НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Бер юлы ике шатлыҡ

Бер юлы ике шатлыҡ


Күгәрсен районының Түбәнге Һаҙ ауылында, Семиречье утарында фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылды
Башҡортостан Республикаһы Президенты беҙҙең районға эш сәфәре барышында һаулыҡ һаҡлау мәсьәләһен күтәреп сыҡҡайны. Ауылдарҙа урынлашҡан ФАП-тарҙың (фельдшер-акушерлыҡ пункты) хәле тураһында ла күп һүҙ әйтелде был осрашыуҙа.
Районыбыҙҙа 52 ФАП бар. Уларҙың күбеһе күптән төҙөлгән бәләкәй биналарҙа урынлашҡан. Техник йыһаздары ла яҡшынан түгел.
Шуныһы ҡыуаныслы: хәл яҡшыға үҙгәрә – ай ярымда ике ауылда өр-яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлөп, сафҡа индерелде.
7 майҙа Түбәнге Һаҙ ауылы халҡы ҙур ҡыуаныс кисерһә, Еңеү көнөндә иһә Семиречье утарында ал таҫмалар ҡырҡылды.
Яңы биналарҙы асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Фәрит Мырҙагилде улы Мусин:
– Кешеләрҙең һаулығын ҡайғыртыу беҙҙең төп бурыс­тарыбыҙҙың береһе булып тора. Республикала ошо көндәрҙә асылған өс ФАП-тың икәүһе беҙҙең районда булыуына шатбыҙ. Үҙебеҙҙең төҙөүселәр һынатманы, улар­ға рәхмәт. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ниндәй матур биналар төҙөнөләр. Тиҙҙән Се­миречьела башланғыс мәктәп төҙөй башлаясаҡбыҙ, Кү­гәрсен, Побоище ауылдарында мәҙәни үҙәктәр яңыртыла. Мораҡ ауылында ҙур балалар баҡсаһы төҙөлә, Йомағужала реабилитация үҙәге реконструкциялана. Ауылда йәшәүселәргә бөтә яҡлап ярҙам ҡулы һуҙырға тырышабыҙ, – тине.
Ҙур ижтимағи әһәмиәткә эйә булған фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыу – ауыл халҡы өсөн ҙур ҡыуаныс. Кеше һау булһа, донъяһы ла теүәл: сөнки һаулыҡ – ҙур байлыҡ.

Ринат ӘЛИМҒУЖИН.

Сығыу ваҡыты 15-05-2012, 10:08 | Ҡаранылар: 1096
|
  • Ҡыуаныслы хәбәрҙәр ҙә, ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр ҙә, күңелде борсоған проблемалар ҙа булды
  • «Ресурстар етерлек, эшләргә теләүселәр кәрәк»
  • Фельдшерыбыҙҙан уңдыҡ
  • Табиптар фатирлы булды
  • Көйөргәҙелә эштәр көйлөмө?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Аҡ күлдәк (Хикәйә)
  • Логотибы яман, шыр хаталы булһа ла «Башҡортостан гүзәле-2018» матурлыҡ конкурсы тамамланды
  • Радий Хәбиров бөгөн Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов менән осрашты
  • Мең дә бер кисәнән кәм түгел (Булған хәл)
  • Ҡолаҡ һал! Дарыу урынына – һуттар
  • Әлиә БАТРАЕВА, 19 йәш,
  • «Киндер - сюрприз» һораған Рамаҙанға — конструктор
  • Кәүсәриә
  • Ял итергә барһағыҙ
  • «Ғүмер буйы иремә рәнйеп йәшәйем»



  • Радио Юлдаш FM