НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Тәмәкеме, һаулыҡмы?
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 31-01-2012, 12:14


Тәмәкеме, һаулыҡмы?
Биләүҙә ятҡан сабыйығыҙҙы берәйһе быуа башлаһа, нимә эшләрһегеҙ? Әлбиттә, енәйәтсе менән көрәшә башлаясаҡһығыҙ. Ә никотин төтөнөнә сорналған йортта ғәзиз балаһын үҫтереүсе тәмәкесе ата-әсәләр йылдар дауамында ошо енәйәтсе ролендә ҡала. Яңы тыуған сабыйға кислород етешмәй, шул сәбәпле уның тән ағзалары тейешле кимәлдә формалаша алмай. Имеҙеүсе ҡатын тәмәке тартыусы янында булһа, уның һөтө менән бала организмына никотин, полоний, радий, торий һәм башҡа радиоактив матдәләр инә. Бер ҡасан да тартмаған, әммә тәмәкесе менән бергә йәшәгән йөклө ҡатындың балаһын юғалтыу ҡурҡынысы ҙур....

Тиҙҙән баш ҡалабыҙ нанокосметика етештереү үҙәгенә әйләнәсәк
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 31-01-2012, 12:08


Һүҙ ҙә юҡ, беҙ – донъя­ның иң матур ҡыҙҙары. «Беҙ» тигәндә Рәсәй һылыуҙарын күҙ уңында тотам. Илебеҙҙә матурлыҡты күрә лә беләләр, һаҡларға ла тырышалар. Ә илебеҙҙең матурлыҡ, сәләмәтлек һәм йәшлек үҙәге итеп Башҡортостанды билдәләргә йыйыналар. Баш ҡалабыҙ Өфөлә, косметология өлкәһендәге иң һуңғы асыштарҙы ҡулланып, йәшәртеү сараларын әҙерләү йүнәлешен асыу мөмкинлеге бар....

Поликлиниканы һайларға мөмкин
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 17-01-2012, 11:10


Быға тиклем паспортта күрһәтелгән йәшәү урыны буйынса беркетелгән поликлиникаға йөрөргә тейеш булһаҡ, хәҙер йәнебеҙ теләгән дауалау учреждениеһына бара алабыҙ.
Яңы поликлиникаға теркәлеү өсөн баш табип исеменә ғариза яҙырға кәрәк. Үҙегеҙ менән паспортығыҙ, мотлаҡ медицина страховкалау полисы булһын. Ғаризаның йөкмәткеһе түбәндәгесә булырға тейеш: «Прошу прикрепить меня к вашему лечебному учреждению в рамках реализации права пациента на выбор медицинской организации в соответствии со ст. 21 Федерального закона «Об основах охраны здоровья граждан в Российской Федерации»....

Тылсым тама ҡулдарынан
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 15-11-2011, 11:40


Хирург Фазылйән Бәшировтың оҫталығы бик күптәрҙе үлем тырнағынан йолоп ҡала
Тылсым тама ҡулдарынан
Табип-хирург. Табип-онколог. Юға­ры категориялы табип. Баш­ҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Рәсәйҙең почетлы доноры. Был һөнәри һәм маҡтаулы исемдәрҙең бөтәһе лә бер кешелә – Мәсетле үҙәк район дауаханаһының баш табибы урынбаҫары, сирек быуаттан ашыу кешеләр һаулығы һағында уяу тороусы Фазылйән Рауил улы Бәшировта....

Атеросклероз нимәһе менән ҡурҡыныс?
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 22-10-2011, 11:01


Атеросклероз нимәһе менән ҡурҡыныс?
Хәҙерге заманда йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары бихисап ғүмерҙе алып китә, күп кешене инвалид итә. Был зәһәр сирҙең нигеҙендә ҡан тамырҙары стенаһында атеросклероз барлыҡҡа килеүе ята.
Йөрәктең ишемик ауырыуы ха­ҡында ике хата фекер йәшәй. Йәш­тәр уның хаҡында, борсолорға иртә, тип профилактика хаҡында уйламаһа, ололар иһә, мин ҡартайҙым, уға ҡаршы торор­ға һуң инде, тип ҡул һелтәй. Әммә 400 меңдән ашыу кеше ун йыл дауамында тикшерелгәндән һуң, белгестәр шундай һығымтаға килгән – атеросклероздың төрлө йәштә барлыҡҡа килеүе мөмкин....

БРОНХИТ – үпкә ауырыуҙарына юл
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 22-10-2011, 11:00


Көҙ үҙ хоҡуғына инде. Уның артынан оҙаҡламай һыуыҡ ҡыш та килеп етер... Тын алыу системаһы ауырыуҙары, атап әйткәндә, бронхиттан яфаланыусылар өсөн миҙгел алмашыныуы, һалҡын мәл − еңел булмаған осор. Әгәр ҙә үҙ хәлеңде ҡайғыртып тормаһаң, тиҙ генә ауырып китеү, өҙлөгөү ихтималлығы ҙур.
Саң, бысраҡ һауа, токсик парҙарҙы һулау ҙа бронхылар ауырыуына килтерә. Шулай уҡ һыуыҡ тейҙереү, киҙеү йәки вируслы респиратор ауырыуҙан, тын алыу юлдары инфекцияларынан (гайморит, ринит, фарингит) һуң өҙлөгөүҙән ошо сир башланырға мөмкин. Тәмәке тартыу бронхит барлыҡҡа килеү ҡурҡынысын тағы ла арттыра. Никотин төтөнө тын алыу юлдарын ағыу­лап ҡына ҡалмай, күҙәнәктәрҙең функцияһын да үҙгәртә....

Киҙеү ҡурҡыта
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 22-10-2011, 10:59


Һалҡындар башланыу менән тағы ҡурҡыта. Киҙеү аяҡтан йыҡмаһа ярар ине, тип хафаланып торабыҙ. Яҡында­рым, бигерәк тә бәләкәс туғандарымдың һаулығы өсөн борсолам. Медицина алға китһә лә, һаман да ошо сир юҡҡа сығарылмай. Бер нисә йыл элек «сусҡа киҙеүе» тип ҡотто алғайнылар...
Нимә ул киҙеү? Ғөмүмән, ул нисек барлыҡҡа килә? Быйыл ул ниндәй булыр?...

Йәшел дарыухана
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 22-10-2011, 10:57


Дегәнәккә – дан!
Ҡыҙым дерматиттан йонсоно. Уны иптәшем менән төрлө дауаханаларға күп йөрөттөк. Ниндәй генә май-дарыуҙар ҡулланып ҡараһаҡ та, ярҙам итмәне. Танышымдың кәңәше менән түбәндәге ысулды ҡулландыҡ. Ит турағыстан йәш дегәнәкте үткәреп, һутын ҡыҙымдың яраларына һөртөп сыҡтым. Ике аҙна тигәндә, уның тәне таҙара башланы. Бына шундай үҙе арзан, үҙе шәп сара!...

“Ә? Нимә тинең?..”
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 22-10-2011, 10:52


йәки Ҡолаҡтарың ауыртһа, табипҡа йүгер!
“Ә? Нимә тинең?..”
Радио-телевизорҙың тауышын нығыраҡ аса башланығыҙмы? Әңгәмәсегеҙ бик әкрен һөйләгән кеүекме? Әгәр ҙә һорауҙарға “эйе” тип яуап бирһәгеҙ, тиҙ арала отоларингологҡа күренегеҙ. Ул һеҙҙең ишетеү юлдарын тикшереп, диагноз ҡуйыр....

Йәшәү ҡәҙере
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 4-10-2011, 10:13


Йәшәү ҡәҙере
Бөрйән, Әбйәлил, Учалы һәм Белорет райондарының бөйөрҙәре сирле пациенттарын хеҙмәтләндергән Белорет ҡала дауаханаһының гемодиализ бүлегендә шарттар маҡтанырлыҡ үгел
Миләүшә, кинәт ауырып киттем, тип әйтә алмай, һәр хәлдә, сир уны шунда уҡ аяҡтан йыҡмай. Тик нишләптер ерле юҡтан аяҡ-ҡулдары, йөҙө шешенә, ҡан баҫымы күтәрелә, хәле бөтөп йонсой. Шулай бер аҙ ҡаңғырып йөрөгәс, поликлиникаға мөрәжәғәт итергә мәжбүр була....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM