RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Матурлыҡты нисек аңлайһығыҙ?

05.09.2014 Матурлыҡты нисек аңлайһығыҙ?

9 сентябрь – Бөтә донъя матурлыҡ көнө. “Матурлыҡты нисек аңлайһығыҙ?” – тигән һорау менән ҡатын-ҡыҙҙарға мөрәжәғәт иттек

Нимә ул матурлыҡ? Был һорауға һәр кемдең яуабы үҙенсә. Быуындар алмашыныу менән уға ҡарата ҡараш үҙгәрә, ниндәй быуындар ти, хатта бер кешенең үҙ ғүмере эсендә матурлыҡҡа ҡарашын әллә күпме тапҡыр үҙгәртеүе ихтимал. Хәтер­ләйем, бала саҡ­та йылға буйындағы ялтыр таштар ҙа, ялтырауыҡ кәнфит ҡағыҙы ла, быяла ярсығы ла күҙҙең яуын алыр­ҙай булып күренә торғайны.

Кемдәрҙеңдер фекеренсә, геометрик терминдар менән файҙаланып әйткәндә, үҙенең формаларының камиллығы менән күҙҙең яуын алған әйберҙәр – матурлыҡ өлгөһө. Улайһа, ХХ быуатта киң танылыу алған абстракционизм йүнәлешендәге әҫәрҙәр тураһында ни тиербеҙ, ти уларға ҡаршы икенселәр.

Бер нәмә хаҡ – матур әйберҙе тиҙерәк ҡулға төшөргө, үҙеңдеке итке килә. Предмет булһынмы, кешеме, матурлыҡ – һоҡланыу һәм көнләшеү объекты. Кеше тураһында һүҙ барғанда, гүзәллектең төрлө яҡтарын ҡарап үтергә була. Тышҡы матурлығын тән формаһының пропорциональ булыуы (мәҫәлән, оҙон, төҙ аяҡтар), йөҙөнөң дөрөҫ формаһы һ.б. фак­тор­ҙар билдәләй. Шул уҡ ваҡытта күңел матурлығын да күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай. Быны инде кешенең ҡылығына ҡарап билдәләйҙәр. Иҫ киткес һылыу булып, энәнән-ептән кейенеп йөрөһәң дә, ҡылыҡ-фиғелең тирә-яғыңдағыларҙы һи­нән этәрә икән, был матурлыҡ – алдаҡсы. Хәйер, донъя тарихында, әҙәбиәтендә яуызлыҡты ла камиллыҡ шедевры дәрәжәһенә күтәргән өлгөләр етерлек. Уныһы инде айырым тема.
Хәтерләйем, бер көн Өфө урамдарын маршрут автобусы ярҙамында буйлағанда, ҡаршымда ултырған бер апайға ғашиҡ булғайным. Юҡ-юҡ, мин “тегендәй”ҙәрҙән түгелмен. Был апайҙы һылыулыҡ өлгөһө тип атап та булмай. Тура ҡара сәс, ҡыҫығыраҡ һоро күҙҙәр, аҡ йөҙ, тулыраҡ кәүҙә… Йәғни тышҡы ҡиәфәте – беҙҙең заман стандарт итеп алған матурлыҡ өлгөләренә бигүк тап килеп етмәй. Әммә юл буйы уның йөҙөнән күҙемде айыра алманым. Был кешенән ниндәйҙер аңлатып булмаҫлыҡ йылылыҡ бөркөлә ине. Халыҡта “һөйкөмлө һөйәкле” тигән әйтем бар. Ахыры, был апай ҙа шул “һөйкөмлө һөйәге” менән әсир итте, ахыры, мине. Бәлки, күңеле таҙа, саф кеше булғанға шулай фәрештә кеүек тойол­ғандыр.

Тағы бер ҡат матурлыҡ менән тап килеүем дә көтөлмәгәндә булды. Ҡыҙ саҡтарында еңел-елбәҙәк йөрөгән дуҫтарымдың, кейәүгә сығып, беренсе балаларын тапҡас, ныҡ үҙгәреүенә иғтибар иткәйнем. Әллә миңә генә шулай тойолдомо икән? Көнө-төнө йүргәк араһында йөрөп, өҫ-башына әллә ни иғтибар итмәһәләр ҙә, йөҙҙәре матурайып ҡалған һымаҡ. Юҡ, хатта ул ғына түгел, үҙенсәлекле аҡыл – әсәлек аҡылы өҫтәлгән һымаҡ.
Шулай уҡ маҡсат йөрөтөү һәм шул маҡ­сат­ҡа ирешә белеү матурлығы ла мине һәр ваҡыт һоҡландырасаҡ.

Тағы нимә әйтке килә? Донъяға тыуған һәр кеше үҙенсә гүзәл. Сөнки матурлыҡ – уның күңелендә янып торған ут, тирә-яғындағы һәр әйберҙә, һәр йән эйәһендәге шул утты күрә белеүсе күңел күҙҙәре. Ысын матурлыҡты күҙ менән күрәләр, әммә күңел менән тоялар. Тауҙар матурлығы булған кеүек үк, далалар матурлығы ла була. Гүзәллекте лә бер ҡалыпҡа һалмайыҡ. Тышҡы ҡиәфәтте – күңелдән, күңелде эшләгән ҡылыҡтарҙан айырмайыҡ.

М. САЛАУАТОВА.

Розалия СОЛТАНОВА, тамада, Әбйәлил районы:
– Ысын матурлыҡты күргәндә, күңелгә йылы йүгерә. Күреүҙән бигерәк, уны тоя белергә кәрәк. Яңы ғына дөрләп янып киткән ғаилә усағына ҡарап хыялланырға яратам. Эшем буйынса йыш ҡына туй табындарында булырға тура килә һәм матур усаҡтың йылыһы йәшәргә көс, ҡеүәт өҫтәй.
Ә матурлыҡ идеалы минең өсөн Зөһрә өләсәйем. Ул күгемдең бер яҡты йондоҙо тип әйтергә лә була. Бәләкәйҙән йыр-моңдо, башҡорт рухын һөйөргә өйрәтте. Икәү осрашһаҡ, мин ҡумыҙҙа сиртәм, ул мандолинаһында уйнай, таҡмаҡ әйтешеп, күңелле итеп ваҡыт үткәрәбеҙ. Өләсәйем янында үткәргән ваҡытым – ғүмеремдең иң матур минуттары.

Миләүшә МАМИЛИНА, Сибай ҡалаһы:
– Ғүмереңдең һәр үренә артыла килә матурлыҡтың иге лә, сиге лә юҡлығына тағы ла бер тапҡыр инанаһың. Март айында яҙҙың ыуыҙ еҫе йәнде илертеп тарала башлау менән күңелдә әйтеп аңлата алмаҫлыҡ хистәр уяна. Моңло ҡоштарҙың сихри тауышына күмел­гән һәр яңы таңын ҡабатланмаҫлыҡ матурлыҡ тип ҡабул итәһең һәм, яҙҙан да матур миҙгел юҡ, тип иҫбатлап ҡуяһың. Тәбиғәттә йәй хакимлыҡ итә башлау менән урманда еләктең хуш еҫе тарала, бар тирә-йүн береһенән-береһе матур сәскәләргә күмелә. Беҙҙәге кеүек тәбиғәт бер ерҙә лә юҡтыр, тигән уйға киләһең. Уралдың алтын көҙө бер рәссамдың да картинаһында тулыһынса сағылыш таба алмай­ҙыр. Минең өсөн ҡыштың сасҡау һыуыҡтары, ыжғыр бурандары, бәҫкә төрөнгән ағастар ҙа – иң матур күренеш. Ысын мәғәнәһендә Башҡортостан тәбиғәтенә ғашиҡ кешемен! Бигерәк тә ҡояштың ҡыҙарып тауҙар артына тәгәрәгән мәлен үлеп яратам. Ә шулай ҙа матурлыҡты күрергә мөхәббәт кенә мәжбүр итәлер. Изге күңелле кеше генә матурлыҡты күрә, тоя, белә алалыр ул. Һөйгән йәреңдең наҙлы һүҙҙәренә, ғәзиз балаңдың тәүге тапҡыр ихлас йылмайыуына, тәүге һаҡау һүҙҙәренә бер нәмә лә етмәй кеүек.

Лилиә ЯҠШЫДӘҮЛӘТОВА, БДУ студенты:
– Матурлыҡ идеалым – әсәйем, ул үҙендә тышҡы һәм эске матурлыҡты туплай алған. Минең өсөн күңел матурлығы мөһимерәк. Әсәйемдә уның хәстәрлекле булыуы, күптәребеҙгә хас комплекстарҙан азатлығы, модаға эйәрмәһә лә, матур итеп кейенә белеүе һоҡландыра.

Раушания ЮЛДЫБАЕВА, “Һылыуҡай – 2014” республика гүзәллек конкурсында гран-при яулаусы:
– Матурлыҡ юҡтан ғына барлыҡҡа килмәй, тигән фекерҙәмен. Тәбиғәттән бирелгән гүзәллекте нигеҙ итеп алып, үҙеңде камиллаштырыу өсөн тырышып эшләргә кәрәк. Үҙ-үҙенә талапсан ҡыҙҙар һәр ваҡытта ла бөхтә булыр, йөҙөн, тәнен формала тотор. Бынан тыш, итәғәтле, кешене лә, үҙеңде лә хөрмәт итеү, сабыр булыу ҙа башҡорт ҡыҙҙарын биҙәй. Матур кеше – төрлө яҡлап үҫешкән йәки үҫешергә ынтылған кеше.
Йәш ҡыҙҙарҙың донъяла билдәле топ-моделдәрҙе өлгө итеп ҡуйыуы, бер яҡтан, яҡшы күренеш. Улар шулай үҙҙәренә камил булыу маҡсатын ҡуйырға өйрәнә. Шулай ҙа был өлкәлә артыҡ тырышлыҡ күрһәтеү ҙә яҡшы түгел. Үҙ-үҙең булып ҡала белеүҙең үҙ матурлығы бар.

Зөлхизә ЮЛДАШБАЕВА, Өфө ҡалаһы:
– Күрә белһәң, һәр нәмәлә матурлыҡ табырға була. Ҡарап торғанда ҡапыл күҙгә салынырлыҡ матурлығы булмаһа ла, кемдеңдер көлөүе йәки йылмайыуы шул тиклем һөйкөмлө, ул шунда уҡ үҙенә арбай. Ғөмүмән, тышҡы матурлык эске матурлыҡтан айырылырға тейеш түгел. Әсәйемде бик һылыу тип һанайым һәм уға оҡшағым килер ине (ләкин бик оҡшамағанмын). Шулай уҡ миңә Сара Буранбаева бик оҡшай. Үҙемде тәбиғәт кешеһе тип һанағанға күрә күберәк тәбиғәт матурлығы ылыҡтыра.
Бәләкәй саҡтағы бер хәтирә бик ныҡ хәтерҙә уйылып ҡалған. Ул саҡта шул тиклем бәхетле инем. Күл буйында ҡояш байығанын күҙәткәйнем – был күренештең гүзәллеге ғүмерҙә лә онотолмаҫ инде. Тау башында ҡояш ҡалҡҡанын күҙәтеү бик оҡшай. Шулай уҡ үҙ ҡулдары менән берәй матурлыҡ тыуҙырыусыларға һоҡланып ҡарайым – ундай әйберҙәрҙең энергетикаһы ла завод-фабрика әйбер­ҙәренекенән айырылып тора.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…