НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Тымауҙы ла ваҡытында дауалау мөһим

Тымауҙы ла ваҡытында дауалау мөһим


Тымауҙы ла ваҡытында дауалау мөһимТабиптар фекеренсә, бер ауырыуҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай, хатта ябай ғына тымауҙы ла дауаларға кәрәк. Юғиһә уларҙың сәләмәтлеккә бәйле бик етди проблемаларға килтереүе ихтимал. Ҡолаҡ ауыртыуы, шешеүе нимәнән барлыҡҡа килә, ниндәй эҙемтәләргә килтерә һәм унан нисек дауаланырға? Өфө ҡалаһының 22-се дауаханаһының балалар лор бүлеге табибы Илнар ЮЛМӨХӘМӘТОВ менән ошо хаҡта һөйләштек.
– Йыш ҡына грипп, ангина кеүек ауырыуҙарҙан өҙлөгөү барлыҡҡа килеп, ҡолаҡҡа бирә. Быға нисек юл ҡуймаҫҡа?
– Иң яҡшыһы – иҫкәртеү. Дауалауға ҡарағанда профилактикалау яҡшы, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит. Әгәр ҙә танау менән ниндәйҙер проблема бар икән, уны иғтибарһыҙ ҡалды­рыр­ға ярамай. Тымауҙы дауалап тороу кәрәкмәй, бер нисә көндән үҙенән-үҙе үтә ул, тип ҡул һелтәп ҡуйырға кәрәкмәй. Ауырыуҙың көсәйеп китеүе ихтимал. Балаларҙа, мәҫәлән, отит булыуы мөмкин. Уның хатта операцияға тиклем алып барып еткереүе бар. Шуға күрә ваҡытында дауалау мөһим, ә инде дауалау бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәһә, мотлаҡ табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.

– Отит балалар өсөн нимәһе менән хәүефле?
– Ҡолаҡтар башта урынлаш­ҡан, тимәк, ҡолаҡ шешеүе кеше ғүмере өсөн мөһим органдарҙы ла хәүеф аҫтына ҡуя. Ғөмүмән, бик һаҡ булырға кәрәк, сөнки баш мейеһе, күҙҙәр яҡын ғына урынлашҡан. Отит ҡы­на түгел, синуситтар ҙа (танау яны ҡыуышлыҡтарының лайлалы ти­ресәһе шешеүе) шундай уҡ хәүеф тыуҙыра.

– Ҡолаҡ ауыртҡанда йылытырға яраймы?
– Ауыртҡан урынды йылытырға ярамай. Ни өсөн ауыртҡанын асыҡламайынса тороп, бы­ны эшләү тыйыла. Йылытҡан саҡта ауыртыу баҫыл­ған кеүек тойолһа ла, тәүге ҡарашҡа ғына шулай булыуы ихтимал. Бәлки, эрен йыйыла башлағандыр, ә йылытыу был процесты көсәйтәсәк кенә.

– Тамаҡ шешеүе, ангина нимәһе менән ҡурҡыныс? Уларҙы нисек дауаларға?
– Тамаҡ ҡыҙарыуы ул ауырыу түгел. Ваҡыты-ваҡыты менән тамаҡ төбөнөң бер аҙ ҡыҙарып елһенеүе тәбиғи күренеш, сөнки ул үҙенә күрә “үткәреүсе ҡапҡа” булып тора. Шуға күрә алты йәшкә тиклемге балаларҙың тамағына тейергә ярамай һәм тамаҡ шешеүенән дауалаусы спрейҙарҙы ҡулланырға тәҡдим ителмәй. Ә төрлө эренле шештәр бәләкәй балаларҙа һирәк күҙәтелә.

– Әсәнең баланы йыуындыр­ғанда ҡолағына һыу индереүҙән ҡурҡыуы урынлымы?
– Бының бер ниндәй ҡурҡынысы юҡ. Әгәр ҙә һыу эләгә икән, ҡолаҡты йәнә сайҡатырға мөмкин. Ә инде ниндәйҙер бер тамсы ғына тороп ҡалһа, тора-тора ул үҙенән-үҙе юҡҡа сыға.
– Полип, гайморит кеүек ауырыуҙарҙы операцияһыҙ ғына дауалап буламы?
– Гайморит, нигеҙҙә, консерватив юл менән дауалана. Әлбиттә, уның төрлөһө була. Бер үк төрлө синуситтар булмай, ябай ғына танау тоноу ҙа – шул уҡ реносинусит. Йәғни танау ҡыуышлығында елһенеү, шеш барлыҡҡа килә һәм ул консерватив юл менән дауалана. Әммә хирургик юл менән дауалауҙы талап иткән осраҡтар ҙа була. Ә полип хирургик юл менән генә алына.

– Һеҙҙең пациенттарығыҙға иң йыш биргән кәңәштәрегеҙ?
– Беренсенән, тымауҙы дауалағанда, аҙна-ун көн бер ниндәй ҙә һөҙөмтә юҡ икән, мотлаҡ белгескә күренергә кәрәк.
Икенсенән, 10 – 12 йәшкә тиклемге балаларҙың өй шарттарында танау ҡыуыш­лығын тоҙло һыу менән сайҡатыу тыйыла. Ул өҙлөгөүгә һәм отитҡа килтереүе ихтимал.
Өсөнсөнән, үҙ белдегегеҙ менән дауаланмағыҙ. Юғиһә йыш ҡына дарыуханаларға ингәндә шундай күренеште күҙәтергә була: фармацевт, тамаҡҡа бына ошоно алы­ғыҙ, быныһы яҡшыраҡ, тип дарыуҙар тәҡдим итә. Ми­неңсә, был дөрөҫ түгел. Тик, квалификациялы табип ҡына һәр осраҡты айырым ҡарап, дөрөҫ дауаланырға өйрәтергә тейеш.

Юлай КӘРИМОВ фотоһы.

Сығыу ваҡыты 28-03-2014, 14:10 | Ҡаранылар: 605
|
  • 30 йылдан ашыу балалар һаулығы һағында
  • Һыуыҡтан нисек һаҡланырға?
  • “Һаулығыңды йәштән ҡайғыртырға кәрәк”
  • Киҙеүгә – “ЮҠ!”
  • Әгәр аяғығыҙ ҡаймыҡһа
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:



  • Радио Юлдаш FM