НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Зөлхизәгә ғүмер бүләк итәйек!

Зөлхизәгә ғүмер бүләк итәйек!


Зөлхизәгә ғүмер бүләк итәйек!Ысын дуҫтар, бәндәләрҙең бер-береһенә ниндәй мөнәсәбәттә булыуы бәлә килгәндә һынала. Бөгөн беҙ һау-сәләмәтбеҙ. Артығыҙға әйләнеп ҡарағыҙ әле, донъяла әжәл менән яғалашҡан, һинең бәләкәй генә ярҙамыңа ла мохтаж кешеләр бар. Мөмкинлегең булғанда, ҡулыңдан килгәнсә ярҙам итеп, үҙеңә сауап ал, кешем. Ил төкөрһә, күл була, тигәндәй, кем белә, бәлки, һинең бәләкәй генә күләмдә булһа ла биргән аҡсаң уның ғүмерен оҙайтыр, яҡындарын ҡыуандырыр, сабыйҙарын етемлектән аралар, донъя ҡыуаныстары бүләк итер.

Иглин районынан күкрәк яман шеше менән сирләгән Зөлхизә Бәхтиева-Шәрипова беҙҙең ярҙамға мохтаж. Яман шеш һуңғы хөкөм түгел. Был аяуһыҙ сирҙе үтеп китә торған ауырыу кеүек ҡабул итеп, ғүмерен оҙайтҡандар ҙа бар арабыҙҙа. Иң мөһиме – кешелә һауығыуына өмөт кенә булһын, мөғжизәгә ышанып йәшәһен, ти онколог- табиптар ҙа.

14 йәшлек улы менән 1,5 йәшлек ҡыҙына әсәй булған Зөлхизә лә бөгөн һауығыуына, ғәзиз балаларын үҫтереп, аяҡҡа баҫтырыуына ышана, яҡындары хаҡына аяуһыҙ сире менән яғалаша. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, операциянан һуң сире киҫкенләшкән, күкрәк тирәһенә тағы шеш сыҡҡан ҡатынға Өфө табиптары ҡайтанан уны хи­рургик юл менән алыуҙан баш тарта. Германия табиптары Зөлхизәне дауаланырға са­ҡыра. Әле ҡатын дуҫтары, яҡындары, изге күңелле ке­шеләр ярҙамында йыйыл­ған аҡсаға Людвиг Максимилиан исемендәге университет клиникаһы ҡарамағындағы Мам­мология үҙәгендә диагностика үтеүгә ирешкән. Табиптар операцияға тиклем уға алты химия терапияһы, 10 гипотермия, нур терапияһы курсы үтергә кәңәш иткән. Бөгөн З. Бәхтиеваға 2,5 миллион һум аҡса кәрәк.
Ғүмере ҡыл өҫтөндә булған Зөлхизәнең һуңғы өмөтөн һүндермәйексе, дуҫтар. Уның ғүмерен оҙонайтыу һеҙҙән тора.

Аҡсаны түбәндәге карталарға күсерә алаһығыҙ.

Карта Сбербанка – 4276060010982166,
Яндекс деньги – 410011029721786,
Кредит Европа Банк – 5570566343131420,
QIWI кошелек –79093500939,

Сығыу ваҡыты 19-04-2014, 17:24 | Ҡаранылар: 1303
|
  • Ул уҡырға, эшләргә, йәшәргә тейеш
  • Бану Ҡаһармановаға ярҙам итәйек, дуҫтар!
  • Изгелек айы
  • Яңы йөрәкле пациент үҙен яҡшы тоя
  • Лилиәнең хыялына күпер һалайыҡ
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM