НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Ҡаушап ҡалмағыҙ!
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 8-07-2016, 10:50


Ҡаушап ҡалмағыҙ!
Көн һайын тиерлек яңылыҡтарҙан төрлө фажиғәләр хаҡында ишетеп торабыҙ. Янғындар ғына ла күпме кешене урамда ҡалдыра, сәләмәтлегенә зыян килтерә, ғүмерен өҙә.
Бәлә килгәндә кеше йыш ҡына аптырап, юғалып ҡала, ябай ғына ҡағиҙәләр хаҡында онота, ашығыс ярҙам күрһәтә белмәй. Әлбиттә, янғында бешкән йәки ағыуланған кешегә мотлаҡ табип ярҙамы кәрәк. Әммә "Тиҙ ярҙам" машинаһы килгәнсе, зарар күреүсенең хәлен бер аҙ еңеләйтеп була....

Беренсел медицина ярҙамын дөрөҫ итеп яһағыҙ!
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 29-06-2016, 14:39


Беренсел медицина ярҙамын дөрөҫ итеп яһағыҙ!Һүрәттәрҙә нисек итеп:
- эҫе ҡапҡанда,
- баш йәрәхәтләнгәндә,
- иҫтән яҙғанда,
- өшөгәндә,
- инсульт осрағында,
- бөжәк йәки йылан тешләгәндә,
- йөрәк тотҡанда нисек итеп ярҙам итеү ҡағиҙәләре бирелгән.

Шулай уҡ үпкәләрҙе яһалма елләтеү, йөрәккә ябыҡ массаж, йөрәк-үпкә реанимацияһы алымдары ла күрһәтелгән....

Һаҡ булығыҙ! Талпан
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 12-05-2016, 16:05


Һаҡ булығыҙ! ТалпанЯҙ етеп, тирә-яҡ йәшеллеккә күмелә башлау менән кешеләр тәбиғәткә ынтыла. Әммә был осорҙа бик һаҡ булырға кәрәк, сөнки тап шул мәлдә талпандар ҡотора. Әлбиттә, уларҙың барыһы ла ҡурҡыныс түгел. Ә инде ағыу­лыһы ҡаҙалһа, аҙағы насар тамамланыуы ла бар. Ҡанэскес кешене энцефалит вирусы, талпан боррелиозы, эрлихиоз, листериоз һәм башҡа инфекцион вирустар менән зарарлауы ихтимал. Был вирустар бөжәктәрҙең 2 – 3 процентында йәшәй....

Эскелек менән көрәшеп, халыҡты ҡырмайыҡ
Һаулыҡ һаҡлау / Проблема // 29-03-2016, 15:00


Эскелек менән көрәшеп, халыҡты ҡырмайыҡ Ҡаш төҙәтәм тип, күҙ сығармайыҡ, йәки айыҡ ауыл урынына айыҡ аҡыл кәрәк
Бөгөнгө йәшәйештең ҡатмарлы нескәлектәрен аңлатҡанда, йыш ҡына борондан һаҡланып килгән ғибрәтнамәләр ярҙамға килә. Күрәһең, беҙҙең ата-бабаларҙың да тормошо бик ябайҙан булмағандыр. Улар беҙгә һабаҡ өсөн үҙ аҡылын әйтеп ҡалдырған....

Киҙеүгә ҡаршы кем нисек көрәшә?
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 5-02-2016, 14:26


Аҙна һорауы төрлө-төрлө була ала. Мәҫәлән, был ете көнлөктә, социаль түләүҙәрҙең февралдән ете процентҡа артыуын нисек ҡабул иттегеҙ, тип, йә, быйыл, ниһайәт, Голливуд актеры Леонардо Ди Каприоға Оскарҙы бирәләрме-юҡмы, тип гәзит уҡыусыларыбыҙҙы ҡаңғыртырға мөмкин ине. Шулай уҡ: «Швейцария хөкүмәте үҙенең һәр гражданына ай һайын 2500 швейцар франкы (яҡынса 2250 евро) түләүе ихтимал, шул яңылыҡ һеҙҙә көнсөллөк утын ҡабыҙып ебәрмәнеме?» – тип тә бәйләнергә форсатыбыҙ булды. Ләкин беҙ әллә ниндәй ҡатмарлы һорауҙар менән баш ҡатырмаҫҡа ниәтләнек...

Һәр сиргә дауа булыуы дөрөҫмө?
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 5-02-2016, 14:15


Бөтә сирҙәрҙе лә өйрәнеп бөттөк, тип әйтергә бик иртә әле. Медицина ныҡ үҫешкән илдәрҙә лә был тәңгәлдә тулы уңыш юҡ. Һәм һәр ауырыуға дарыу ҙа табып өлгөрөп булмай. Ҡайҙан өлгөр­һөндәр, яңы сирҙәр, яңы вирустар асылып ҡына тора бит. Улар тураһындағы мәғлүмәтте йыйһаң, шаҡ ҡатаһың хатта. Кеше Ер шарында ни тиклем күп, ауырыуҙар ҙа шул сама уҡ һымаҡ. Ғалимдар белдереүенсә, вирустар кешелек үҫешә барған һайын киңерәк тарала. Әллә үҙҙәре тырышамы? Күпме ауыр сирҙе еңделәр, ә уларға алмашҡа күпмеләре барлыҡҡа килде? Беҙҙе йыл һайын ҡурҡынысыраҡ вирус хаҡында иҫкәртәләр. Әллә, ҡайһылыр илдең махсус вирус лабораторияһы таратып ята, тигәндәре дөрөҫ инде?
...

Күрәҙәсегә ышанаһығыҙмы?
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 22-01-2016, 11:03


Күрәҙәсегә  ышанаһығыҙмы?  Халҡыбыҙҙа “Күрәҙәсегә барма – башыңа бәлә алма” тигән әйтем йәшәй. Әммә һуңғы осорҙа йәмғиәтебеҙҙә киләсәк тормошобоҙҙо юраусылар, бәләгә ҡалыусыларға ярҙам итергә ашығыусылар, дауалаусылар һаны арта бара. Кемдер ябай ҡыҙыҡһыныу арҡаһында уларға бара, кемдер иһә – үҙен борсоған һорауға яуап таба алмағанлыҡтан. Айырыуса ауыр хәлдә ҡалып, унан сығыуҙың төрлө юлдарын эҙләп-эҙләп тә таба алмағас, сараһыҙҙан күрәҙәсегә мөрәжәғәт итәләр. Ҡыҫҡаһы, йәмғиәтебеҙҙә күрәҙәселәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныу бар, хатта үтә ныҡ ышаныусылар ҙа осрай. Уларға ышанырға кәрәкме? Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
...

Хужабикә, мейеңә һеңдер!
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 15-01-2016, 12:48


. Ҡулға ыҫланған йәки тоҙланған балыҡ еҫе һеңһә, уны йыуған ваҡытта саҡ ҡына теш пастаһы ҡулланығыҙ.
. Ә инде һарымһаҡ менән һуған еҫен бөтөрөү өсөн ҡулды ҡорос ҡалаҡ менән ышҡып сығыу ҙа етә. Тутыҡмай торған ҡалаҡ еҫте үҙенә ала һәм йыуғанда тулыһынса таҙара.
. Сей ҡәһүә лә ҡулға һеңгән насар еҫте үҙенә ала.
. Цитрустар һәм помидор һыуытҡыста һаҡланмай, сөнки түбән температура был аҙыҡтарҙың тәмен, еҫен боҙа.
...

Рулет
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 31-12-2015, 13:43


РулетҠаҙҙар һуйылып, һы­уытҡысҡа һалынды. Хәҙер ҡыш буйына ҡаҙ ите ашап, бәлеш бешерергә була. Һеҙгә бер рецепт тәҡдим итмәксемен.
Ике ҡаҙ бүтәгәһен, ике йөрәген, бер бауырын ит турағыстан үткәреп, һуған, кишер менән яртылаш бешкәнсе майҙа ҡыҙҙырырға. Бер йомортҡаға самалап он, һыу ҡушып ҡамыр баҫып, йоҡа ғына йәймә йәйергә лә, уға әҙер фаршты һалып, рулет итеп урар­ға һәм парҙа бешерергә. Бик тәмле килеп сыға....

"Йәшлек"тән - йондоҙнамә
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 24-12-2015, 13:03


"Йәшлек"тән - йондоҙнамәһыуғояр (21.01 – 19.02)

Яңы йылды яңы өмөттәр менән ҡаршыларһығыҙ. Йондоҙҙар артабан да һеҙгә булышлыҡ итер. Ни тиклем әүҙемлек күрһәтһәгеҙ, үҙ иңегеҙгә яуаплылыҡ алһағыҙ, уңыштар ҙа шул тиклем булыр. Күптәр 2016 йылда өйләнер һәм кейәүгә сығыр....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM