НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Йоҡоғоҙ тәмле булһын!
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 22-03-2018, 08:00


Йоҡоғоҙ тәмле булһын!
Һуңғы осорҙа бер проблема борсой башланы. Ятып, ойоп ҡына йоҡоға тала башлаһам, үҙемде ҡайҙалыр ҡолап төшкән һымаҡ тойоп, тертләп уянам. Шул мәлдә йөрәк дарҫлап тибә, ҡалтырата. Миндә йөрәк ауырыуы юҡ. Был хәл ни өсөн барлыҡҡа килә икән, унан нисек ҡотолорға мөмкин?
Радмир Ш.
Өфө ҡалаһы....

Насар ғәҙәттән нисек ҡотолорға?
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 13-03-2018, 06:30


Насар ғәҙәттән нисек ҡотолорға?
Был һорауымды кемгә бирергә белмәй йөрөнөм, табипҡа барырға уңайһыҙланам. Шуға ла гәзит аша психологҡа мөрәжәғәт итергә булдым. Борсолған йәки ниндәйҙер ҡатмарлы проблема тураһында уйланғанда ирендәремде тешләйем. Һөҙөмтәлә ул йәмһеҙ булып ярыла, ҡанап йөрөй. Был ғәҙәттән нисек ҡотолорға икән?
Илүзә, К., 34 йәш....

Айырылышҡандан һуң нисек йәшәргә?
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 5-03-2018, 09:45


Айырылышҡандан һуң нисек йәшәргә?
Күптән түгел ирем менән айырылыштыҡ. Әле ауыр тойғоларҙан ҡотола алмайым. Үткәндәрҙе иҫкә төшөрәм, ҡайҙа һәм нисек хаталандым икән, тип уйланам. Йоҡом ҡасты, тамағыма аш бармай. Яҡындарым минең өсөн борсола. Йонсоған төҫ менән йөрөйһөң, үҙең һәм балаларың тураһында уйла, һаулығынды һаҡла, ти улар. Тормоштан йәм табып, артабан нисек йәшәргә?
Зилиә.
Б. районы....

Табипҡа яҙылыу өсөн телефон номеры үҙгәрҙе
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 2-03-2018, 07:00


Табипҡа яҙылыу өсөн телефон  номеры үҙгәрҙе
Әлегә тиклем табипҡа яҙылыу өсөн 09-383 һандары буйынса шылтырата инек. БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы был телефон номерының үҙгәреүе хаҡында хәбәр итә. 20 февралдән белгескә алдан яҙылыу өсөн 13-01 һандарын йыйыр­ға кәрәк. Кеҫә телефонынан һәм “Башинформсвязь” абоненттарына стационар телефондан шылтыратыу бушлай.
Бынан тыш, кәрәкле белгестәргә, элеккесә, поликлиниканың регистратураһында һәм doctor.bashkortostan.ru йәки gosuslugi.ru порталдары аша ла яҙылырға мөмкин. Был хеҙмәттәр республикала 2014 йылдан алып һаҡлана һәм педиатр­ға, стоматологҡа, гинекологҡа, дерматовенерологҡа яҙылырға мөмкинлек бирә....

Ҡышҡы еләктәр
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 1-03-2018, 08:30


Ҡышҡы еләктәр
Балан
Балан үҙенең дауалау үҙенсәлектәре буйынса еләктәр араһында беренсе урындарҙың береһен биләй. Емешендә шәкәр, С, Р, К витаминдары, каротин, пектиндар, органик кислоталар күп....

Көсләп астырылған күҙҙең нуры юҡ
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 27-02-2018, 14:00


Көсләп астырылған күҙҙең нуры юҡ
Егетем һаман кейәүгә сығырға тәҡдим яһамай. Ә минең ғаилә ҡорғом, бала тапҡым килә. Уның менән был турала һөйләшеп ҡарағаным бар, тик риза түгел. “Барыһы ла нисек бар, шулай ҡала йәки онот мине”, – тигәйне ул миңә. Нимә эшләргә икән? Һеҙҙән кәңәш көтәм.
Азалия, 25 йәш....

Һуғандың ярҙамы тейҙе
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 22-02-2018, 07:00


Һуғандың  ярҙамы тейҙе
Йөрәк ауырыуынан аяҡтарым ныҡ итеп шешенеп, һары һыу йыйылды. Уларға ҡарауы ҡурҡыныс ине. Шул ваҡыт күптәнге танышым бер рецепт биргәйне, ярҙамы тейҙе. Бының өсөн ике һуғанды таҙартып, ит үткәргестән үткәрергә һәм өҫтөнә бер аҙ шәкәр һибеп, төнгөлөккә ҡалдырырға. Иртән­сәк һутын һөҙөп алып, көнөнә ике-өс тапҡыр ашар ал­дынан берәр ҡалаҡ эсергә. Аяҡтың шешеүе бөткәнгә тиклем шул дарыуҙы эсергә кәрәк. Әлбиттә, һөҙөмтә тиҙ генә лә булмауы мөмкин, әммә әҙ-әҙләп кенә булһа ла шешеүе ҡайта.
Вилә.
Шаран районы.
...

Иремде нисек кире ҡайтарырға?
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 21-02-2018, 07:00


Иремде нисек кире ҡайтарырға?
Ирем менән айырылышҡанбыҙ, тик һаман да үҙен яратам. Ул – беренсе мөхәббәтем, биш йыл осрашып йөрөгәндән һуң өйләнешкәйнек. Яҡшы ғына йәшәп китһәк тә, бер йылдан ғаиләбеҙ тарҡалды. Йыл ярымдан һуң йәнә бергә йәшәй башланыҡ. Тик өс айҙан арабыҙ боҙолдо һәм айырылыштыҡ. Хәҙер инде яңылышҡанымды аңланым. Юҡ-барға ғауға ҡуптарып йөрөгәнбеҙ икән. Бер-беребеҙҙән нимәлер талап итеп, янъял сығарыуҙар хәҙер миңә сүп һымаҡ ҡына тойола. Бәлки, аҡыл шулай һуңлап киләлер...
Әлеге мәлдә тик уның менән бергә булыр­ға теләүемде яҡшы аңланым. Ул да мине ярата, бергә йәшәргә теләй, тик элекке хәл тағы ҡабатланыр, тип ҡурҡа. Хистәрҙе һынар өсөн дүрт ай осрашайыҡ та, унан ҡарарбыҙ, тигән шарт ҡуя. Ә миңә дүрт ай бик оҙаҡ һымаҡ тойола, әгәр кире ҡайтмай ҡуйһа? Нисек уның ышанысын яуларға?
Розалия, 27 йәш.
...

Керән тамырының файҙаһы
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 19-02-2018, 08:00


Керән тамырының файҙаһыҺалҡын тейеүҙән яҡшы һыналған дарыу тәҡдим итмәксемен. Тик уны ауырыу­ҙың тәүге билдәләре күренә башлағас та эсергә кәрәк.
Керән тамырын ҡырғыс аша үткәреп, шул уҡ күләмдә шәкәр өҫтәп, 12 сәғәткә йылы урынға ҡуйып торорға һәм һөҙөп алырға. Был дарыуҙы һәр сәғәт һайын берәр ҡалаҡ эсергә. Ауырыу тиҙ арала үтеп тә китер.
Алһыу.
Дыуан районы....

Киҙеүгә ҡаршы лимон майы
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 18-02-2018, 07:30


Киҙеүгә ҡаршы лимон майы
Ҡыш етһә, киҙеү йонсота. Йыл һайын ауырымай ҡал­май торғайным, һуңғы йылдарҙа бик яҡшы дарыу табып алдым. Шуны ҡуллана башлағандан бирле сир­ҙе еңелерәк үткәрәм. Уны әҙер­­ләү өсөн бер лимон, 100 г май һәм бер ҡалаҡ бал кәрәк. Лимонды бер минут­ҡа эҫе һыуға һалып алғандан һуң, ҡабығы ме­нән бер­гә ит үткәргес аша үткәреп, май һәм бал ҡу­шып бутарға. Ошо ли­мон­лы дарыуҙы көнөнә бер-ике тапҡыр берәр балғалаҡ ашарға.
Лүзә Н.
Ҡалтасы районы....


  • “Балалар менән эшләүе оҡшай”
  • Башҡорт википедияһы йәштәрҙе көтә!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.04.2018)
  • Ҡарғыш алма, алғыш ал!
  • Көнбағышлы пакет
  • Ҡурайсы, актер, йырсы, етәксе
  • Гимндар төрлө була…
  • Ураҙа айы мөбәрәк булһын!
  • Ишекте бикләгәндәр...
  • Йондоҙнамә (21-27 май)



  • Радио Юлдаш FM