НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Шешенһәгеҙ
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 26-04-2017, 09:58


ШешенһәгеҙТоҙло аш ашағандан йә һыуҙы үтә күп эскәндән һуң, йә илап йоҡлап киткәндән һуң икенсе көнөнә шешенеп уяныу – тәбиғи хәл. Был һәр кемдә лә тиерлек була. Ә бына көн дә иртән күҙ ҡабаҡтары шешенеп, көҙгөлә үҙегеҙҙе танымай башлаһағыҙ йәки, шешенеү сәбәпле, көн оҙонона “һимергән” аяҡтарығыҙ кискеһен туфли (ботинка, калуш, кирза итек һ.б.) эсенә һыймай ҡаңғыртһа, бар эшегеҙҙе ситкә ташлап, табипҡа зарланырға сабығыҙ. Көндәлек эш, мәшәҡәттәр, һис ҡасан бөтмәй ул, кеше үлгәс тә ете көнлөк эше ҡала, тиҙәр. Ә беҙ теге донъяға ашыҡмайбыҙ, һау-сәләмәт килеш оҙаҡ һәм бәхетле йәшәргә йыйынабыҙ....

Ҡайын бөрөһө – күп ауырыуға дауа
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 25-04-2017, 10:17


Ҡайын бөрөһө – күп ауырыуға дауаҠайын бөрөһө – бик күп ауырыуҙан ярҙам итеүсе, экологик таҙа һәм бик һөҙөмтәле дауа. Уның шифалы үҙенсәлектәре борон-борондан юғары баһаланған. Яҙ етеп, ҡайын һыуы аға башлап, бөрөләр тулыша башлағас та уларҙы бөхтә генә итеп ботаҡтар­ҙан ҡырҡып алғандар һәм артабан шифалы төнәтмәләр әҙерләү өсөн киптергәндәр...

Һүнмәһен тиһәгеҙ күҙегеҙ нуры, иғтибарлы булығыҙ
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 21-04-2017, 11:51


Һүнмәһен тиһәгеҙ күҙегеҙ нуры,  иғтибарлы булығыҙ
йәки Ни өсөн 40-ты уҙған һәр кешегә йылына ике тапҡыр окулисҡа күренеп торорға кәрәк?
Республикабыҙҙа үҙенең эшенә яуаплы ҡарашы, һөнәренә тоғролоғо, пациенттарына мөнәсәбәте менән халыҡтың ихтирамын, һөйөүен, ышанысын яулаған тәжрибәле табиптар күп. Башҡортостандың атҡаҙанған уйлап табыусыһы, республикабыҙҙың атҡаҙанған табибы, Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы, юғары категориялы күҙ хирургы, Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтының стационарҙы алмаштырыусы технологиялар бүлеге мөдире Рәшит Шәкирйән улы ИШБУЛАТОВ тап шундай табиптарҙың береһе. Уның иҫәбендә – тиҫтәләгән операция, уйлап табыу, ваҡытында тейешле медицина ярҙамы алып һауыҡҡан пациент. Хеҙмәттәштәре араһында “Атҡаҙанған уйлап табыусы” исеменә лайыҡ булған берҙән-бер табип. Тап ошондай алдынғы ҡарашлы табиптар республика медицинаһын күтәрә. Уларға эләккәндә, үҙеңде ышаныслы ҡулдарҙа итеп тояһың.


...

Ҡайын ағас тал булмаҫ, ҡайын һыуы бал булмаҫ!
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 18-04-2017, 16:31


Ҡайын ағас тал булмаҫ, ҡайын һыуы бал булмаҫ!Уны ике-өс аҙна даими эсеү организмға әллә күпме файҙа килтерә

Халҡыбыҙ ҡайын һыуының бал тиклем үк татлы булмауына ишара итһә лә, был яҙғы һуттың файҙаһы ла, тәме лә тиңһеҙ. Бына тиҙҙән һәр кем был татлы эсемлекте тәмләп, шифаһын алып ҡалырға ашығасаҡ. Башҡортостанда уны апрель урталарында – май баштарында йыялар. Һут йыйыр өсөн ҡартыраҡ ағастарҙы файҙаланыу зарур. Ҡайҙа һәм ҡасан йыйырға өйрәнер алдынан был эсемлек тураһында һөйләшеп алайыҡ....

Үҙәк көйөүҙән арыныу өсөн
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 30-03-2017, 13:06


Үҙәк көйөүҙән  арыныу өсөн- Ярты стакан артыҡ ҡуйы булмаған һөт эсергә мөмкин, бер сәғәткә булһа ла үҙәк көйөүе баҫылыр.
- Сей картуфтың һуты бигерәк тә һөҙөмтәле булыуы ихтимал. Бының өсөн картуфты, ҡабығын таҙартып, ҡырғыс аша үткәрергә һәм һутын һығып, көнөнә ике тапҡыр яртышар стакан эсергә.
- Бөтнөк үләненең һуты үҙәк көйөү өйәнәген баҫырға ғына түгел, ғөмүмән, уны булдырмаҫҡа ярҙам итә. Үлән сәйенә ҡарағат, балан япрағы ла ҡушырға ярай. Был сәйҙе көнөнә 2 – 3 тапҡыр берәр стакан эсергә кәңәш ителә....

Тоҙ файҙалымы, зыянлымы?
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 18-03-2017, 14:10


Тоҙ файҙалымы,  зыянлымы?Тоҙ бер ҡасан да ябай ғына ризыҡ һаналмаған. Йәшәйештә ул ҙур урын алып тора. Өҫтәлгә иң тәүҙә тоҙ ҡуябыҙ, килгән ҡунаҡты ла икмәк-тоҙ менән ҡаршылайбыҙ. Уның хаҡында мәҡәлдәр, юрамыштар халыҡ араһында киң тарал­ған. Тоҙҙоң файҙаһы һәм зыянына ҡағылышлы бәхәстәр ҙә йөҙәр йылдар дауам итә....

Тиреләге кескәй эрендәргә ҡаршы
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 17-03-2017, 12:01


Тиреләге кескәй  эрендәргә ҡаршыСтрептодермия тип йөрөтәләр был сирҙе. Ғәҙәттә, балаларҙың тиреһендә бәләкәй генә эрендәр барлыҡҡа килә. Уларҙы дауалау өсөн бер үк күләмдә һуған, балан емеше һәм үҫемлек майы алырға кәрәк. Шуларҙы табала әкрен утта быҡтырырға һәм бер тәүлек төнәткәндән һуң, сирле урындарға һөртөргә.
...

Ябығырға теләүселәр өсөн кәңәштәр
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 16-03-2017, 12:41


Ябығырға теләүселәр өсөн кәңәштәрҠатын-ҡыҙҙар ябығыу өсөн ниндәй генә диета тотоп ҡарамай. Ҡайһы саҡта ул һөҙөмтә бирә, әммә киреһенсә булыуы ла ихтимал. Ашамай йөрөйҙәр ҙә, “ысҡынып”, ныҡ ҡына ашай башлайҙар. Сөнки гел генә үҙеңде тыйып йөрөп тә булмай бит. Ябығыу өсөн диета тоторға кәрәкме, бәлки, әҙерәк ашарға өйрәнергә генәлер? Ҡайһы бер гүзәл зат, кинәт кенә ҡаты диетаға ултырып, тиҙ генә ябығам, тип уйлай. Әммә был хата фекер. Беренсенән, организм өсөн стресс булһа, икенсенән, өйрәнелгән ғәҙәттәрҙән, ризыҡтарҙан еңел генә баш тартыуы ҡыйын. Һомғол кәүҙәле булырға хыялланыусылар тағы ла ниндәй хаталар ебәрә икән?...

Бауырҙы таҙартыусы эсемлектәр
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 12-03-2017, 15:07


Бауырҙы таҙартыусы эсемлектәрБеҙҙең организм ашаған ризығыбыҙҙы эшкәрткәндә шул тиклем ҙур көсөргәнеш кисерә. Айырыуса бауырға ныҡ көс төшә. Шуға күрә ваҡыты-ваҡыты менән уны таҙартып торорға кәрәк. Был уның һөҙөмтәле эшләүенә булышлыҡ итәсәк.
Әгәр ҙә бауыр тейешле кимәлдә эшләмәй икән, ул башҡа органдарға кире йоғонто яһай һәм төрлө ауырыуҙарға килтереүе ихтимал. Түбәндәге эсемлектәр бауырҙы таҙартырға һәм организмдан төрлө токсиндарҙы һәм майҙарҙы ҡыуып сығарырға булышлыҡ итә....

Йөрәк аритмияһын дауалап буламы?
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 10-03-2017, 15:05


Йөрәк аритмияһын дауалап буламы?
Ике йыл инде йөрәк аритмияһы һәм юғары ҡан баҫымы менән интегәм. Уларҙы дауалап буламы?
Мансур.
Салауат ҡалаһы....


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр



  • Радио Юлдаш FM