RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ут, ут яна эстә!

05.04.2013 Ут, ут яна эстә!

Ут, ут яна эстә!
Бер көләмәс иҫкә төштө. Бабай үҙәге көйөүҙән яфалана. Хәле бер ҙә яҡшырмағас, был дауаханаға барырға була. Бабай урыҫ телен яҡшылап белмәй, ҡәһәрең, табип мәрйә булып сыға.
– ҡайһы ерегеҙ ауырта? – тип урыҫсалап һорай мөләйем ҡатын, бабай бер аҙ уйлап тора ла:
– Центр гәрит! – тип ҡуя.
Үҙәк көйөү – сир түгел, ә организмдағы берәй тайпылыштың билдәһе. Әгәр ҙә ашағандан һуң бер-ике тапҡыр үҙәк көйһә ҡурҡыныс юҡ. Ә һәр саҡ үҙәк көйөү яҡшы түгел. Ашҡаҙандан бүленгән кислота ҡыҙыл үңәстең тиресәһен “ашай”, һөҙөмтәлә хатта эрозия барлыҡҡа килеүе ихтимал.
ҡыҙыл үңәстәге бүҫер (фотола) арҡаһында ла үҙәк көйә. Теге йәки был насар факторҙар арҡаһында диафрагма һәм ашҡаҙандың өлөшө күкрәк ситлегенә сығып тора. Шул саҡта ашҡаҙан эсендәге масса, кислотаһы менән бергә, үңәскә сығарыла.

“Йөрәктәге ут”

ҡайһы берҙәр йөрәк тирәһе яныуына зарлана. Тик электрокардиограммала бер ниндәй ҙә тайпылыш табылмай. Кардиолог яҙған дарыуҙар ҙа, халыҡ дауа-име лә еңеллек килтермәй. Диагноз ҡуйғанда пациентты гастроэнтерологҡа ла күрһәтергә кәрәк. Баҡтиһәң, ашҡаҙан һутының әселеге юғары булһа, аш һеңдереү трактының өҫкө өлөшөнә кислота ташлана һәм йөрәктән саҡ ҡына өҫтәрәк ауыртыу барлыҡҡа килә икән. “Яныу”ҙан еңел ҡотолоп була, бының өсөн бары туҡланыу режимын һәм рационды үҙгәртергә кәрәк.

ҡағиҙә буйынса туҡланыу


Иң тәүҙә үҙәк көйөүҙе ниндәй аҙыҡ барлыҡҡа килтергәнен асыҡлағыҙ. Ғәҙәттә, был әсе, тоҙло, маринадланған, ҡыҙҙы­рыл­ған, һуғанлы-һарымһаҡлы ри­зыҡ. Газлы һыу, шоколад, кофе, алкоголь, һағыҙ, тәмәке лә эстә “ут” ҡабыҙа. Ашағандан һуң спорт менән шөғөлләнһәгеҙ, йә ауыр физик эш башҡарһағыҙ, үҙәк көйә башлауы ихтимал.
Кеше көйәләнһә, ашҡаҙан һуты үтә әсе булып китә, ә аш һеңдереү системаһына баҫым арта. Һыуға 10 − 15 тамсы корвалол йә валокордин тамыҙып эсһәгеҙ, күңелегеҙ ҙә тынысланыр, үҙәк көйөү ҙә баҫылыр.
Үтә күп ашамағыҙ, табында һәр саҡ сама белегеҙ. Юғиһә тулған ашҡаҙан аҙыҡтың бер өлөшөн өҫкә – үңәскә табан сығара. Был осраҡта үҙәк көйөү һәм ашҡаҙан ауыртыу мотлаҡ буласаҡ. Бер ултырғанда ашау нормаһы – ҡуш усҡа һыйырлыҡ ризыҡ. Әйткән­дәй, ҡайһы саҡ һыу эсеү үҙәк көйөүҙе баҫа, ул ҡыҙыл үңәстәге кислотаны йыуып төшөрә.
Ашағандан һуң ятмағыҙ. Йә баҫып тороғоҙ, йә йөрөштөрөп алығыҙ. Шул рәүешле аш массаһы тиҙерәк аҫҡараҡ төшәсәк. Ә киске аш йоҡоға тиклем 1,5 – 2 сәғәт алда булырға тейеш.
Ризыҡты дөрөҫ ҡабул итергә кәрәк. Был бик мөһим. Иң алда һәр саҡ икмәктән, шунан ит-балыҡтан башлағыҙ. Йәшелсә-емеш ашҡаҙан секрецияһын көйләй, шуға уны һуңғараҡ ашарға кәңәш ителә. Иртәнсәк ас ҡарын­ға әсе һут эсергә ярамай. Асыҡҡан килеш майонезлы, һеркәле ризыҡ ашамағыҙ.
Йыш һәм әҙләп ашау эстәге “янғын”дан ҡотҡара. Организм тәүлегенә 10 литрға яҡын ашҡаҙан һуты, 0,5 – 1,2 литр үт етештерә. Әгәр ҙә ҙур порциялар менән ашаһаҡ, үңәскә ташланасаҡ масса күбәйәсәк. Ә оҙаҡ ашамай торһағыҙ, үт тик тора, ул яйлап ташҡа әйләнеүе ихтимал.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…