НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Циститтан ярҙам итә
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 2-02-2017, 11:35


Циститтан ярҙам итәКөҙ бик оҙаҡ цистит менән ыҙаландым. Ниндәй генә дарыу ҡулланып ҡараһам да, артыҡ ярҙамы теймәне. Аптырағас, үләндәргә мөрәжәғәт итергә булдым. Үлән менән дауаланыуҙың бик күп ысулын таптым, шулар араһынан иң ябайҙарын тәҡдим итмәксемен. Бәлки, тағы кемгәлер файҙаһы тейер.
Гөлдәриә.
Күгәрсен районы.

- 20 г бөтнөк үләненә 1,5 литр ҡайнар һыу ҡойоп, 5 – 10 минут ҡайнатырға. Төнәтмә һыуынғас, берәр стаканлап көнөнә өс тапҡыр эсергә. Дауаланыу курсы – бер ай.
- Бер ҡалаҡ укропҡа (орлоҡтары менән бергә) 1,5 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 30 минут төнәтергә. Көнөнә өс тапҡыр ашарҙан алда 1/3 стакан эсергә.
- 20 грамдан йүкә сәскәһе, имән ҡайырыһы, талҡан емеш япрағын алып бергә бутарға һәм бер ҡалаҡ ҡатнашмаға бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, банка менән һыуға ҡуйып, 15 минут ҡайнатырға. 30 минут төнәткәндән һуң, кисен йылымыс килеш берәр стакан эсергә.
- 20 г меңъяпраҡ үләненә бер стакан һыу ҡойоп, утҡа ҡуйырға. Ҡайнап сыҡҡас, 5 – 10 минут талғын утта ҡайнатырға һәм 30 минут төнәтергә. Бәүел ҡыуығы елһенгәндә көнөнә 3 – 4 тапҡыр ашағандан һуң берәр ҡалаҡ эсергә....

Анемиянан ярҙам итә
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 27-01-2017, 11:56


Анемиянан ярҙам итәБер үк күләмдә торма, сөгөлдөр, кишер һәм мүк еләге һуты алына һәм шуға берәр өлөш бал һәм коньяк ҡушыла. Килеп сыҡҡан дарыуҙы һыуытҡыста тотоп, көнөнә өс тапҡыр өсәр ҡалаҡ эсергә. Гемоглобин күтәреләсәк. Профилактика өсөн был ҡатнашманы йылына ике тапҡыр берәр литр эсергә кәрәк.
...

Осҡолоҡ ҡаңғырта
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 26-01-2017, 10:25


Осҡолоҡ  ҡаңғыртаҺигеҙ йәшлек улым йыш ҡына сиҡаҡлай. Бер уйлаһаң, әллә ни ҙур проблема ла түгел, ә шулай ҙа нисек уға осҡолоҡтан ҡотолорға ярҙам итергә мөмкин? Беҙ бала саҡта, берәйһен осҡолоҡ тота башлаһа, уны кинәт ҡурҡытыр кәрәк, ти торғайнылар...

Айгөл Ғарипова.
Хәйбулла районы.
...

Ҡышҡы һыуыҡта ауырыуҙан нисек һаҡланырға?
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 25-01-2017, 11:23


Ҡышҡы һыуыҡта ауырыуҙан нисек һаҡланырға?Ҡышҡыһын сир эләктереү бер ни түгел, кешегә һалҡын тейеп кенә бара, һөҙөмтәлә тамаҡ ауырта, танау тона, температура күтәрелә, бронхит, астма кеүек башҡа хроник сирҙәр ҙә көсәйә башлай. Ҡышҡы һыуыҡта ауырыуҙан нисек һаҡланырға һуң? Әлбиттә, иң беренсе сиратта йылы кейенеп йөрөргә кәрәк. Ололар әйтмешләй, йылы һөйәкте тишмәй. Икенсенән, профилактика сараларын күреү мөһим. Сирҙән һаҡланыу һәм ауырыуҙы дауалау буйынса бер нисә кәңәш....

Быйылғыһы айырыуса ҡурҡыныс
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 24-01-2017, 11:22


Быйылғыһы айырыуса ҡурҡыныс
Ҡыш үҙенең һыуығы, бурандары менән генә түгел, киҫкен респиратор ауырыуҙары һәм киҙеүе менән дә хәүефле. Бер ҡыш та киҙеүһеҙ булмай шикелле. Өҫтәүенә, йылдан-йыл уларҙың береһенән-береһе ауырыраҡ, береһенән-береһе ҡурҡынысыраҡ төрҙәре барлыҡҡа килә. Йә ул – “ҡош”, “сусҡа”, “испан”, “азиат” киҙеүе. Быйыл тарала башлағанын иһә “гонконг киҙеүе” тип атайҙар. Әйткәндәй, ул бик ауыр үтә һәм оҙаҡҡа һуҙыла. Киҙеүҙең был төрөнә кинәт кенә температура күтәрелеүе, ҡалтыратыу, өшөтөү кеүек билдәләр хас. Шулай уҡ сир эләктереүселәр тамаҡ ауыртыуына, дөйөм хәлһеҙлеккә, аяҡ-ҡул, арҡа, бил ауыртыуына, йүткертеүгә зарлана. Ваҡытында дауалана башламаһаң, сирҙең бик оҙаҡҡа һуҙылыуы ихтимал. Киҙеү менән зарарланған кеше өс-дүрт көн хәлһеҙлеккә зарланып тора ла, унан температураһы төшөп, баш һәм тамаҡ ауыртыуы бөткән кеүек тойола. Әммә ҡыуанырға әле иртәрәк, тиҙҙән барыһы ла яңынан ҡабатланасаҡ. Гонконг киҙеүен ваҡытында тулыһынса дауаламау һөҙөмтәһендә менингит, пневмония, миокардит, энцефалит кеүек ауырыуҙар барлыҡҡа килеүе бар. Ҡайһы бер осраҡта бронхит, трахеит, ҡолаҡтың елһенеүе күҙәтелә.
Хәүеф төркөмөнә бигерәк тә ике йәше лә тулмаған бәләкәй балалар инә. Ауырлы ҡатындарға һәм йәше 60-ты уҙған ололар­ға ла киҙеү көсәйгән ваҡытта үҙ сәләмәтлегенә ҡарата айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк....

Баш ауыртыуынан арыныуға – ун аҙым
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 23-01-2017, 10:17


Баш ауыртыуынан  арыныуға – ун аҙым1. Иң тәүҙә баш кейемен сисергә кәрәк. Башты бер нимә лә ҡыҫырға тейеш түгел.
2. Бер стакан йылы һыу эсергә (һыу эҫе лә, һыуыҡ та булмаҫҡа тейеш!) Йылы һыу ҡанды шыйығайтып, ҡан тамырҙарының киҫкен ҡыҫылыуынан ҡотҡарасаҡ.
3. Һыу эскәс тә, башығыҙға шарф һалып (ул башты ҡаштан алып елкәгәсә япһа – бик яҡшы), күҙҙәрҙе йомоп, тыныслыҡта ятып тороғоҙ.
4. Баш ауыртыуын бармаҡтарға массаж эшләп тә бөтөрөп була. Массажды баш бармаҡтан башлап, сәтәкәйгә ҡәҙәр эшләргә. Айырыуса бармаҡ остарын яҡшыраҡ ыуалағыҙ.
5. Шулай уҡ сикәләрҙе, танау билен, күҙҙең ситен бармаҡ осо менән берәр минутлап ыуалау ҙа баш ауыртыуын бөтөрә.
6. Киҫкен баш ауыртыуынан ышаныслы дауалар­ҙың береһе – лимон. Лимондың йомшағын тиреһенән айырып, дымлы яғы менән ике сикәгә лә баҫып торорға (2 – 3 минут). Тире бер аҙ ҡыҙарһа, балалар кремы йәки вазелин һөртөргә.
7. Үрҙә аталған саралар ярҙам итмәһә, сикәләргә «Алтын йондоҙ» бәлзәмен йәки иҙелгән һарымһаҡты һөртөгөҙ (һаҡ булығыҙ – күҙегеҙгә тейҙермәгеҙ!)
8. Кәбеҫтә япрағын да эске яғы менән сикәгә, түбәгә һалыу килешә.
9. Сөгөлдөр һутында сылатылған мамыҡты ҡолаҡтарға терәп тороу ҙа баш ауыртыуынан ярҙам итә.
10. Үрҙәге ысулдар ярҙам итмәһә, бер үк миҡдарҙа алынған һыу һәм алма һеркәһенән ингаляция яһағыҙ. Дауалы парҙы биш минут еҫкәргә ҡушалар, әммә баштың ауыртыуы ике-өс минуттан уҡ бөтә....

Ҡанда шәкәр кимәлен нисек кәметергә?
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 22-01-2017, 10:14


Ҡанда шәкәр  кимәлен нисек кәметергә?1. Көн дә берәр йәшел алма, әфлисун ашарға. Ҡайын еләге менән ҡара көртмәле лә бик файҙалы.
2. Иртән ас ҡарынға духовкала бешкән бер баш һуғанды ашау ҙа ҡандағы шәкәр кимәлен кәметергә ярҙам итә.
3. Көҙөн бешкән энәлекте ашарға, ҡышҡылыҡҡа уны киптереп әҙерләргә лә, сәй итеп эсергә – шәкәрҙе лә, ҡан баҫымын да кәметә, йөрәккә лә ыңғай тәьҫир итә....

Ябығыу хәүефле түгелме?
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 19-01-2017, 16:19


Ябығыу хәүефле түгелме?Организмдағы май ҡатламдары ниндәй роль уйнай? Артыҡ ныҡ ябығыу хәүефле түгелме һәм уның бала табыу һәләтенә йоғонтоһо юҡмы?
Миңлегөл.

Организмда бер нәмә лә артыҡ түгел. Кешегә май ҡатламы ла кәрәк. Әммә ул норманан артыҡ булмаҫҡа тейеш. Әгәр ҙә дөйөм кәүҙә ауырлығын 100 процент тип алһаҡ, норма буйынса шуның 42 проценты – мускулдар, 16-һы – һөйәк, 16-һы – май ҡатламы, 18-е – тире һәм ҡалғаны башҡа туҡымалар булырға тейеш.
Май ҡатламы бала табыу функцияһында ла мөһим роль уйнай. Тап шунда андрогендар (ҡатын-ҡыҙҙа булған ир-егеттәр гормоны) эстрогендарға (ҡатын-ҡыҙ гормондарына) әүерелә. Шул рәүешле ҡатын-ҡыҙҙарҙың бала табыу йәшендә бөтә эстрогендары формалаша. Әгәр ҙә ҡаты диета арҡаһында ҡыҙҙың май ҡатламы тейешле сиккә етмәй икән, организмда гормональ үҙгәрештәр башлана, күрем туҡтап ҡалыуы ихтимал. Бәхеткә күрә, был үҙгәрештәрҙе төҙәтеп була. Кәүҙә ауырлығы нормалашҡас, бала табыу функцияһы ла тергеҙелә.
...

Һөлөктө теләгән ваҡытта һалдырырға буламы?
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 16-01-2017, 17:13


Һөлөктө   теләгән  ваҡытта  һалдырырға  буламы?
Күптән һөлөк һалдырып ҡарарға тип уйлап йөрөйөм. Сөнки аяҡтағы ҡан тамырҙары киңәйеп йонсота, шунан файҙаһы булмаҫмы тим. Тик мине бер һорау борсой: һөлөк һалдырыуҙың айырым ваҡыты бармы әллә ҡасан һалдырһаң да яраймы?
Гөлнур.

Һөлөк һалдырыуҙың билдәле бер ваҡыты юҡ. Шулай ҙа ололар уны йылы ваҡытта һалдырырға ҡуша. Ҡыш миҙгелендә был процедураны хупламайҙар, сөнки һөлөк һалдыр­ғандан һуң урыны оҙаҡ ҡына ҡанһырап тороуы ихтимал, ҡанға һалҡын тейә, тиҙәр. Иң ҡулайы – йәй һәм йылы көҙ көндәре....

Иң яҡшылар – беҙҙең арала
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 23-12-2016, 14:14


Иң яҡшылар – беҙҙең аралаРөстәм Хәмитов Рәсәйҙең иң яҡшы 500 терапевты исемлегенә ингән участка табиптары менән осрашты.
Эйе, илебеҙҙә быйыл октябрҙә беренсе тапҡыр табиптар эшмәкрлегенә бәйле шундай рейтинг төҙөлдө. Исемлеккә кешеләргә тәүге медик-санитар ярҙам күрһәтеүсе участка һәм дөйөм практика табиптары инде. Әлбиттә, беҙҙең республика белгестәре лә бар унда.
Рөстәм Хәмитов осрашыу ваҡытында табиптарға дипломдар тапшырҙы һәм 3-сө бала табыу йортоноң 2-се ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы коллективын Волга буйы федераль округында уҙған конкурста “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы” номинацияһында еңеүҙәре өсөн бүләкләне....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (6.10.2017)



  • Радио Юлдаш FM