НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Балалар ярҙамһыҙ ҡалмаҫ
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 28-06-2011, 14:07


Кохлеар имплантация буйынса операция кисергән ишетмәгән балалар ҡатмарлы хәлдә ҡалған. Шундай балаларҙың береһенең әсәһе хәбәр итеүенсә, кохлеар имплантат йөрөткән бер нисә бала телмәр процессоры һәм уның комплекттарын («зарядник», микрофон, тауыш тапшырғысы һ.б.) ала алмай.
«Аппараттың ҡулланыу ваҡыты үткәс тә, беҙ тейешле запас частар алырға тейешбеҙ. Әммә беҙгә, федераль программа буйынса тик телмәр процессорын ғына алмаштырыу ҡаралған, тип башҡа өлөштәрен биреүҙән баш тарталар. Ә комплект тулы булмаһа, процессорҙың кәрәге лә ҡалмай. Шул арҡала операция яһалған балалар яңынан һаңғыраулыҡҡа дусар ителә», – ти Надежда Тарасова. Бөгөн имплантат ҡуйылған балаларҙың байтағы ғәҙәти мәктәпкә, балалар баҡсаһына, түңәрәктәргә йөрөй. Уларҙы ҡабаттан ирешкән уңыштарынан яҙҙырыу дөрөҫ булмаҫ ине....

Таштимер академияһы
Башҡортостан / Һаулыҡ һаҡлау // 28-06-2011, 10:17


Таштимер академияһыБер танышым һуңғы йылдарҙа үҙенең эшендә байтаҡ уңыш ҡаҙанып, карьера баҫҡысы буйлап ышаныслы үрләй. Биографияһы менән таныштырғанда, ул һәр саҡ ике юғары белемле булыуына баҫым яһай. Баҡтиһәң, йәш сағында һөнәрселек училищеһында ла уҡыған икән. Ошо хаҡта ул өндәшмәүҙе хуп күрһә лә, училищелағы «Улар менән ғорурланабыҙ» тигән хөрмәт таҡтаһындағы фотоһы, исем-шәрифе уны баш-тояғы менән барыбер «һата». Нишләп ул тормошондағы был факт­ты башҡаларҙан йәшерергә маташа, тип уйлайһығыҙмы? Шунда уҡығаныма оялам, ти. Иретеп йәбештереүсе һөнәренә уҡып сыҡҡан икән, уның нимәһе ояттыр инде... Киреһенсә, ғорурланырға кәрәк тә һуң − ир кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ! Әммә һәр кемдең үҙ хәҡиҡәте....

Уф, серәкәй!
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 25-06-2011, 13:55


Йәй етеү менән кешеләр генә түгел, төрлө ҡорттар һәм бөжәктәр ҙә әүҙемләшә. Етмәһә, улар кешеләрҙе ауырттырып тешләргә лә күп һорап тормай. Тәбиғәт ҡосағында шул «дошман»дарҙан алыҫ торғо килә.
Әлбиттә, себен-серәкәйҙән ҡотолоу өсөн төрлө кремдар бар. Әммә уларҙың составында химик матдәләр булыуын бер генә минутҡа ла иҫтән сығармаҫҡа кәрәк. Иң мөһиме шул: серәкәй тешләүе арҡаһында тәндең ҡысыуы ғына түгел, ысынлап та, ауырып китеүең ихтимал. Шуға ла был йән эйәләренең тешләүен дауалауҙан профилактикалау артығыраҡ.
Себен-серәкәйҙе ҡасырыу өсөн эшләнгән кремдарҙы тәндең бөтә өлөштәренә һөртөүҙең кәрәге юҡ, уларҙы асыҡ урындарға ғына ла һөртөү етә. Әгәр серәкәй тешләгән урын әсетмәй, ҡысытмай икән, бер ниндәй ҙә май һөртөп тормағыҙ. Тирегеҙҙе тырнамаҫҡа тырышығыҙ....

Талпан
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 25-06-2011, 13:50


Себен һәм серәкәй тешләүе күп осраҡта оҙайлы ваҡытҡа һуҙылмаған уңайһыҙлыҡтар тыуҙырһа, талпандың тәнгә ҡаҙалыуы ҡурҡыныс эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Талпандар апрелдән башлап октябргә тиклем әүҙем була. Тап ошо мәлдә кешеләр һәм хайуандарҙың тәненә ҡаҙала. Был ҡанэскестәр бигерәк тә май айында әүҙемләшеп китә.
Талпандар ылыҫлы һәм ваҡ япраҡлы ағастар ҡушылған ҡыуаҡлы урмандарҙы үҙ итә. Был бөжәктәр ҡоро урында йәшәй алмай, тура төшкән ҡояш нурҙарынан ҡурҡа. Шуға ла рәхәтләнеп ял итеү өсөн ҡоро, ныҡлап ҡояш нурҙары төшкән ялан-болондарҙы һайларға кәрәк.
Талпан кешегә ҡаҙалғанда бер ниндәй ҙә ауыртыу һиҙелмәй. Сөнки был бөжәк тешләгән ваҡытта шайығында ауыртыуҙы баҫа торған матдә бүлеп сығара....

Сәскәйҙәрең толом-толом...
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 25-06-2011, 13:03


Әгәр сәсегеҙҙең шыма булып йылҡылдап тороуын теләһәгеҙ, йыуғандан һуң сайҡағанда һыуға бер аҙ ғына (бер литрға өс ҡалаҡ) һеркә (уксус) өҫтәгеҙ.
Сәсегеҙ матур һәм тере булһын өсөн уны даими ҡырҡып торорға кәрәк. Ҡыҫҡа сәсте 4 – 6, оҙонон 6 – 10 аҙна һайын тигеҙләп тороу та­лап ителә. Сәсегеҙҙе тиҙ генә дауалап алғығыҙ килһә, йыуыр алдынан йомортҡа һарыһы һылап, йылы итеп урап, ярты сәғәт самаһы шулай тотоғоҙ. Ул сәләмәт булһын өсөн шампунде ваҡыты-ваҡыты менән ал­маш­тырып торорға кәрәк. Әгәр ҙә айҙар буйына бер үк шампунь менән йыу­һағыҙ, уның ваҡ ҡына матдәләре сәскә ултырып ҡала башлай һәм улар йыуғанда ла бөтмәй....

Шыттырылған бойҙай көс бирер
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 21-06-2011, 11:47


Шыттырылған бойҙайҙың сәләмәтлек өсөн бик файҙалы икәнен халыҡ электән белгән. Элек хатта ондо ла шыттырылған бойҙайҙан тартҡандар. Сөнки һыу, яҡтылыҡ һәм йылылыҡ тәьҫире аҫтында бойҙай орлоғонда булған барлыҡ йәшәү көсө уяна һәм ри­зыҡ аша кеше организмына күсә. Шыттырылған бойҙай менән туҡла­ныу­ға килгәндә, йога менән шөғөлләнеүселәр шундай ысулды тәҡдим итә.
Бер кешегә иҫәпләгәндә 50 – 100 грамм самаһы бойҙайҙы һыуыҡ һыуҙа һәйбәтләп йыуалар. Шунан һуң һауыт­ҡа һалып, өҫтөнә сыҡмаҫлыҡ итеп һыу өҫтәргә лә, марля менән ябып, 24 сәғәткә йылы урынға ултыртырға. Тәүлек үтеүгә бойҙай орлоҡтарынан аҡ йәки йәшкелт төҫтәге бер миллиметр самаһы ҙурлығында шытым «моронлар»....

Һаулыҡты нисек нығытырға?
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 18-06-2011, 17:03


Сәләмәтлекте һаҡлауҙа гигиена ҡағиҙәләрен теүәл үтәү төп шарт. Мәҫәлән, ашар алдынан ҡулды йыумауҙың ҡурҡыныс йоғошло сиргә дусар итеүе билдәле. Шул уҡ ваҡытта, артыҡ таҙалыҡ та идеаль сәләмәтлек өсөн бигүк дөрөҫ юл була алмай икән. Ғалимдарҙың тикшереүе күрһәтеүенсә, ябай һабын урынына бактериаларға ҡаршы махсус таҙартҡыстар ҡулланған кешеләр йышыраҡ ауырый. Сөнки көслө антисептиктар тәндең тәбиғи бактериаль балансын боҙа, йәғни файҙалы бактериялар үлеп, киреһенсә, зыянлы патогендар үрсей башлай....

Балаларҙы наркотиктарҙан һаҡлайыҡ
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 18-06-2011, 16:56


Республика йортонда БР-ҙың Наркотиктарға ҡаршы көрәш комиссияһының сираттағы ултырышы үтте. Сарала БР Президенты Р. Хәмитов та ҡатнашты.
Комиссия ҡарарынса, Башҡортос­танда социаль тайпылыштарҙы иҫ­кәртеү буйынса белгестәр әҙерләү ойоштороласаҡ. Был ниәтте Президент та хупланы.
«Наркотиктарға ҡаршы эшмәкәрлектең, айырыуса балалар һәм йәштәр араһында тейешле һөҙөмтә бирмәү сәбәптәрен асыҡларға кәрәк», − тине Рөстәм Хәмитов. Үкенескә күрә, наркодилерҙар әлегә балалар аңына ата-әсәләр, педагогтарға ҡарағанда һөҙөмтәлерәк йоғонто яһай. Рес­публика етәксеһе фекеренсә, наркотик ҡулланып ҡарарға теләүсе һәр бала − беҙҙең еңелеү. Енәйәтсе­ләргә профессиональ рәүештә ҡар­шы тороу мотлаҡ....

Ревматизм – хәүефле сир
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 18-06-2011, 16:50


Был инфекцион-аллергик харак­тер­ҙағы ялҡынһыныу ауырыуын стрептококктарҙың бер төрө ҡуҙғата. Шуға күрә ул йыш ҡына ангина, йә иһә өҫкө һулыш юлдары сирҙәренән, йә башҡа инфекция кисергәндән һуң килеп сыға. Ревматизм менән ауырығанда, нигеҙҙә, йөрәк клапандары зарарлана һәм төрлө йөрәк сирҙәре барлыҡҡа килә. Быуындар зарарланыуы (полиартрит) ауырыу барышында ҡыҫҡа ваҡытлы күренеш кенә. Ғәҙәттә, ул стационар­ҙарҙа дауаланғандан һуң үтә. Ләкин ауырыу­ҙың киҫкен формаһынан һуң ул һыҙлаусан булып ҡала. Бигерәк тә ул үҙен көн боҙолғанда һиҙҙерә. Был медицина телендә артралгия тип атала....

Башҡорт ашамлыҡтары
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 14-06-2011, 15:34


Башҡорт ашамлыҡтары3 йомортҡа, 3 аш ҡалағы шәкәр, 750 г эремсек, 3 балғалаҡ манный ярмаһы, 1 лимон, 0,25 г ванилин, 200 г консерваланған ананас, 1 аш ҡалағы май, йөҙөм кәрәк.
Бер йомортҡа һарыһын айырып алыр­ға. Йомортҡа ағына һәм ҡалған йомортҡаларға шәкәр ҡушырға. Йөҙөмдө 30 минут һыуҙа ебетергә, эремсеккә манный ярмаһы, ҡырыл­ған лимон ҡабығы, ванилин, йөҙөм өҫтәргә. Һуңынан шәкәр менән туҡылған йомортҡа өҫтәп, яҡшылап болғатырға. Ананас телемдәрен май һыланған түңәрәк формалы табаға теҙергә, өҫтөнә эремсек һалып, ҡалған йомортҡа һарыһы менән һыларға.
180 градуслы духовкала 40 минут бешерергә....


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Аҡ күлдәк (Хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (21.09.2018)
  • Министром молодежной политики и спорта Республики Башкортостан назначен Руслан Хабибов
  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (14.09.2018)
  • Радий Хәбиров бөгөн Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов менән осрашты
  • Тормош – ҡуласа, әйләндереп бер баҫа
  • Үткәндәрҙе ебәрергә өйрәнегеҙ
  • Ылау (Хикәйә)
  • Ралина БУРАНҒОЛОВА



  • Радио Юлдаш FM