НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Юрағаның алдыңа баҫа
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 25-01-2013, 12:43


Юрағаның алдыңа баҫа
йәки Ыңғай уйҙар ярҙамында ҡурҡыныс сирҙе лә, тормош һынауҙарын да еңергә була
– Палатағыҙҙа ныҡ тынсыу, елләтегеҙ! – Валяға тамыҙғыс ҡуйырға килгән шәфҡәт туташы шулай тиеү менән ҡатындар, урындарынан тороп, коридорға йүнәлде....

Диагноз: түләүле медицина
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 25-01-2013, 12:11


Диагноз: түләүле медицина
Ил менән идара итеүселәрҙең неолибераль курсы дәүләттең һуңғы социаль утрауҙарын юҡҡа сығара. Был юлы улар бушлай медицинаға тотондо. Былтыр октябрҙә “РФ граждандары һаулығын һаҡлау нигеҙе тураһында” Федераль закон үҙ көсөнә инде. Түләүле медицина ярҙамы күрһәтеүҙә яңы ҡағиҙәләр булдырылды. Баҙар ҡануны бөтә өлкәлә лә хакимлыҡ итә, был документта “медицина ярҙамы” һүҙе – “хеҙмәт”, “пациент” “ҡулланыусы”ға алмаштырылған....

“Ашығыс ярҙам” шәхси ҡулдарҙа?
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 25-01-2013, 12:09


“Ашығыс ярҙам” шәхси ҡулдарҙа?
Ил хөкүмәте “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтен шәхси учреждениелар­ға бирергә ҡарар итте. 2012 йылда “Яңы ашығыс ярҙам” программаһы Башҡортостанда, Пермь крайында һәм Киров өлкәһендә һыналды һәм уңышлы тип табылды. Быйыл ул тағы ла илдең 15 субъектына индерелде.
Проект сиктәрендә транспортты хеҙмәтләндереү бурысы шәхси компанияларға тапшырыла. Шул рәүешле машина­лар­ҙы яңыртыу, ремонт һ.б. проблемаларҙы анһат хәл итергә уйлайҙар. Пилот программа­һында ҡатнашыусы “Ашығыс ярҙам” хеҙмәттәренең автопаркы яңыртылған һәм водителдәргә эш хаҡы арттырылған....

Битарафлыҡ табиптарға хас булыр­ға тейеш түгел
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 22-01-2013, 12:31


Башҡортостан Прези­денты Рөстәм Хәмитов Стәрлетамаҡтың һаулыҡ һаҡлау идаралығы на­чальнигын һәм 1-се ҡала дауаханаһының баш табибын тикшереү эштәре алып барылған ваҡыт­ҡа вазифаларынан бу­шатыуҙы талап итте.
Табиптарҙың эшкә һалҡын ҡарашта булыуы һәм ваҡытында тейешле медицина ярҙамы күрһәтмәүе арҡаһында дауалау учреждениеларында ике үлемесле фажиғә була....

Ауырлы ҡатындар өсөн классик музыка
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 22-01-2013, 12:17


Тарихҡа ҡараһаң, музыканың әле тыумаған балаға тәьҫир итеүен борондан уҡ белгәндәр. 2000 йыл элек Ҡытайҙа тыумаған бала өсөн әсә янында сәғәттәр буйы йырҙар башҡар­ғандар. Ҡытайҙар, бала яралғандан алып йәшәй башлай, шуға күрә ошо мәлдән үк тәрбиә менән шөғөлләнә башларға кәрәк, тип иҫәпләй. Япондарҙа ауырлы ҡатындарҙы иҫ китмәле матур ерҙә урынлашҡан, әсәнең һәм тыуасаҡ баланың зауығы һәм музыка белеме менән шөғөлләнгән махсус ҡәбиләләргә урынлаштырғандар. Төньяҡ Европала йөклө ҡатындарҙың өй янында ултырып, көнө буйы тиерлек халыҡ һәм дини йырҙарҙы башҡарыуы ғәҙәти күренеш булған....

Донорҙарға аҡса түләнмәйәсәк
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 22-01-2013, 12:11


Бынан ары ҡан тапшырыусыларға компенсация түләнмәйәсәк. 20 ғинуарҙан шундай закон үҙ көсөнә инде. Хәҙер донорҙарға аҡса урынына аҙыҡ-түлек тәҡдим итәләсәк. Һирәк төркөмдәге ҡан йәки уның компоненттарын тапшырыу­сы ғына аҡсаға өмөт итә ала.
Донор булыу – гражданлыҡ бурысы, тип һанаусылар бар арабыҙҙа, әммә ундайҙар бик әҙ. Түбән социаль ҡатлам кешеләре, бер аҙ аҡса эшләү маҡсатында, күпләп ҡан тапшыра. Ләкин уларҙың ҡаны сифатһыҙ, ошо төркөм араһында брак проценты юғары. Тимәк, донорлыҡ өсөн бүленгән аҡсаның байтаҡ өлөшө елгә оса, тип иҫәпләй чиновниктар....

Пневмония аямай
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 15-01-2013, 12:33


Яңы йыл байрамдарында Көнбайыш хәрби округында төрлө хәрби частарҙа хеҙмәт иткән дүрт һалдат, үпкәһенә һыуыҡ тейҙереп, вафат булған.
Улар араһында 19 йәшлек Мәләүез ҡалаһы егете Зәкир Көсөкәев та бар. Хәрби медиктар вируслы-бактериаль инфекциялы пневмонияның эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн барыһын да эшләһә лә, сирҙәре аҙған егеттәрҙе ҡотҡара алмайҙар. Дауалауҙа һәр һалдаттың организм үҙенсәлектәре лә иҫәпкә алына, улар пациенттарҙың ата-әсәләре менән дә бәйләнешкә инә. Әммә ҡайһы берҙә медицина ла көсһөҙ....

Флюорография зыянлымы?
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 11-01-2013, 12:30


Флюорография зыянлымы?
Туберкулез бөгөн дә хәүефле сир һанала. Статистика буйынса, ин­фекция һәм паразит ауырыуҙарҙан вафат булыусыларҙың 80 – 85 процентын нәҡ ошо сирҙе йоҡтороусылар тәшкил итә. Туберкулез менән сирләүсе йүткергән, сөскөргән, һөйләшкән мәлдә сир башҡаларға һауа-тамсы юлы аша йоға. Автобуста йә магазинда уны йоҡтороу мөмкинлеге үтә ҙур түгел, әммә иммунитеты ҡаҡшаған кешенең ауырып китеүе ихтимал.
Был сир кешенең социаль-иҡтисади тормошо менән тығыҙ бәйләнгән. Насар туҡланыу, ҡояш яҡтылығы етмәү, һыуыҡ һәм дымлы торлаҡ уның аҙыуына сәбәпсе....

Шифалы үләндәрҙең урыҫса атамаһы
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 11-01-2013, 12:29


Айыу емеше – купена лекарственная
Айыу (урман) йыуаһы – черемша, лук победный
Айыу көпшәһе – дягиль лекарственный, дудник обыкновенный
Айыу ҡолағы – коровяк обыкновенный, медвежье ухо
Аҡ әнис – тмин обыкновенный...

һорау-яуап
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 11-01-2013, 12:28


«Полис кәрәкме?»
Миңә 75 йәш. Үҙемде һау тип иҫәпләйем, бер нисә йыл инде дауахана тупһаһына баҫҡаным да юҡ. Кешеләр медицина полистарын яңырта. Яҡын арала табиптарға мөрәжәғәт итергә уйламайым, шуға миңә уны мотлаҡ алмаштырырға кәрәкме?...


  • Балағыҙҙы артыҡ ҡурсаламағыҙ
  • “Бәйләнештә булайыҡ”
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (26.01.2018)
  • Азалия МЫРҘАҒӘЛИНА
  • Йондоҙнамә (29 ғинуар – 4 февраль)
  • БАЛУ (хикәйә)
  • Телебеҙ йәшәһен, үҫһен!
  • Ғаилә йылының эмблемаһы билдәле булд
  • Ер менән күк араһында
  • Нәзифә АҠҠУЖИНА



  • Радио Юлдаш FM