RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Сәләмәтлекме, әллә математиканан “бишле”ме?

24.01.2014 Сәләмәтлекме, әллә математиканан “бишле”ме?

Сәләмәтлекме, әллә математиканан “бишле”ме?Һәр беребеҙ балаларыбыҙҙың аҡыллы, матур һәм сәләмәт булып үҫеүен теләй. Әммә улар бер ҙә сирләмәй тормай шул. Бигерәк тә ошо ваҡытта ауырый башлай­ҙар. Күп ата-әсә балаларҙы дауалағанда хаталарға юлыға. Шуларға туҡталайыҡ.

Беренсе хата. Тән температураһы күтәрелеүгә юл ҡуймау.
Табиптар һәр саҡ бер һүҙҙе ҡабатлай: 38,5 градусҡа тиклемге температураны дарыуҙар ярҙамында төшөрөргә ашыҡмағыҙ. Организм­ға инфекция менән көрәшергә мөмкинлек бирегеҙ. Юғиһә күп ата-әсә, градусниктың термометр бағанаһы 37 градустан саҡ ҡына өҫкә күтәрелһә, балаһына дарыу бирә.

Нимә эшләргә?
Баланың температураһы күтәрелә башлаһа, уға күберәк шыйыҡлыҡ (йылы сәй, морс һ.б.) эсерегеҙ, тәнен дымлы салфетка (тик һалҡын булмаһын!) менән ышҡығыҙ. Бал, ҡурай еләге ҡайнатмаһы, лимон – организмға көс өҫтәүсе тәбиғи дарыуҙар.
Балаға дарыу бирер алдынан уның инструкцияһын ентекләп уҡырға онотмағыҙ. Дарыуҙар ҡабул итеү араһында билдәле ваҡыт үтергә тейеш.

Икенсе хата. Ҡурай еләге ҡайнатмаһы һәм бал – температураны төшөрә торған иң яҡшы дарыу.
Һалҡын тейгән йәки киҙеү менән сирләгән баланың организмы токсиндарҙан тиҙерәк таҙарһын өсөн уға күберәк шыйыҡлыҡ бирергә кәрәк. Йылы эсемлек тамаҡ ауыртыуын да баҫыр. Шуға күрә ата-әсәләр балаларына күп итеп ҡайнар морс, ҡурай еләге компоты, лимонлы һәм баллы сәй бирә. “Ни тиклем күберәк эсәһең, шул тиклем тиҙерәк һауығаһың”, – ти улар.

Нимә эшләргә?
Был эсемлектәр һәйбәт, тик сама тураһында оноторға ярамай. Уларҙың барыһында ла шәкәр бар, ә ул бөйөргә артыҡ көс төшөрә. Бынан тыш, мүк еләге һәм лимонлы ҡайнар эсемлектең сирле тамаҡты тағы ла ярһытыуы бар.
Температураны төшөрөү өсөн педиатрҙар балаға йылымыс һыу эсерергә кәңәш итә. 5 – 10 минут һайын икешәр балғалаҡ эсереп торһағыҙ, айырыуса һөҙөмтәле буласаҡ.

Өсөнсө хата. Һалҡын алдырған баланы ҡалын итеп кейендерергә кәрәк.
Әлбиттә, сирле балаға йылы кәрәк, әммә был уны ҡат-ҡат кейендерергә кәрәк тигән һүҙ түгел. Етмәһә, температураһы юғары булһа, ҡалын кейем хәлен тағы ла ауырлаштырасаҡ.

Нимә эшләргә?
Температура күтәрелгәндә кеше өшөй, ҡалтырай башлай, шуға ҡалыныраҡ кейенгеһе, юрғанға төрөнгөһө килә. Теләһә, тимәк, кейендерегеҙ. Температура юғары нөктәһенә еткәс, кешегә эҫе булып китә, ул сисенә башлай. Шундай ваҡытта баланы эске кейеменә тиклем сисендерегеҙ, тәнен еүеш салфетка менән ышҡығыҙ, өҫтөнә бер нәмә лә япмағыҙ. Тәненән быу яҡшыраҡ сыҡҡас, температураһы тиҙерәк төшәсәк.

Дүртенсе хата. Антибиотиктар ҡабул итеү.
Күп сирҙе вирустар тыуҙыра, ә антибиотиктар уларға ҡаршы көрәшмәһә лә, күптәр сир ваҡытында нәҡ ошо препараттарҙы ҡулланыу­ҙы хуп күрә. Әсәйҙәр һәм өләсәйҙәр хатта балаларына бактерияға ҡаршы дарыу ҙа эсереп ҡуя. Был ҙур хата, организмға бары зыян килтерелә.

Нимә эшләргә?
Берҙән-бер дөрөҫ сара – табипҡа мөрәжәғәт итеү. Ул сирҙең тәбиғәтен асыҡлап, тейешле дарыуҙар кәңәш итер.

Бишенсе хата. Оҙаҡ сирләргә ваҡыт юҡ!
Ғәҙәттә, мәктәп уҡыусыларының ата-әсәһе шундай фекерҙә була. Өс көн өйҙә ятып, температураң төштөмө – мәктәпкә йүгер! Күптәр хатта баланың йүткереүе һәм тымауы бөтмәгәненә иғтибар ҙа итеп тормай. Ә уның башы ауыртыуына, хәлһеҙлеккә зарланыуын дәрескә барырға теләмәү тип ҡабул итәләр. Педиатр­ҙар киҫәтә: һауыҡмайынса аяҡ өҫтө йөрөү өҙлөгөүгә килтерә.

Нимә эшләргә?
Балаға һауығырға мөмкинлек бирегеҙ. Ул өйҙә кәрәкле дауалау курсын тулыһынса үтһен. Әгәр ҙә антибиотиктар ҡабул иткән икән, мәктәпкә ебәрергә ашыҡмағыҙ. Дәрестәрен үҙ аллы өйҙә лә эшләй ала. Шуны аңлағыҙ – сәләмәтлек математиканан “бишле”ләрҙән мөһимерәк.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…