НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Бөтәһе лә хәүефле түгел
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 23-11-2012, 15:46


Түллек биҙемдә киста бар. Табип, уны алып ташлар­ға кәрәкмәй, ти. Ә ҡайһыларға операция яһайҙар бит. Бик борсолам...
Зөлфиә, Ейәнсура районы (дежур телефондан).
Республика перинаталь үҙәгенең акушер-гинекологы, юғары категориялы табип, репродуктолог Әлфирә Камаева ошо сир хаҡында түбәндәгеләрҙе һөйләне...

Ә һеҙ беләһегеҙме?
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 23-11-2012, 15:45


Ауырлы ҡатын-ҡыҙҙарға петрушка ашарға ярамай. Был тәмләткес балаят­ҡыға тәьҫир итә, һөҙөмтәлә яралғы төшөүе йәки сабыйҙың ваҡытынан алда тыуыуы ихтимал....

Сәләмәтлегеңә битараф булма!
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 23-11-2012, 15:44


Сәләмәтлегеңә битараф булма!
Беренсе кәңәш: сирҙе баштан уҡ “һүндерегеҙ”
Тамағыбыҙ ауыртып, танау бер аҙ тымаулап торһа ла, йыш ҡына хәлебеҙгә иғтибар бирмәйбеҙ, эшебеҙҙе дауам итәбеҙ. Иммунитеты ныҡ булған кеше генә аяҡ өҫтө тиҙ арала һауыға ала, ә күптәрҙә ауырыу “төпкә” төшә. Ябай ғына һалҡын тейҙереүҙең етди проблемаға әйләнеүе ихтимал. Шуға күрә ауырыуҙы шундуҡ ҡыуа башларға кәрәк....

Дарыуҙы нимә менән эсергә?
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 23-11-2012, 15:43


Дарыуҙы нимә менән эсергә?
Дарыуҙар физик һәм химик сифаты менән айырыла. Улар организмға төрлөсә йоғонто яһай. Ҡайһы бер препараттарҙы билдәле бер шыйыҡса менән генә ҡабул итергә кәрәк. Йәки, киреһенсә, ярамай.
Һөт. Составында кофеин булған, шулай уҡ тетрациклин төркөмөнә ин­гән антибиотик­тар­ҙы, ауыр­тыу­­ҙы баҫа торған дарыу­ҙар­ҙы һөткә ҡушып эсергә ярамай. Уның составындағы кальций дарыуҙы нейтралләштерә....

Сәләмәт бул, халҡым!
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 20-11-2012, 13:14


Республикала һаулыҡ һаҡлау буйынса күсмә ултырыш уҙҙы
Кеше ғүмеренән һәм сәләмәтлегенән дә мөһимерәк мәсьәлә бармы икән? Моға­йын, юҡтыр. Башҡортостанда һигеҙенсе йыл рәттән уҙғарылған һаулыҡ һаҡлау буйынса Республика Советының күсмә ултырышында көнүҙәк мәсьә­ләләр ҡаралды. Халыҡ сәләмәтлеге, медицина хеҙмәтенең сифаты, демографик хәл, һаулыҡ һаҡлау системаһын яңыртыу һөҙөмтәләре хаҡында һөйләшеүҙәр, фекер алышыуҙар булды. Күсмә ултырыш − Ба­ҡалы, Туймазы һәм Шаран райондарында, ә пленар өлөшө Өфөлә уҙҙы....

Мәғлүмәтле, тимәк, сәләмәт
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 13-11-2012, 12:16


Мәғлүмәтле, тимәк, сәләмәт
йәки Шәкәр диабеты бик хәүефле сир
Бер көндө дежур телефонға шундай һорау килде: “Диабет менән сирләгән кешегә араҡы эсергә яраймы? Көн һайын әҙләп кенә ҡулланһаң, ҡандағы шәкәр кәмей, тиҙәр. Шул дөрөҫмө?”...

Сәләмәтлегебеҙ ниндәй хәлдә?
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 2-11-2012, 12:08


Сәләмәтлегебеҙ ниндәй хәлдә?
Статистика мәғлүмәтенә ҡарағанда, республика халҡы күберәк ашай башлаған. 2007 йылда бер кешегә 913 килограмм аҙыҡ-түлек тура килгән, ә 2011 йылда был һан 1 мең 60 килограмм тәшкил иткән. Башлыса ит, балыҡ, май, емеш-еләк ашайбыҙ икән.
...

Күңел төшөнкөлөгө – заман ауырыуы
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 16-10-2012, 12:06


Октябрҙең тәүге декадаһында Бөтә донъя психик сәләмәтлек көнө билдәләнде
Күңел төшөнкөлөгө – йәмғиәттә киң таралған ауырыуҙарҙың береһе. Был турала бик күп хеҙмәт яҙылған, дауалау алымдары уйлап табылған. Әммә сирләүселәр һаны кәмемәй. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы белгестәре тикшеренеүҙәре күрһәтеүенсә, Ер шарында 100 миллиондан ашыу кеше ошо ауырыуҙан яфалана. Артабан да былай дауам итһә, 2020 йылға психик сир, йөрәк-ҡан эшмәкәрлегенән ҡала, инвалидлыҡҡа килтереүсе икенсе төп ауырыуҙарҙың береһе буласаҡ....

Балаларға ҡан кәрәк
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 5-10-2012, 12:26


Тиҙҙән баш ҡалала онкология дауаханаһының бәләкәй пациенттары өсөн ҡан биреү ойошторола. Был сара 27 октябргә билдәләнгән.
Ошо көндө Рәсәй автомобиль хужалары федерацияһының Өфөләге вәкиллеге, ауыр сирле балаларға ярҙам буйынса “Потерь нет” хәйриә фонды сираттағы “Автомотодонор” акцияһын уҙғара.
...

Төҫтәр дауалай
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 27-07-2012, 12:57


Төҫтәр ярҙамында кәйефте үҙгәртергә генә түгел, ә ауырыуҙарҙы дауаларға, микробтарға ҡаршы көрәшергә һәм хатта ябығырға ла мөмкин икәнен күптәр белмәй.
Әйтәйек, Канада ғалимдары алһыу төҫтөң сабыр холоҡло кешеләргә лә, психик ауырыуҙар һәм енәйәтселәргә лә ғәжәйеп дәрәжәлә тыныс­ландырыу йоғонтоһо яһағанын күҙәткән....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Тәҙрә төбөндә үҫкән дарыу



  • Радио Юлдаш FM