НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Һаулыҡ һаҡлауҙа етешһеҙлектәр бөтөрөлөргә тейеш
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 16-11-2010, 10:00


Һаулыҡ һаҡлауҙа етешһеҙлектәр бөтөрөлөргә тейешБаш ҡалала һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереү мәсьәләләренә арнал­ған республика Советының күсмә ултырышы үтте. Алдан уҡ шуны билдәләү урынлы булыр – быйыл медицина форумын ойоштороусылар, традицион форманан тайпылып, программаға бер аҙ үҙгәрештәр индергәйне. Йәғни сара «түңәрәк өҫтәл» һәм пленар ултырыш сифатында ойошторолдо. Форумдың пленар өлөшөндә Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов сығыш яһаһа, һаулыҡ һаҡлауҙы мәғлүмәтләштереү мәсьәләләренә арнал­ған «түңәрәк өҫтәл» артындағы һөйләшеүҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов, һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Георгий Шебаев, ҡала һәм райондарҙың һаулыҡ һаҡлау идаралыҡтары һәм учреждениелары етәкселәре ҡатнашты.
...

Сәләмәтлек – тотош ил байлығы
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 13-11-2010, 13:08


Һаулыҡ – һәр беребеҙҙең генә түгел, дөйөм илдең, милләттең төп байлығы. Шуға күрә республика халҡының сәләмәтлеген нығытыу һәм һаҡлауға ҙур иғтибар бирелә. Беҙҙә кешеләрҙең һаулығына милләт байлығы итеп, Башҡортостандың киләсәгенә инвестиция булараҡ ҡарауҙары күңелгә айырым бер йыуаныс өҫтәй.
Республика Советының һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереү мәсьәләләренә арналған күсмә ултырышы быйыл алтынсы тапҡыр ойошторола. Сара, башҡарма властың бөтә кимәлдәре ҡеүәтен файҙаланып, халыҡтың сәләмәтлеген һаҡлау мәсьәләләрен комплекслы хәл итеүгә булышлыҡ итә. Бынан тыш, һаулыҡ һаҡлауҙың көнүҙәк проблемаларын бергәләп тикшереү һәм эҙмә-эҙлекле хәл итеү буйынса яҡшы традиция ла булдырылған....

Тикшерел һәм сәләмәт бул!
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 9-11-2010, 09:47


Баш ҡалала күкрәк биҙе яман шешен профилактикалау акцияһы башланды. Күкрәк биҙе яман шеше – ҡатын-ҡыҙҙарҙы борсоған социаль проблема. Статистика мәғлүмәттәре проблеманың төбәктә генә түгел, донъя кимәлендә актуаль булыуын раҫлай....

Балалар өсөн биш сәләмәтлек үҙәге асыласаҡ
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 2-11-2010, 11:27


Йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда балалар өсөн биш сәләмәтлек үҙәге ойоштороласаҡ. Икәүһе – Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Туймазы һәм Дыуан райондарында – берәр. Хәҙер уларҙы йыһазландырыу буйынса эш алып барыла. Был үҙәктәрҙең барыһын да 1 декабрҙә асыу күҙаллана....

Кардиологтар өсөн семинар
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 2-11-2010, 11:27


Бөгөн Өфөлә Профсоюздар йортонда «Ишемия сирле ауырыу­ҙарға махсус кардиологик ярҙам күрһәтеү. Хәҙерге заман стратегиялары» мәктәп-семинары үтә.
Унда баш табиптарҙың дауалау эше буйынса урынбаҫарҙары, табип-кардиологтар, терапевтар, дөйөм практика табиптары, шулай уҡ Башҡорт дәүләт медицина университеты кафедралары хеҙмәткәрҙәре, врач-интерндары, студенттары ҡатнаша. Занятиеларҙы медицина фәндәре докторы, профессор, Рәсәй кардиология фәнни-производство комплексының (РКФПК) Мясников исемендәге Кардиология ғилми-тикшеренеү институты бүлеге етәксеһе Сергей Терещенко һәм медицина фәндәре докторы, РКФПК хеҙмәткәре, Бөтә Рәсәй кардиологтар фәнни берләшмәһе ашығыс кардиология секцияһының ғилми секретары Игорь Жиров (Мәскәү) алып барасаҡ.
...

Тикшереүҙе бушлай үтегеҙ
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 2-11-2010, 11:25


Өфөлә «XXI быуаттың тын эпидемияһы» тип аталған етди сирҙе – остеопорозды иртәрәк асыҡлау программаһы бойомға ашырыла башланы.
Белгестәр мәғлүмәттәренә ҡарағанда, был сирҙән Рәсәйҙә һәр өсөнсө ҡатын-ҡыҙ һәм һәр бишенсе ир-ат яфалана. Уның иң киң таралған һәм ҡатмарлы эҙемтәһе – янбаш һөйәге һыныуы. Бындай ауырыуҙан үлем осрағы тәүге ике йылда 45 процент тәшкил итә....

Ауырыһаң, үҙеңә үпкәлә!
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 19-10-2010, 10:53


2011 йылдан «больничный»ҙар мәсьәләһе ҡатмарлаша
Ауырыһаң, үҙеңә үпкәлә!Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығы «больничный»ҙар өсөн түләүҙең яңы ҡағиҙәһен тәҡдим итә.
Уға ярашлы, хәҙер 100 процент компенсация алыр өсөн 15 йылдан да кәм булмаған дөйөм стаж талап ителәсәк. Тимәк, бынан ары эш хаҡының 100 проценты күләмендә компенсация алыусылар ҡырҡа кәмейәсәк. Мәҫәлән, һигеҙ йылдан әҙерәк эшләүселәр – 60, 8 – 15 йылға тиклем стажы булғандар – 80, ә 15 йыл бил бөгөүселәр килеменең 100 проценты күләмендә аҡса аласаҡ. Әле иһә тулы «больничный» хеҙмәт кешеләренең 80 процентына түләнә....

Бәхет осҡондары ҡабынды!
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 16-10-2010, 13:02


Бәхет осҡондары ҡабынды!Ҡасан ғына тыумыштан ишетмәгән йәки ниндәйҙер ауырыу һөҙөмтәһендә һаңғырау булып ҡалған балаларға ярҙам итеү мөмкин булмаһа, бөгөн ул хәл иткеһеҙ проблема түгел. Республикабыҙҙа «Кохлеар имплантация» Президент программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла башлағандан бирле әллә күпме балаға ишетеү мөмкинлеге тыуҙырылды. Был юғары медицина ярҙамы Республика балалар клиник дауаханаһы базаһындағы отоларингология үҙәгендә күрһәтелә. Нимә һуң ул кохлеар имплант? Әлбиттә, уның нимә икәнен белмәүең, дөрөҫөрәге, был проблемаға бөтөнләй тарымауың хәйерле. Шулай ҙа һаңғырау кешеләргә ишетеү һәләте биргән системаның мөмкинлеген бер нәмәгә лә тиңләрлек түгел.
...

Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 9-10-2010, 09:58


Әҙәм балаһы, әҙ генә сырхаулаһа ла, сәләмәт булыуға ни етә, ауырыһаң, бер нәмә лә кәрәкмәй, тип, һаулыҡтың иң ҙур байлыҡ икәнен хәтергә төшөрөүсән. Был инаныу һәр кемдең күңелендә йәшәй. Сәләмәтлеккә һаҡсыл ҡарашҡа дәүләттең дә йоғонтоһо көслө булыуын танымау мөмкин түгел. Республикабыҙ район-ҡалаларында нисәмә йыл бер-бер артлы дауалау учреждениелары төҙөлә, медицина ярҙамы күрһәтеүҙең сифаты күтәрелә, яңы технологиялар индерелә. Был тырышлыҡтар республика халҡының сәләмәтлегендә лә сағылыш тапмай ҡалмай. Уңыш­тарға нәҡ үҙаллылыҡ йылдарында өлгәштек, тип иҫәпләй Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры Андрей Евсюков та.
...

Алдан хәстәрлек күр!
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 2-10-2010, 16:26


Киҙеүгә ҡаршы вакциналау башлана
Алдан хәстәрлек күр!Башҡортостан федераль бюджет средстволары иҫәбенә «Гриппол» вакцинаһын һатып ала. 2010 йылда хәүеф төркөмөнә ҡараған 800 мең кешене – балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәрен, мәктәп уҡыусыларын, студенттарҙы, медицина, белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәрен, 60 йәштән ололарҙы вакциналау күҙаллана.

...


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM