НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Халыҡ дауаһы


Стоматиттан нисек ҡотолорға?

Ауыҙымдың эсе боҙолоп интегәм. Дарыуҙар ҡуллана-ҡуллана ялҡтым. Стоматитты халыҡ ысулы менән дауалау мөмкинлеге юҡмы икән?
Рәзилә.
Әбйәлил районы.

2 – 3 ус ҡарағай менән шыршы ботаҡтары остары он­тағына 3 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 2 – 3 минут ҡайнат­ҡандан һуң 15 – 20 минут төнәтегеҙ. Ошо төнәтмә менән көнөнә 2 – 3 тапҡыр 5 минут буйы ауыҙығыҙҙы сайҡатығыҙ. Ҡарағай төнәтмәһе тамаҡ шешкәндә лә, пародонтиттан да ярҙам итә.

Холестеринды нисек кәметергә?

Күптән түгел анализдар биргәйнем, табип, холестериның күп, кәметергә кәрәк, тине. Нисек кәметергә мөмкин икән, берәй кәңәш бирһәгеҙ ине.
Алһыу.
Дүртөйлө районы.

1. Бальзам. 1 стакан балды 1 стакан мүк еләге менән бутап, ярты стакан ваҡланған һарымһаҡ өҫтәргә һәм ныҡ итеп бутарға. Килеп сыҡҡан ҡатнашманы йоҡлар алдынан берәр ҡалаҡ ашарға.
2. Салат. Бер кишер, 2 әстерхан сәтләүеге, 1 грейпфрут, ярты стакан майһыҙ кефир, 1 ҡалаҡ бал. Кишерҙе ҡырғыстан үткәрергә, сәтләүекте, грейпфрутты ваҡлап турарға һәм кефир менән бал ҡушып бутап, көнөнә берәр ҡалаҡ ашарға.
3. Һоло бутҡаһы. Һоло ярмаһын эҫе һыуға һалып төнгөлөккә ҡалдырығыҙ. Иртәнсәк йөҙөм, ҡара емеш, күрәгә ҡушып ашарға мөмкин.
4. Ҡарабойҙай һалып ҡайнатылған һыу. 2 – 3 ҡалаҡ ҡарабойҙайға бер стакан һыу ҡойоп, 1 литр ҡайнар һыуға һалып, 6 – 7 минут болғата-болғата бешерергә. Ошо һыуҙы иртәле-кисле яртышар стакан эсергә.

Тымауҙан һарымһаҡ майы

Әҙ генә һалҡында ла тымау йонсота. Был сирҙән берәй нисек ҡотолоп буламы икән? Дарыуҙар ваҡытлыса ғына ярҙам итә, өҫтәүенә, уларҙың зыяны ла юҡ түгел. Үләндәр менән дауалау юлын өйрәтһәгеҙ ине.
Гөлдәр.
Ейәнсура районы.

Таҙартылған һарымһаҡты ағас төйгөс менән иҙеп, быяла банкаға һалырға, яр­ты стакан зәйтүн майы ҡойоп, бутарға һәм пергамент ҡағыҙ менән ябып ҡуйырға. Көн һайын болғатып тороп, 10 көн төнәтергә. Һуңынан марля аша үткәреп, 1 тамсы таҙартылған глицерин ҡушырға (уны дарыухананан алырға мөмкин). Төнәтмәне һоро шешәгә ҡойоп, бөкө менән ябырға һәм һыуытҡыста тоторға. Тымау ваҡытында мамыҡ таяҡсаларҙы тән температураһына тиклем йылытылған һарымһаҡ майына манып, көнөнә бер нисә тапҡыр 2 – 3 минутҡа танауға ҡуйырға.

Мин нисек баш ауыртыуынан ҡотолдом

Бала саҡтан баш ауыртыуы менән интектем. Медосмотр үткәндә табип, ҡан тамырҙары ҡыҫыл­ғандан тип, дарыуҙар яҙҙы. Улар тәүҙә ярҙам иткән кеүек булғайны ла, һуңынан ярҙамын тоймай башланым, башым тағы ла нығыраҡ ауырта башланы. Шул ваҡыт танышым тәҡдим иткән рецепт буйынса дауаланып ҡараным. Эсә башлау менән баш ауыртыуы шунда уҡ юҡҡа сыҡты. Ярты йыл инде бер ниндәй ҙә дарыу эскәнем юҡ, ә танышымдың дарыуын даими ҡулланам.
100 мл бесәй үләне (валериана), эвкалипт, арыҫлан ҡойроғо (пустырник), энәлек төнәтмәһе, 50 мл пион, бөтнөк төнәтмәһе, 10 ҡәнәфер, 1 ҡалаҡ бал, 1 пакет имбирь (10 г) кәрәк буласаҡ. Уларҙың барыһын да ҡара һоро төҫтәге бер литрлыҡ шешәгә һалып, ваҡыты-ваҡыты менән һелккеләп тороп, 25 көн төнәтегеҙ. Ошо ваҡыт үткәс, нығытмалы ҡапҡаслы бәләкәй дарыу шешәләренә ҡойоғоҙ. 25 тамсылап иртән, көндөҙ, кис һыуға ҡушып эсегеҙ.
Гөлбаныу.

Сығыу ваҡыты 28-03-2014, 14:14 | Ҡаранылар: 1260
|
  • Уңғанбикәләрҙең өҫтәле лә һыйға мул
  • Халыҡ дауаһы
  • Бал һәм һуған һәр нәмәгә файҙалы
  • Ризығыбыҙға – тәм, өҫтәлебеҙгә йәм өҫтәһен
  • Тәмлекәстәр
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM