НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Пневмония аямай
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 15-01-2013, 12:33


Яңы йыл байрамдарында Көнбайыш хәрби округында төрлө хәрби частарҙа хеҙмәт иткән дүрт һалдат, үпкәһенә һыуыҡ тейҙереп, вафат булған.
Улар араһында 19 йәшлек Мәләүез ҡалаһы егете Зәкир Көсөкәев та бар. Хәрби медиктар вируслы-бактериаль инфекциялы пневмонияның эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн барыһын да эшләһә лә, сирҙәре аҙған егеттәрҙе ҡотҡара алмайҙар. Дауалауҙа һәр һалдаттың организм үҙенсәлектәре лә иҫәпкә алына, улар пациенттарҙың ата-әсәләре менән дә бәйләнешкә инә. Әммә ҡайһы берҙә медицина ла көсһөҙ....

Флюорография зыянлымы?
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 11-01-2013, 12:30


Флюорография зыянлымы?
Туберкулез бөгөн дә хәүефле сир һанала. Статистика буйынса, ин­фекция һәм паразит ауырыуҙарҙан вафат булыусыларҙың 80 – 85 процентын нәҡ ошо сирҙе йоҡтороусылар тәшкил итә. Туберкулез менән сирләүсе йүткергән, сөскөргән, һөйләшкән мәлдә сир башҡаларға һауа-тамсы юлы аша йоға. Автобуста йә магазинда уны йоҡтороу мөмкинлеге үтә ҙур түгел, әммә иммунитеты ҡаҡшаған кешенең ауырып китеүе ихтимал.
Был сир кешенең социаль-иҡтисади тормошо менән тығыҙ бәйләнгән. Насар туҡланыу, ҡояш яҡтылығы етмәү, һыуыҡ һәм дымлы торлаҡ уның аҙыуына сәбәпсе....

Шифалы үләндәрҙең урыҫса атамаһы
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 11-01-2013, 12:29


Айыу емеше – купена лекарственная
Айыу (урман) йыуаһы – черемша, лук победный
Айыу көпшәһе – дягиль лекарственный, дудник обыкновенный
Айыу ҡолағы – коровяк обыкновенный, медвежье ухо
Аҡ әнис – тмин обыкновенный...

һорау-яуап
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 11-01-2013, 12:28


«Полис кәрәкме?»
Миңә 75 йәш. Үҙемде һау тип иҫәпләйем, бер нисә йыл инде дауахана тупһаһына баҫҡаным да юҡ. Кешеләр медицина полистарын яңырта. Яҡын арала табиптарға мөрәжәғәт итергә уйламайым, шуға миңә уны мотлаҡ алмаштырырға кәрәкме?...

Ҡулдар – кешенең визит картаһы
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 11-01-2013, 12:27


Ҡулдар – кешенең визит картаһы
Күп ҡатын-ҡыҙҙар бит-муйын тиреһен тәрбиәләүгә күп ваҡытын сарыф итә. Ә бына ҡул һәм тырнаҡтары иғтибарҙан ситтә ҡала. Эйе, күптәр ҡулына туҡландырыусы крем һөртә, тырнаҡтарын лак менән буяй, әммә был ғына етмәй. Ҡулдарығыҙҙың йомшаҡ булыуын, уға ҡағылғандар уның нәфислеген хәтерендә ҡалдырыуын теләһәгеҙ, түбәндәге кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ....

Бөйөр ауыртҡанда ярҙам итер
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 11-01-2013, 12:26


Бөйөр ауыртҡанда ярҙам итер
Киҫкен пиелонефрит (бөйөр ауырыуы) ваҡытында күберәк петрушка, кишер, сөгөлдөр ашағыҙ, емеш-еләк һуты, компоттан өҙөлмәгеҙ. Әсе, ҡыҙҙырылған, майлы ризыҡтан баш тартығыҙ....

Мастопатия йонсотһа...
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 11-01-2013, 12:25


Бик оҙаҡ мастопатиянан яфаландым. Килендәшем был сирҙән бик шәп дауа өйрәтте. Һөҙөмтәлә бер аҙна тигәндә һауыҡтым! Мин бөтәһе ете процедура үттем, ә ҡыҙыма бишәү ҙә етте. Дауаланыуыма бер йыл үтте, сир миндә ҡабатланманы.
Ике йөҙ грамм тирәһе ҡыҙыл сөгөлдөрҙө ҡырғыстан үткәрегеҙ. Шунан уны быяла һауытҡа һалып, ҡайнар һыу ҡойолған кәстрүлгә ултыртығыҙ. Сөгөлдөр йылынғас...

Никотин ҡоллоғонан азат булығыҙ!
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 11-01-2013, 12:25


Тәмәкенән ҡотолорға теләүселәргә бер ысул өйрәтмәксемен. Был турала “ЗОЖ” гәзитендә уҡығайным. Урыҫтарҙың Масленица байрамының һуңғы көнө “Прощенное воскресенье” тип атала. Шул төндә һуңғы тәмәкене тартығыҙ ҙа, ҡабы менән ҡуша сүплеккә ырғытығыҙ. Шунан ары тартыу теләге барлыҡҡа килмәҫ. “Прощенное воскресенье” 2013 йылдың 17 мартында була.
Оҙаҡ йылдар күпләп тәмәке тартыусы был алама ғәҙәтенән ҡотолғас та сәсәп йонсой. Башҡортостандың билдәле фитотерапевы Рим Әхмәтовтың рецебы һеҙгә ярҙам итер....

Умыртҡа бағанаһы – ул ғүмер ағасы
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 11-01-2013, 12:24


Умыртҡа бағанаһы –  ул ғүмер ағасы
Медицина фәндәре кандидаты, юғары категориялы табип, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, БДМУ-ның физик тәрбиә, дауалаусы физик культура һәм табиплыҡ контроле кафедраһы доценты Зөбәйер Мусин менән умыртҡа бағанаһының сәләмәтлеге хаҡында һөйләштек.
– Ҡытайҙар умыртҡаны, ғүмер ағасы, ти. Ысынлап та, уның торошона дөйөм һаулыҡ тығыҙ бәйләнгән. Умыртҡа эсенән арҡа мейеһе үтә, ул эске ағзалар һәм баш мейеһе менән бәйләнеш булдыра....

Табиптарҙы ла аңлау кәрәк
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 11-01-2013, 12:01


(«Хәрби-табип комиссияһы нимә ҡараған?», «Йәшлек», 20 ноябрь, 2012 йыл, N89)
З. Хәсәнованың «Хәрби-табип комиссияһы нимә ҡараған?» исемле мәҡәләһен уҡып саҡҡас та, авторҙың борсолоулы, үпкәле һүҙҙәрен ниндәйҙер кимәлдә үҙемә ҡағылышлы һымағыраҡ итеп ҡабул иттем. Сөнки мин – элекке хәрби табип. Инде ун йыл тирәһе отставкала булыуыма ҡарамаҫтан, һаман да үҙемде шул «тире» эсендәге кеүек тоям. «Яман шеш» тип аталған шундай ҙа етди сирҙәрҙе лә ваҡытында күреп, тейешенсә диагноз ҡуя алмаған табиптарға ҡарата, тәү ҡарауҙа, ысынлап та, тап автор ҡуйған һорау бик тә урынлы һымаҡ....


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Аҡ күлдәк (Хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (21.09.2018)
  • Министром молодежной политики и спорта Республики Башкортостан назначен Руслан Хабибов
  • Радий Хәбиров бөгөн Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов менән осрашты
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (28.09.2018)
  • Үткәндәрҙе ебәрергә өйрәнегеҙ
  • Совет Башҡортостанына бағышланған значок: "Башкирия"
  • Ралина БУРАНҒОЛОВА
  • РЕСПУБЛИКА КӨНӨ МЕНӘН, ВАТАНДАШТАР!!!
  • Әрем – бик көслө дауа



  • Радио Юлдаш FM