НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Бал һәм һуған һәр нәмәгә файҙалы

Бал һәм һуған һәр нәмәгә файҙалы


Иң яҡшыһы – дегәнәк

Бал һәм һуған һәр нәмәгә файҙалыДегәнәк тамырын таҙартып йыуығыҙ ҙа, шаҡмаҡлап турап, өҫтөнә ике стакан ҡайнар һыу ҡойоғоҙ һәм 15 минут ҡайнатып алығыҙ. Килеп сыҡҡан төнәтмәне һыуытып, һөҙөгөҙ ҙә, сәсегеҙҙе йыуғандан һуң шуның менән сайҡатығыҙ.
Шулай уҡ календула сәскәһе менән аҡсәскәне онтап, өҫтөнә өс стакан ҡайнар һыу ҡойоп, бер аҙ һыуынғас, йомортҡа һарыһы һәм 2 ҡалаҡ кефир ҡушып болғатығыҙ. Килеп сыҡҡан массаны таҙа сәскә һөртөгөҙ һәм башлыҡ кейеп, өҫтөнән таҫтамал менән уратып ҡуйығыҙ. Яҡынса бер сәғәттән һуң ғына сәсте йыуырға мөмкин. Аҙнаһына бер тапҡыр ошолайтып сәсегеҙҙе нығытып торһағыҙ, бер айҙан ҡойолоуҙан туҡтар һәм ялтырай башлар.

Бал һәм һуған һәр нәмәгә файҙалы

Эш менән булып йөрөгәндә үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән ҡулыбыҙҙы йә берәй еребеҙҙе ҡырҡып ебәрәбеҙ. Бына шул саҡта бал яраны тиҙ генә бөтәштерергә ярҙам итер. Яраны марганцовка иретмәһе менән йыуығыҙ һәм таҙа бинт­ҡа бер ҡалаҡ бал һөртөп бәйләп ҡуйығыҙ. Бәйләместе көн һайын яңыртып торорға онотмағыҙ. Ә инде яра эренләй башлаһа, башлы һуғанды йәиһә һарымһаҡты ҡырғыс аша үткәреп, ауыртҡан урынға шул массаны һалып, бәйләргә кәрәк. 2 – 3 сәғәттән һуң уны яңыртып бәйләгеҙ.

Һыу сәсәгенән дауа

Бала һыу сәсәге менән ауырығанда ҡысыныуын баҫырға һәм температураһын төшөрөргә ярҙам итеү өсөн 1 ҡалаҡ 3 процентлы аш һеркәһенә 2 ҡалаҡ араҡы ҡушып, килеп сыҡҡан ҡатнашманы көн һайын бит-ҡулына, тәненә һөртөгөҙ.
Ә инде ауыҙ эсенә тиклем сабыртҡан булһа, рауза сәскәһе төнәтмәһе менән сайҡатырға кәңәш ителә. Бының өсөн 1 стакан ҡайнар һыуға бер ҡалаҡ сәскә тажын һалып, ярты сәғәт төнәтегеҙ. Шулай уҡ һырғанаҡ майын һөртөүҙең дә файҙаһы ҙур.

С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.

Сығыу ваҡыты 14-02-2014, 14:46 | Ҡаранылар: 950
|
  • Йәшел һуған бәлеше
  • Халыҡ дауаһы
  • Телеңде йоторлоҡ!
  • Ризығыбыҙға – тәм, өҫтәлебеҙгә йәм өҫтәһен
  • Телеңде йоторлоҡ
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Тәҙрә төбөндә үҫкән дарыу



  • Радио Юлдаш FM