НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Әнисә апайҙы Германияға ла саҡыралар
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 17-02-2018, 08:00


Әнисә апайҙы Германияға ла саҡыраларӘбйәлил ҡыҙы ата-бабаларынан күскән һәләте, ҡул көсө менән кешеләргә ярҙам итә

Кешене эшенә ҡарап баһалайҙар, хөрмәтләйҙәр. Әнисә Рәйес ҡыҙы Намаҙбаева ла ҡул көсө, тәбиғәттән, ата-бабаларынан күскән һәләте менән кешеләрҙе дауалап, танылды. Хәҙер уның тураһында йыш яҙалар, республика телевидениеһы аша ла күрһәттеләр. “Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районының данлы ҡыҙҙары” тигән китапта ла Әнисә Рәйес ҡыҙы лайыҡлы урын алған. Әммә ул, эшенең төп баһаһы – халыҡ рәхмәте, тип иҫәпләй. Әбйәлил ҡыҙы ата-бабаларынан күскән һәләте, ҡул көсө менән кешеләргә ярҙам итә...

Һалҡын тейеүҙән дауаланырғамы?
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 16-02-2018, 07:00


Һалҡын тейеүҙән дауаланырғамы?Һәр кем йылына бер тапҡыр ғына булһа ла һалҡын тейҙереп ауырый. Күптәр уға артыҡ иғтибар итеп бармай. Әммә белгестәр һәр ауырыуға яуаплы ҡарарға кәңәш итә. Ни өсөн?
Йүтәл, тымау, күҙҙәрҙең ҡыҙарыуы, тамаҡ ауыртыу – вируслы инфекцияға хас күренештәр. Гигиена һәм эпидемиология үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, инфекция ауырыу­ҙарының 93 проценты киҫкен респиратор вируслы инфекцияларға тура килә.
Кешеләрҙең 90 проценты йылына кәмендә бер тапҡыр, халыҡса әйткәндә, һалҡын тейҙереп ауырый. Әммә шул уҡ ваҡытта, тирә-яҡтағылар­ҙы зарарлап, эшкә, уҡырға йөрөүен дауам итә. Күптәр үҙ аллы дауаланыуға өҫтөнлөк бирә. Киҫкен вируслы инфекцияны дауалау кәрәкме, юҡмы?...

“Балаларым мине көнләшә”
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 15-02-2018, 08:30


“Балаларым мине көнләшә”
Ирем менән айырылышҡанбыҙ, ике балабыҙ бар. Яңыраҡ бер ир менән осраша башланым, ләкин балалар мине унан көнләшә. Бигерәк тә ете йәшлек өлкән улым, насар әсәйһең, тип ғәйепләй, дуҫым менән нимә тураһында һөйләшкәнде тыңлай, миңә ҡысҡыра. “Һеҙҙең һымаҡ уҡ дуҫтарым менән аралашҡым килә”, – тип, уға аңлатып ҡарайым, әммә ул ҡарыша. “Дуҫтарың кәрәкмәй, бер ҡайҙа ла беҙҙе ташлап китмә”, – ти. Ярҙам итегеҙ, зинһар.
Айһылыу Ш....

Ниндәй дарыу һайларға?
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 14-02-2018, 08:00


Ниндәй дарыу һайларға?
Бөгөн дарыуҙарҙың ниндәйе генә юҡ. Һәр ауырыуға төрлөһөн һайлап алырға мөмкин. Кемдәрҙер – хаҡына, кемдәрҙер сифатына ҡарап, үҙенә оҡшағанын һайлай. Әммә һайлаған ваҡытта нисек яңылышмаҫҡа? Ғөмүмән, дарыуҙың ҡайһыныһы яҡшыраҡ?
Уларҙың барыһының да составында ике йөҙ самаһы матдә бар. Дарыуҙың исеме һәм шуға ярашлы хаҡы етештереүсе фирмаһына ҡарап үҙгәрә. Шунлыҡтан үтә ҡиммәтле һәм иң арзан дарыу ҙа берҙәй үк һөҙөмтәгә эйә булыуы ихтимал. Ә һатып алынған дарыуҙың файҙаһы тейһен өсөн уны тәғәйенләнеше буйынса ҡулланырға кәрәк....

Прополис менән дауалау
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 13-02-2018, 07:00


Прополис менән дауалау
Ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарын прополис менән дә дауалап була. Спиртлы төнәтмәһен әҙерләү өсөн 10 г прополисты ваҡлап, 100 г спирт ҡойорға һәм 30 минут болғатып торорға. Өс көн төнәтергә, тағы болғатырға һәм 2 сәғәткә һалҡынға ҡуйып алғандан һуң ҡағыҙ фильтр аша һөҙөргә. 18 – 20 көн буйы 15 – 20 тамсыһын һыуға йәиһә һөткә ҡушып, ашарҙан ярты сәғәт алда эсергә.
Ашҡаҙан-эсәк тракты өсөн прополис майы ла файҙалы. Уны әҙерләү өсөн 10 г ваҡланған прополисҡа һыулы банкаға ултыртып йылытыл­ған аҡ майҙы ҡушып бутарға. Ошо ҡатнашманы шулай уҡ һыулы банкаға ҡуйып һәм туҡтауһыҙ бутап тороп, 50 – 60 минут йылытырға. Һуңынан бер ҡат марля аша һөҙөп алырға. Был дарыу ашҡаҙан сей яраһынан һәйбәт. Ауыртыу, ғәҙәттә, 4 – 5 көндә кәмей, ә 10 – 12-се көнөнә бөтөнләй бөтә. Дауаланыу өсөн ашарҙан ярты сәғәт алда, һөткә ҡушып, көнөнә өс тапҡыр берәр балғалаҡ эсергә. Дауаланыу курсы – 18 – 20 көн....

Минең дауам – энәлек
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 12-02-2018, 07:00


Минең дауам – энәлекЭнәлек шифалы үҫемлек булараҡ күптән билдәле. Халыҡ медицинаһында уның емешен һәм сәскәләрен йөрәк ауырыуҙарынан, йоҡоһоҙлоҡтан, баш әйләнеүҙән, тын етмәүҙән файҙаланғандар. Сәскәһенең һәм емешенең төнәтмәһен йөрәк неврозынан, гипертониянан, тын етмәгәндә, башҡа ҡан ағымы көсәйгәндә һәм көслө стресс кисергәндә эсәләр.
...

Банандан эсемлек
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 11-02-2018, 07:30


Банандан  эсемлек
Йоҡлар алдынан дәрсен (корица) менән бананды ҡайнатып эсеп ҡарағыҙ.
Был эсемлектең тәме үҙенсәлекле генә, ҡайһы берәүҙәргә оҡшап та етмәҫ, әммә иҫ киткес дауалау көсөнә эйә. Тиҙ арала организмығыҙҙы көйләп, аяҡҡа баҫтырыр. Коктейлдең төп компоненты булған банан калийға, магнийға һәм фосфорға бай. Калий йөрәк мускулы һәм, ғөмүмән, бөтә мускулдар өсөн дә файҙалы. Фосфор организмға углеводтарҙы үҙләштерергә ярҙам итәсәк. Дәрсен Альцгеймер, Паркинсон ауырыуҙарынан, склероздан, менингиттан һәм төрлө шештән һаҡлай.
Коктейль әҙерләү өсөн дәрсендең онтағын түгел, ә таяҡсаларын алырға кәрәк. Был ғәжәп тәмләткес түлһеҙлектән дә ярҙам итә, сөнки гүзәл заттың организмында ҡатын-ҡыҙ һәм ир-егет гормондары иҫәбен тигеҙләй. Бынан тыш, дәрсен ҡанда шәкәр һәм холестерин кимәлен кәметә. Шифалы эсемлектең файҙаһы өс көндән үк беленә башлай. Уны әҙерләү өсөн ныҡ бешкән бананды ла ҡулланырға мөмкин....

Сәсте нығытыу өсөн
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 8-02-2018, 06:00


Сәсте нығытыу өсөн
Дарыухананан "Эссенциале" (ампулалағы) дарыуын һатып алырға кәрәк буласаҡ.
Уның составында витаминдар һәм фосфолипидтар бар. Фосфолипид күҙәнәк мембраналарын нығыта, ә был сәстең тамырҙары өсөн бик тә яҡшы. 0,5 ампулаға бер йомортҡа һарыһы һәм 1 – 2 ҡалаҡ ҡаймаҡ ҡушып, бергә яҡшы итеп бутарға. Сәсте йыуғандан һуң, таҫтамал менән һыуын бер аҙ ҡоротҡас, ошо ҡатнашманы тамырҙарына һөртөргә һәм массаж яһарға. Һуңынан өҫтөнә целлофан һәм таҫтамал ҡаплап, бер сәғәт тоторға (ҡыҫҡа сәс өсөн 1/3 ампула ла етә). Һуңынан йылы һыу менән сайып төшөрөп, киптерергә генә ҡала. Аҙнаһына бер тапҡыр ҡабатлап торғанда, һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәҫ....

Күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәгеҙ
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 7-02-2018, 07:00


Күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәгеҙ
Депрессия – ауыр, ҡурҡыныс һәм хәлде алыусы сир. Өҫтәүенә, сирле кеше менән бергә уның яҡындары ла интегә, сөнки уның менән аралашыу ауырлаша. Бынан тыш, депрессия башҡа ауырыуҙарҙың да көсәйеүенә килтерә. Белгестәр күҙаллауынса, 2020 йылда был психик сир донъяла йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы ауырыуҙарынан ҡала икенсе урынды биләйәсәк. Был фаразға ышанғы килмәй, әлбиттә. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдар­ҙа ул ысынлап та киң тарала башланы. Йылдан-йыл төрҙәре лә арта бара....

Үпкәмде онота алмайым
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 5-02-2018, 11:17


Үпкәмде онота алмайымМинән 27 йәшкә оло бер инәйем бар. Элек бик йылы мөнәсәбәттә инек. Йыл ярым элек ул мине нахаҡҡа рәнйетте, яҡын кешеләрем хаҡында ла насар һүҙҙәр әйтте. Шунан алып уның менән бөтөнләй һөйләшмәйем. Аңлайым, мин уны ғәфү итергә тейешмен, яҡындарым да шуны талап итә, инәй ҙә күптән үҙенә саҡыра. Ләкин ул иҫемә төшһә, үҙенән-үҙе ҡулдарым йоҙроҡҡа төйөлә, ҡалтырана башлайым, кәйефем төшә. Ә фотоһы күҙгә салынһа, күңелем болғана. Ошо хәлем мине ҡурҡыта, әллә аҡылдан яҙа башланыммы?
Рима, 29 йәш.

Әгәр ҙә был проблеманы хәл итмәһәгеҙ, ул яңы конфликттар тыуҙырасаҡ, тормошоғоҙҙо артабан да ағыулаясаҡ. Ғүмер тиҙ генә үтә лә китә, үкенестәр ҡалмаһын.
Күңелегеҙҙә инәйегеҙгә ҡарата ҙур үпкә һәм әйтеп бөтөлмәгән һүҙҙәрегеҙ ята. Шуға күрә, һеҙҙә психосоматик үҙгәрештәр булған. Иң алда кире эмоцияларҙы сығарыр­ға кәрәк. Инәйегеҙҙең фотоһын алдығыҙға һалып алығыҙ ҙа, уға бар рәнйеүегеҙҙе һөйләгеҙ, илағыҙ, ҡысҡырығыҙ. Әгәр ҙә ҡыҙып китһәгеҙ, яҫтыҡты туҡмағыҙ (был шаярыу түгел, Японияла шундай алым бар). “Пар”ҙы сығарғас, туғанығыҙҙы ысын күңелдән ғәфү итегеҙ. Уға ҡарата йылы һүҙҙәр әйтегеҙ, изгелектәрен хәтерләгеҙ. Артабан бүләк тотоп, инәйегеҙгә ҡунаҡҡа барығыҙ. Ғәйеп ташламай ғына, уның менән аңлашығыҙ, ҡосаҡлашып илап алһағыҙ ҙа була. Шунан һуң йөрәгегеҙҙән ауыр таш төшөр, рәхәт кенә еңеллек тойорһоғоҙ. Киләсәктә ололарҙың ҡайһы бер сифаттарына юмор менән ҡарарға өйрәнһәгеҙ, яҡшыраҡ булыр.

Земфира ҒӘЙФУЛЛИНА,
психолог....


  • “Балалар менән эшләүе оҡшай”
  • Башҡорт википедияһы йәштәрҙе көтә!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.04.2018)
  • Ҡарғыш алма, алғыш ал!
  • Көнбағышлы пакет
  • Ҡурайсы, актер, йырсы, етәксе
  • Гимндар төрлө була…
  • Ураҙа айы мөбәрәк булһын!
  • Ишекте бикләгәндәр...
  • Йондоҙнамә (21-27 май)



  • Радио Юлдаш FM