НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Ашаған ризыҡ ашҡаҙанда нисә сәғәт һаҡлана?
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 27-06-2018, 07:00


Ашаған ризыҡ ашҡаҙанда нисә сәғәт һаҡлана?
Аҙыҡ Эшкәртелеү ваҡыты

Һыу - шунда уҡ эсәктәргә төшә
Һут 15 – 20 минут
Йәшелсә һурпаһы - 15 – 20 минут
Йәшелсә, йәшелсәнән майһыҙ салат - 30 – 40 минут
Үҫемлек майы менән йәшелсә салаты - 1 сәғәт
Һыуы күп булған емеш һәм еләк - 20 минут
Әфлисун, виноград, грейпфрут - 30 минут
Алма, груша, персик, сейә - 40 минут
Кәбеҫтә, ҡабаҡ, кукуруз - 45 минут
Бешкән йәшелсә - 40 минут
Шалҡан, кишер, пастернак - 50 минут
Крахмалға бай йәшелсәләр (картуф, топинамбур) - 1,5 – 2 сәғәт
Дөгө, ҡарабойҙай һәм тары бутҡаһы - 2 сәғәт
Ҡуҙаҡлылар - 2 сәғәт
Көнбағыш һәм ҡабаҡ орлоғо - 3 сәғәт
Сәтләүектәр - 3 сәғәт
Һөт ризыҡтары - 2 сәғәт
Йомортҡа - 45 минут
Балыҡ - 1 сәғәт
Ҡош ите - 2,5 – 3 сәғәт
Һыйыр ите - 4 сәғәт
Һарыҡ ите - 4 сәғәт
Сусҡа ите - 5,5 – 6 сәғәт
...

Хуш еҫле сирень майы
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 26-06-2018, 09:00


Хуш еҫле сирень майы
Сирень сәскәһенең шифалы үҙенсәлектәре халыҡ медицинаһында күптән билдәле. Унда аскорбин кислотаһы, организмға ыңғай тәьҫир итеүсе эфир майҙары һәм флавоноидтар күп. Был хуш еҫле сәскә тәндең яныуын, ауыртыуҙы һәм ялҡын­һыныуҙы баҫырға һәләтле. Унан ревматизмдан, артриттан, радикулиттан, үксә тибенгеһенән һәм подагранан ярҙам итеүсе сәйҙәр, төнәтмәләр, майҙар һәм кремдар әҙерләй­ҙәр. Сирень майын өй шарттарында ла еңел генә әҙерләп була. Бының өсөн яңы өҙөлгән сирень сәскәһе, үҫемлек майы һәм бер литрлыҡ банка кәрәк....

Килбәтең ниндәй?
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 23-06-2018, 06:00


Килбәтең ниндәй?
Һимеҙлек бер кемде лә биҙәмәй. Шуға күрә лә буйына ҡарап ауырлығын контролдә тотоу бер кемгә лә ҡамасауламаҫ. Түбәндәге таблицаға күҙ һалығыҙ. Беренсе графала буй сантиметрҙарҙа күрһәтелһә, икенсе графала – һеҙгә ҡулай кәүҙә ауырлығы.

155 51 – 53
157 52 – 53
159 63 – 67
161 54 – 58
163 56 – 60
165 57 – 61
167 58 – 63
169 59 – 64
171 60 – 65
173 71 – 72...

Һарымһаҡтың иҫ киткес шифаһы
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 22-06-2018, 07:00


Һарымһаҡтың иҫ киткес  шифаһы
Һарымһаҡтың бүлкәтен иҙеп, өҫтөнә ҡайнатып һыуытылған бер стакан һыу ҡойоп, өс тәүлеккә ҡараңғы урынға ҡуйырға. Һарымһаҡтың үҙебеҙҙә үҫтерелгәне генә ярай, ситтән килтерелгәне бармай. Һуңынан марля аша һөҙөп алып, һыуытҡысҡа ҡуйырға, ә ҡуйыһын ташларға мөмкин. Көнөнә 8 – 10 тамсы төнәтмәгә бер балғалаҡ һалҡын һыу ҡушып, көнөнә өс тапҡыр эсергә.
Һарымһаҡ төнәтмәһенең атеросклероздан, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан, инфаркттан, организмды май ҡатламдарынан арындырыуҙа, матдәләр алмашыныуын яҡшыртыуҙа, күреү һәләтен тергеҙеүҙә, организмды йәшәртеүҙә файҙаһы ҙур.
Дауаланыу курсын биш йылдан һуң ҡабатларға мөмкин. Ашҡаҙан, бөйән сей яраһы, гастрит менән сирләүселәргә уны эсергә ярамай.
...

Һырғанаҡ япрағын йыйығыҙ
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 20-06-2018, 07:30


Һырғанаҡ япрағын  йыйығыҙ
Гипертониянан, эсәк ауырыуҙарынан, гиповитаминоздан, һалҡын тейгәндә кипкән япраҡтарҙы сәй урынына бешереп эсергә мөмкин. Ә йәшел япраҡтарын петрушка һәм укроп урынына ҡулланырға була.
Һырғанаҡ япрағы төнәтмәһенең быуындар һыҙлауынан да шифаһы бар. Бер ҡалаҡ ваҡлан­ған япраҡҡа бер стакан һыу ҡойоп, 10 минут ҡайнатырға. Ошо төнәтмәне көнөнә ике тапҡыр яртышар стакан эсергә.
Гиповитаминоздан 5 г кипкән япраҡҡа бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, сәй әҙерләп эсәләр.
Ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарынан һырғанаҡтың ботаҡтарынан һәм япраҡтарынан төнәтмә әҙерләнә.
Тире ауырыуҙарынан япраҡтары һәм ботаҡтарынан әҙерләнгән ванна файҙалы. Был ағастың емешендә һәм япраҡтарында ҡан тамырҙарында тромбтар барлыҡҡа килеүенә тотҡарлыҡ яһаусы кумариндар бар.
Һалҡын тейгәндә һырғанаҡ япрағына һары мәтрүшкә, ромашка ҡушып, сәй әҙерләп эсергә мөмкин.
Һырғанаҡ япрағынан әҙерләнгән сәй стоматит менән периодонтитты дауалағанда ла ҡулланыла.
Шәкәр диабеты, анемия, ашҡаҙан сей яраһынан, бауыр ауырыуҙарынан, һалҡын тейеүҙән, атеросклероздан һәм гипертониянан һырғанаҡ япрағы төнәтмәһе ярҙам итә.
Уның япрағын холестерин юғары булғанда һәм һимереүҙән дә тәҡдим итәләр....

Үкенестәрҙән арыныу өсөн үҙегеҙҙе кисерегеҙ
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 19-06-2018, 06:30


Үкенестәрҙән арыныу өсөн үҙегеҙҙе кисерегеҙ
“Ирем менән матур итеп йәшәүебеҙгә 17 йыл. Ике ҡыҙыбыҙ бар, мәктәп уҡыусылары. Ирем ғүмер буйы вахта менән эшләй. Тырыш ул. Бөтә нәмәбеҙ ҙә бар. Икебеҙгә ике машина хатта. Ул 3 – 6 айлап алыҫта йөрөй, ныҡ һағынам үҙен. Юҡһынам. Яңыраҡ бер ир менән аралашып киттек. Бер йылмайыуҙан, күҙ ҡарашынан, ымдан ғына башланған бәйләнеш... Ул бик ныҡ ғаиләһен ҡәҙерләй, ярата, ҡатынын хөрмәтләй. Эше ауыр һәм яуаплы. Үҙе би-ии-иик матур, аҡыллы. Миңә шул тиклем күп комплименттар, йән йылытырлыҡ һүҙҙәр әйтте – иремдән ғүмер буйы ишетмәгәнде ишеттем. Осрашып, ҡосаҡлашып, уны еҫкәп ултырыуы үҙе бер бәхет ине! Ирен­дәренең тәмен мәңге онотмам шикелле... Һөйөүемде теге иргә белдергәйнем, ул ҡырҡа киҫте: мин һиңә бер ни ҙә бирә алмайым, бер ҡасан да ғаиләмдән китмәйем, тип. Шаҡ ҡаттым. Ә тәүҙә бит, яратам, һөйәм, ти ине... Уның был һүҙҙәре мине айнытып ебәрҙе, ахыры. Матур һүҙҙәр һөйләп, мине албырғатып алып йөрөгәнме ул? Оялам. Иремдең күҙенә нисек ҡарар­ға? Ҡурҡам. Берәйһе күреп-белеп ҡалһа, ирем бер ҡасан да ғәфү итмәйәсәк. Һәм ғәрләнәм: шул кешегә ышанып, илереп, донъямды түңкәреп сығып китергә әҙер инем бит мин! Нисек кенә әсе үкенестән арынырға икән... Уйлап башым ҡатты...
Әҙилә”.
...

Сәстең ағарыуын нисек туҡтатырға?
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 18-06-2018, 07:00


Сәстең ағарыуын нисек туҡтатырға?
Бик ябай һәм һөҙөмтәле ысул бар. Уны әҙерләү өсөн бер ҡалаҡ бал, бер ҡалаҡ кастор майы, бер ҡалаҡ коньяк, бер йомортҡа һарыһы етә. Шуларҙы бергә ҡушып бутар­ға һәм сәс тамырына һеңдергәнсе һөртөргә. Башҡа пленка, өҫтөнән йылы шәл ҡаплап, 2 – 3 сәғәт тоторға. Һуңынан шампунь менән йыуып төшөрөргә. Был процедураны аҙнаһына ике тапҡыр ҡабатларға мөмкин....

Стрестан ҡотолоу өсөн күберәк йәшел һуған, укроп ашағыҙ
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 16-06-2018, 08:00


Стрестан ҡотолоу өсөн күберәк йәшел һуған, укроп ашағыҙ
йәки Ниндәй аҙыҡтар кәйефте күтәрә?

Боронғо Ҡытайҙың аҡыл эйәләре, артыҡ ныҡ ҡыуаныу­ҙан һәм асыуланыуҙан һаҡлан, тип иҫкәрткән. Һуңыраҡ “стресс” тигән төшөнсә барлыҡҡа килгәс, был аҡыллы кәңәш фәнни яҡтан да раҫлан­ған. Психотерапевтар стрес­тан һаҡланыуҙың төрлө ысулын тәҡдим итә, ә диетологтар иһә уға ҡаршы торор­ға ярҙам итеүсе аҙыҡ-түлек менән туҡланырға кәңәш итә.
Билдәле физиолог Ганс Селье әйтеүенсә, һәр стресс – ул организмдың көслө ҡуҙғытыусы фак­тор­ҙарға ҡарата реакцияһы. Ундай факторҙар тормошобоҙҙа бик күп. Еңелсә стресты организм күтәрә ала. Ә бына көслө йәки оҙаҡҡа һуҙылғаны организмды ныҡ ҡына бөтөрә. Уларға депрессия, гипертония, йөрәк ишемияһы, инфаркт, инсульт, шәкәр диабеты кеүек башҡа сирҙәр ҙә ҡушылып китеүе ихтимал. Бөтә ауырыу ҙа нервынан, тигән халыҡ әйтеме бик тә урынлы....

Картуф сәскәһе
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 15-06-2018, 15:58


Картуф сәскәһе
Күп кенә пациент, табиптар ярҙам итеүенә өмөтө өҙөлөп, халыҡ медицинаһы ысулдарына мөрәжәғәт итә. Уларҙың файҙаһы юҡ, тип баш тартып ҡуйырға ярамай, әлбиттә. Ниндәй дауалау сараһының һөҙөмтәһе бар, тип иҫәпләнә һуң? Иң беренсе сиратта һәр беребеҙгә яҡшы таныш картуфтың. Уның сәскәһен күләгәлә киптереп, бер ҡалаҡ кипкән сәскәгә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, яҡынса бер сәғәт төнәтергә. Ошо дарыуҙы көнөнә өс тапҡыр 100-әр грамм эсергә. Дауаланыу курсы өсөн 4 литр төнәтмә етә....

Шешенеүҙән нимә ярҙам итә?
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 13-06-2018, 07:30


Шешенеүҙән нимә ярҙам итә?
Миңә 54 йәш. Кәүҙә ауырлығы буйыма тура килә. Әммә һуңғы ваҡытта иртән кейгән юбка-салбарымдың кискә табан ҡыҫа башлауын тоям. Иртәнсәк эсем дә эскә генә инеп тора, кискә иһә ул шешенгән кеүек. Нилектән шулай һәм унан нисек арынырға?
...


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Ҡолаҡ һал!
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Монафиҡ (Хикәйә)
  • Тыуған ауылына рәхмәтле йырсы
  • Оҙаҡ йәшәүҙең туғыҙ сере
  • Үткәндәргә илаулап, бөгөнгөһөн юғалта күрмәгеҙ
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.08.2018)
  • Вниманию зарегестрированнх кандидатов, избирательных объединений, на выборах депутатов Государственного Собрания – Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.07.2018)
  • Ҡартлыҡ бәхеттәре кемгә насип?



  • Радио Юлдаш FM