НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Аҡҡа аяҡ баҫҡанда
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 19-02-2011, 18:58


Аҡҡа аяҡ баҫҡандаМиҙгелдәр алмашынған мәл күңеленә яҡын Илдар Рафиҡ улы Сыртлановтың. Ер-әсәбеҙ өҫтөнә алтын балаҫ булып түшәлгән һары, ҡыҙыл, ҡарағусҡыл көрән япраҡтарҙы сирҡандырып яуған тәүге аҡ тәңкәләрҙе һанап йөрөргә ярата ул. Ҡыш батшалығы бөтөп, ҡарҙан әрселеп тә бөтмәгән туң ерҙән яңы ғына морон төртә башлаған йәшел үҫентеләрҙе күрһә, йөрәге үрһәләнә. Йылғалар боҙҙан әрселеп, йылы яҡтан ҡоштар ҡайтҡанда, алтмышынсы тиҫтәне ҡыуыуына ҡарамаҫтан, балалар кеүек ҡыуана. Йәй башында уларҙың ояларынан, тирә-яҡтағы бар ғәмде онотоп, сырҡ та сырҡ килгән тауыштарын ишетеү уй-хистәрен яңыртып ебәрә. Күп тә үтмәй, улар, хәҙер инде ҡанаттары нығынған ҡоштар, алтын төҫөнә мансылған тыуған төйәктәрен ҡалдырып, алыҫ тарафтарға юллана. Ҡанатлы дуҫтарыбыҙҙың ҡыйғаҡ-ҡыйғаҡ килеп ер-әсә менән хушлашыуын ҡарап тороу – үҙе бер тамаша. Улар киткәс, бар тәбиғәт моңһоуланып ҡала, кешеләр күңелендә һағыш ярала....

Карантин һәм больничный
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 12-02-2011, 11:34


Мәктәптәрҙә киҙеүгә бәйле карантин иғлан ителһә лә, балалар баҡсаларында тәрбиәләнеүселәр араһында сирләүселәр һаны артҡандан-арта. Көн дә төркөм һайын өс-дүрт бала ауырый икән. Был осраҡта ата-әсә больничный алырға мәжбүр. 1 ғинуарҙан индерелгән яңы ҡағиҙәләр буйынса пособие нисек иҫәпләнә? Ҡасан эшкә бармаҫҡа мөмкин?...

Шифаханаға кемдәр барасаҡ?
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 12-02-2011, 10:10


Быйылдан инвалидтарҙы һәм ветерандарҙы реабилитациялау саралары һәм санаторийҙарға путевкалар менән республиканың Хеҙ­мәт һәм халыҡты социаль яҡлау ми­нистрлығы тәьмин итәсәк.
Ведомство министры Лена­ра Иванова әйтеүенсә, был маҡсатта 610 миллион һум аҡса бүленгән – былтырғыға ҡара­ған­да ике тапҡыр күберәк....

Мәктәптәрҙә – карантин
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 8-02-2011, 09:53


Мәктәптәрҙә – карантинҠыш еттеме, ауырыуҙар ҙа көсәйә башлай. Ниңә һуң бер ҡыш та грипһыҙ, ОРВИ-һыҙ үтмәй ул?! Өҫтәүенә, йылдан-йыл киҙеү ауырыраҡ, ҡурҡынысыраҡ була барған төҫлө. Быйыл да эпидемия кинәт кенә башланды. Баш ҡалала ғына һәр өсөнсө танышымдың балаһы ауырый булып сыҡты.
Һөҙөмтәлә балалар баҡсалары, мәктәптәр карантинға ябыла. БР Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 4 февралгә ҡарата республика буйынса 67 белем биреү учреждениеһы карантинға ябылған. Өфө ҡалаһында – 10, Благовещенда – 6, Иглин һәм Салауат райондарында бишәр белем һәм тәрбиә биреү усағына балалар ваҡытлыса йөрөмәй. Айырым төркөмдәр һәм синыфтар ғына карантинға ябылған учреждениелар ҙа бар. Улар, нигеҙҙә, башланғыс синыфтар һәм балалар баҡсаларындағы төркөмдәр.
Дүшәмбенән иһә Өфө ҡалаһының барлыҡ мәктәптәре лә карантинға ябылған. Барыһын бергә иҫәпләгәндә, 115 меңдән ашыу бала уҡыуҙан һәм балалар баҡсаһына йөрөүҙән кисектерелгән. Уҡыусыларҙың күбеһе ОРВИ менән ауырый. Мәғариф министрлығынан карантинға ябылған учреждениеларға тейешле хаттар ебәрелгән, рекомендациялар бирелгән. Әлегә уҡыу йорттарында карантин бер аҙнаға иғлан ителгән, артабан иһә хәлдең ниндәй яҡҡа үҙгәреүенә ҡарап хәл ителәсәк.

С. ЛОТФУЛЛИНА....

Сәләмәтлек йөҙҙә сағыла
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 5-02-2011, 13:16


Ғәҙәттә, һәр гүзәл заттың иртәһе битен тәрбиәләүҙән – крем һөртөп, макияж һалыуҙан башланһа, кис уны йыуыу, битлек эшләү менән тамамлана. Бит тиреһе, ҡышҡы һыуыҡта тиҙ генә ярылып барғанлыҡтан, айырыуса һаҡсыл тәрбиә талап итә. Шунлыҡтан бер нисә кәңәш тәҡдим итәбеҙ....

Эпидемия
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 5-02-2011, 13:13


ЭпидемияГрипп – көслө йоғошло ауырыуҙарҙың береһе. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ул һап-һау кешене лә аяҡтан йығыуы менән ҡурҡыныс. Бөгөн, сиргә бәйле, күп кенә төбәктәрҙә карантин иғлан ителгән. Бер беҙҙә генә түгел, сиктәш Ырымбур, Силәбе өлкәләрендә, Пермь крайында, Удмурт, Татарстан республикаларында ла шул уҡ хәл. Был мәкерле сир йәшен, ҡартын һайламай.
Республиканың баш ҡалаһында ғына вируслы инфекция менән ауырыусы 13 мең кеше теркәлгән. Сирләүселәрҙең дүрттән өс өлөшөн уҡыу­сылар тәшкил итә. Йөҙҙән ашыу кеше инфекция дауаханаларына һалын­ған. Ә республика буйынса мәғлүмәттәргә күҙ һалһаҡ, 35 мең кеше киҫкен респиратор ауырыу һәм киҙеү менән ауырыған, уларҙың 68 проценты –14 йәшкә тиклемге балалар....

Дауалауҙа яңы алымдар
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 1-02-2011, 11:05


Башҡортостан медиктары юғары технологиялы медицинаның яңы төрҙәрен уңышлы үҙләштерә. Ошо көндәрҙә генә Рәсәй Медик-биологик агентлығы оториноларингология ғилми-клиник үҙәгенең Өфө филиалында юғары технологиялы медицина ярҙамы талап ителгән пациентҡа үҙенсәлекле операция яһалды. Операция Мәскәүҙән килгән белгестәр етәкселегендә Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында эшләнде....

Йылытыусы компресты нисек әҙерләргә?
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 22-01-2011, 16:56


Дарыуханаларҙа бөгөн ниндәй генә препарат юҡ. Шулай ҙа борондан килгән дауалау алымдары әлегәсә киң ҡулланыла. Шуларҙың береһе – йылытыусы компресс. Ул нисек әҙерләнә һуң?...

Ҡышҡы һыуыҡ һәм линза
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 22-01-2011, 16:55


Күҙҙәрем насар күреү сәбәпле, ун ике йыллап линза кейәм. Күптән түгел, егерме градус һалҡын булһа, линзалар туңып, күҙ шекәрәһен боҙа, имеш, тип ишеттем. Дөрөҫмө икән?
Әнисә ИСТӘКОВА.
Йылайыр районы....

Һөнәри ауырыуҙар
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 22-01-2011, 16:52


Һөнәри ауырыуҙарҺаулыҡ – оло бәхет. Шулай бит?! Сәләмәтлеге ҡаҡшаһа, әҙәм балаһына мал да, дан да моң түгел. Ә ҡоростай ныҡ икәнһең, күңелең йәшәүҙән кинәнес кенә ала. Тормош матурлыҡтарын да күберәк күрәһең, уңышҡа табан юл яраһың, ғашиҡ булаһың, һөйәһең, һөйөләһең. Бер һүҙ менән әйткәндә, донъяң түңәрәк, күңелең көр була. Барығыҙға ла ошо гармонияны татып йәшәүегеҙҙе теләп, бөгөнгө һанда «Һаумыһығыҙ?!»ҙың беренсе сығарылышын тәҡдим итәбеҙ.
Артабанғы сығарылыштарыбыҙҙа белгестәрҙе йәлеп итеп, сирҙәрҙе дауалау алымдары, заман медицинаһы тураһында ҡыҙыҡлы әңгәмәләр, урынлы кәңәштәр тәҡдим итмәксебеҙ. Халыҡ медицинаһына ҡағылышлы темаларға һеҙҙән дә яҙмалар, кәңәштәр көтөп ҡалабыҙ. Үҙегеҙ генә белгән дауалау алымдары, һауығыу серҙәре хаҡында яҙығыҙ, тәжрибәгеҙ менән уртаҡлашығыҙ. Шулай уҡ махсус сығарылышта балалар сәләмәтлеге өсөн дә айырым урын биреләсәк....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM