы бер өлөштәре алданыраҡ ағарып сыға. Тап ошо ниндәйҙер тайпылыш булыуы хаҡында һөйләй. Шул урынға артабан ошо ҡатнашманы көнөнә бер тапҡыр һөртөргә кәрәк. Тиреһе ағарыуҙан туҡтағансы, йәғни өс-биш көн буйы һарғылт килеш ҡалғансы дауалауҙы дауам итергә. Ғәҙәттә, дауалау курсы өс аҙна дауам итә.
Елкә остеохондрозын дауалауҙың был ысулын гимнастика менән бергә ҡуллан­ғанда тағы ла яҡшыраҡ һөҙөмтә бирә. Әҙер ҡатнашманы ҡараңғы һалҡын урында һаҡларға, ҡулланыр алдынан яҡшы итеп бутарға. Лимон һуты ҡушылған йод иретмәһен радикулит, артрит, миозит кеүек башҡа умыртҡа бағанаһы ауырыуҙарын дауалауҙа ла ҡулланалар....

Күрше хаҡы ни хаҡ?
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 18-04-2018, 08:00


Күрше хаҡы ни хаҡ?
Ҙур булмаған ауылда йәшәйем, халыҡ татыу. Күршеләремдең бер алама ғәҙәте интектерә. Улар йыш ҡына әйбер һорай ҙа йөрөй. Сәй, һабын, көнбағыш майы, икмәк-тоҙҙан башлап, биҙрә-тас, көрәк-балта һ.б. әйберҙәрҙе үтескә ала. Ҡайһы саҡ кире ҡайтаралар, ә ҡайһы берҙә юҡ, үҙебеҙ ҙә онотабыҙ. Яҡында ғына магазин бар, бөтөнләй аҡсаһыҙ ултырмайҙар. Дөйөм алғанда, улар насар кеше түгел. Дауаханала ятҡанымда күрше ҡатын һыйырҙарымды һауып торҙо, уларҙың балалары менән минекеләр бик дуҫ. Мөнәсәбәттәрҙе боҙмай ғына уларҙы алама ғәҙәттәренән нисек арындырырға икән?
Рәшиҙә.
...

Таяҡтар менән йөрөүҙең файҙаһы нимәлә?
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 16-04-2018, 07:00


Таяҡтар менән йөрөүҙең  файҙаһы нимәлә?
Һуңғы ваҡытта йәмғиәтебеҙҙә сәләмәт тормош алып барыуға ыңғай ҡараш барлыҡҡа килде. Йәштәр ҙә, юҡ-бар менән ваҡыт уҙғарыуға ҡарағанда, саңғыла шыуыуға, йөҙөүгә, йүгереүгә, дуҫ-иштәре менән волейбол уйнауға һәм башҡа спорт төрҙәренә өҫтөнлөк бирә. Физик әүҙемлектең бөтә төрө араһында ла иң киң тарал­ғаны скандинавса йөрөү, тип әйтергә булалыр. Таяҡтар менән атлап йөрөүсе кешеләрҙе ҡала парктарында һәм урамдарында ғына түгел, ауылдар­ҙа ла йыш осратырға мөмкин. Улар берәмләп тә, төркөм-төркөм булып бергәләп тә йөрөй. Нилектән спорттың был төрө шулай киң популярлыҡ яулай башланы. Уның файҙаһы нимәлә һуң?...

Гипотониктарға кәңәштәр
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 11-04-2018, 16:38


Гипотониктарға кәңәштәр
Ҡан баҫымының түбән булыуына, гипертониянан айырмалы рәүештә, әллә ни иғтибар ҙа итеп бармайҙар. Шулай ҙа уның менән сирләүселәргә шулай уҡ еңел түгел. Баш ауыртыу, хәлһеҙлек, баш әйләнеү, аң юғалтыу – бына уның билдәләре. Уларға шулай уҡ апатия, хроник депрессия һәм хатта кардионеврозды ла индерергә мөмкин.
...


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Ҡолаҡ һал!
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Монафиҡ (Хикәйә)
  • Тыуған ауылына рәхмәтле йырсы
  • Оҙаҡ йәшәүҙең туғыҙ сере
  • Үткәндәргә илаулап, бөгөнгөһөн юғалта күрмәгеҙ
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.08.2018)
  • Вниманию зарегестрированнх кандидатов, избирательных объединений, на выборах депутатов Государственного Собрания – Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.07.2018)
  • Ҡартлыҡ бәхеттәре кемгә насип?



  • Радио Юлдаш FM