НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Тылсым тама ҡулдарынан

Тылсым тама ҡулдарынан


Хирург Фазылйән Бәшировтың оҫталығы бик күптәрҙе үлем тырнағынан йолоп ҡала
Тылсым тама ҡулдарынан
Табип-хирург. Табип-онколог. Юға­ры категориялы табип. Баш­ҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Рәсәйҙең почетлы доноры. Был һөнәри һәм маҡтаулы исемдәрҙең бөтәһе лә бер кешелә – Мәсетле үҙәк район дауаханаһының баш табибы урынбаҫары, сирек быуаттан ашыу кешеләр һаулығы һағында уяу тороусы Фазылйән Рауил улы Бәшировта.
Ғаиләлә улар ете бала үҫте. Аталары Рауил Хәкимйән улы, һуғыштан һуңғы йылдарҙа Ямаш механизаторҙар курсын тамамлап, хаҡлы ялға сыҡҡансы тракторҙан төшмәне: Яңы Мөслим баҫыуҙарында ерен дә һөрҙө, игенен дә сәсте, уңышын да йыйҙы. Әсәләре Нәҡибә Хажиморат ҡыҙы фельдшер-акушерлыҡ пунктында санитарка булып эшләй, балалар ишәйә төшкәс, барлыҡ иғтибарын улар­ҙы тәрбиәләүгә, уҡытыуға бирә. Шуға ла, атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән, тигәндәй, эшһөйәр булып үҫә балалар, бер йомоштан баш тартмайҙар, мыжымай­ҙар, ҡарышмайҙар, тәртип боҙмайҙар. Әгәр бөгөн Фазылйән менән Илшат – Башҡорт дәүләт медицина институтын, Ғәбделйән менән Ғәбделнур Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлап, юғары белемле табип, инженер, иҡтисадсы булып киткән икән, бында тәү сиратта Рауил менән Нәҡибәнең хеҙмәт емештәрен, хәстәрлектәрен күрмәү мөмкин түгел. Рәмил, Ратмир, Гөлзинә ла төшөп ҡалғандарҙан түгел. Улар ҙа махсус урта белем алыуға өлгәште. Тик бына әсәләре Нәҡибә апай ғына был яҡты донъянан иртәрәк китеп барҙы.
Фазылйән Бәширов әрме хеҙмәтенә тиклем үк медицина училищеһын тамамлай, ә унан һуң Башҡорт дәүләт медицина институтында белем ала ла, Мәсетле яҡтарына ҡайтып, район дауаханаһында хирург булараҡ хеҙмәт юлын башлай һәм бында, Оло Ыҡтамаҡта, тәбиғәт һәм Хоҙай биргән һәләте бөтә тәрәнлегендә асыла.
Көнсығыштың бөйөк табибы Әбүғәлисина, табипта ыласын күҙе, ҡыҙҙар ҡулы, йылан аҡылы, арыҫлан йөрәге булырға тейеш, тигән.
Фазылйән Бәшировта ла йылдар үтеү менән Әбүғәлисина әйтеп ҡалдырған сифаттар, күнекмәләр барлыҡҡа килә. Ниндәй генә ауыр, ҡатмарлы операциялар яһамаһын, ҡулдары, тубыҡтары ла ҡалтырамай, күҙҙәре лә талмай, хәтере лә юғалмай, йөрәге лә һәр саҡ тыныс.
Табиптың дауалау практикаһынан бер нисә миҫал килтерәйек.
Көндәрҙең береһендә дауахананың хирургия бүлегенә 1962 йылғы ауырыу­ҙы килтерәләр. Ул күрше райондарҙың береһендә автоаварияға эләгә һәм уң умрау һөйәгенең ябыҡ ярсыҡланыуы арҡаһында операция өҫтәленә ята. Унан һуң амбулатор дауа алып йөрөй, әммә һауығып китә алмай. Ялған быуын үҫеп сыға. Мәсетле хирургтары Илшат Ҡаҙиров менән Фазылйән Бәшировҡа уға наркоз аҫтында ҡатмарлы операция яһар­ға тура килә. Хирургтар ауырыуҙың янбашынан бәләкәй генә тән киҫәген алып, металл пластинка менән умырт­ҡа һөйәген тоташтыра. Операция уңышлы үтә. Ун көндән яраны теккән епте һурып алалар. Бер аҙҙан ауырыу амбулатор дауаһына күсерелә. Йәнә ун бер айҙан табиптар сикләнгән анестезия ҡулланып, металл пластинканы ла алып ташлай. Ауырыу тулыһынса һауыға.
Тағы ла бер миҫал. Билдәле булыуынса, баш мейеһе йәрәхәте көндәлек хирургияла йыш осрай. Ундай яраны дауалауы ауыр һанала. Сөнки ҡан ағыу­ҙы туҡтатыу операциялары ҡайһы саҡ көтөлгән һөҙөмтәне бирмәй. Аптыраған көндән табиптар зарарлан­ған яҡтағы тышҡы йоҡо артерияһын бәйләү ысулын ҡулланырға мәжбүр. Ошондай хәүефле операцияны 1885 йылда Ҡаҙан медицина-хирургия академияһы табибы Эрест Гаврилович Салищев уңышлы үтәп сыға. Ауыл дауаханаһы шарттарында ундай операцияны яһарға әлегә тиклем бер кем дә батырсылыҡ иткәне юҡ ине.
Бынан бер нисә йыл элек хирургия бүлегенә бит алмаһынан сикәһенә тиклем тәрән яраланған, күҙ соҡоро, яңаҡ ҡыуыштары, баш һөйәге зарарланған ауыр хәлдәге ирҙе килтерәләр. Фазылйән Бәширов, Нәзретдин Нуралиев, Флүс Ҡәнипов һәм Салауат Мофаззаловтан торған хирургтар бригадаһы операция өҫтәле янына баҫа. Йәнә көсөргәнешле, оҙайлы, күп көс һәм иғтибар, Әбүғәлисина әйткәнсә, ыласын күҙе, ҡыҙҙарҙыҡылай йомшаҡ ҡулдар, йылан аҡылы һәм арыҫлан йөрәге талап иткән ҡатмарлы эш башлана. Биттәренән аҡҡан тир бөрсөктәрен шәфҡәт туташтары саҡ һөртөп өлгөрә, аяҡ өҫтө оҙаҡ тороуҙан аяҡ быуындары тартыша, әммә табиптар бер минутҡа ла баштарын күтәрмәй эшен дауам итә. Улар ҡулында ерҙәге иң ҡиммәтле нәмә – кеше ғүмере, һаулығы. Ниһайәт, операция тамам. Табиптар еңел тын ала, бер-береһенә ҡарап йылмаялар ҙа, ауырыуҙы палатаға оҙатып, ординатор бүлмәһенә ял итергә сығалар.
Туған-тыумасалары, был инде арыу­ланмаҫ, тип төңөлгән ауырыу бер айҙан дауахананан сыға. Ә бер аҙнанан уны Республика клиник дауаханаһы табиптары ентекләп тикшерә һәм Мәсетле хирургтарының тылсымлы ҡулдарына һоҡланыуҙарын йәшермәй.
Әлбиттә, табиптарҙың, айырыуса хирургтарҙың эше еңелдән түгел. Ҡайһы бер диагноздарҙы ҡуйғанда, уларҙы төрҙәргә бүлгәндә хаталар ҙа, яңылышыуҙар ҙа урап үтмәй. Шикләнәһең дә, уйланаһың да, борсолаһың да. Ундай саҡта Оло Ыҡтамаҡ табиптары үҙҙәренән тәжрибәлерәк Республика клиник дауаханаһы табиптарына мөрәжәғәт итеүҙе, кәңәш, ярҙам һорауҙы ситһенмәй.
Шулай, быйыл июлдә Оло Ҡыҙылбай ауылынан йөрәге һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә типкән оло йәштәге ауырыуҙы алып килделәр. Бындай осраҡта бер генә ҡотҡарыу юлы бар: йөрәк эшсәнлеген шәбәйтеүсе электрокардиостимулятор тигән прибор ярҙамында ҡатмарлы операция яһау. Ләкин бындай операцияны Оло Ыҡтамаҡ дауаханаһында яһағандары юҡ. Ауырыуҙы 300 саҡрымда ятҡан Өфөгә алып китеү үлемгә бәрәбәр. Нимә эшләргә? Шул саҡ Фазылйән Рауил улы, әгәр Өфө кардиологтарын районға саҡырғанда, тигән уйға килә. Ни тиһәң дә, беҙҙә лә ҡала дауаханаларындағы кеүек ҡорамалдар, технологик йыһаздар бар бит. Бүтән сара юҡ. Фазылйән Рауил улының тәҡдимен дауахананың баш табибы Алик Яруллин да хуплай һәм бына Республика клиник дауаханаһы кардиохирургы Максим Ғосманов район дауаханаһына килеп етә. Ул һәм дауахана хирургы Нәзретдин Нуралиев, функциональ диагностика табибы Рәмилә Бәширова, терапевт Ольга Васильева Фазылйән Бәширов етәкселегендә операцияға керешә һәм ике сәғәттән уны уңышлы тамамлай. Ауырыуҙың йөрәк тибеше яйға һалына, ғүмер ҡотҡарыла.
Бәшировтар – медиктар ғаиләһе. Фазылйән Рауил улы тормош иптәше – Баҡалы районының Ҡуштирәк ауылы ҡыҙы Рәмилә менән медицина институтында уҡығанда таныша. Бөгөн Рәмилә Йәһүҙә ҡыҙы – район дауаханаһының ультратауыш һәм функциональ диагностика бүлеге табибы. Улдары Альберт та, ата-әсәһенең юлынан китеп, быйыл Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау факультетына уҡырға инде. Оло ҡыҙҙары Әлфиә – «Башҡортостан» телерадиокомпанияһында тауыш режиссеры.
Хирург Фазылйән Бәшировтың медицинаға бәйләнмәгән икенсе бер шөғөлө бар. Ул – дәртле умартасы. Егерменән ашыу умартаһын Оло Ыҡтамаҡтан 50 саҡрымда ятҡан Балаҡатай районының йүкә урманы эсендәге элекке Һандалаш ауылы урманында тота. Ул шундағы ташландыҡ йортто йүнәтеп алған да, йәйге отпускыһында, төрөк ярҙарына ла, алтын ҡомло Мысыр тарафтарына ла бармай, бал ҡорттары менән мәж килә. Емеш-еләк, бәшмәктәргә бай ҡалын урман, тынлыҡ, хозурлыҡ, башты әйләндерерлек саф һауа... Ҡатмарлы операцияларҙан, дауаханалағы мәшәҡәттәрҙән арынырға, ҡаҡшаған нервыларҙы тынысландырырға тағы нимә кәрәк? Төпкөл ауылдан яңы көс, энергия алып ҡайта ла, йәнә алсаҡ йылмайып, йүгерә-атлай ауырыуҙары янына ашыға, палаталарҙы, ординатор бүлмәләрен, операция залдарын ҡарап сыға, һәр кемгә аҡыллы кәңәштәрен бирә.
Ана шундай кеше ул ҡулдарынан тылсым тамдырыусы Фазылйән Рауил улы Бәширов.

Ризван ХАЖИЕВ,
журналист.

Мәсетле районы.
Ләйсән ХАНОВА фотоһы.

Сығыу ваҡыты 15-11-2011, 11:40 | Ҡаранылар: 1449
|
  • Бушлай күренергә мөмкин
  • Табиптар яҡшыға өмөтләнә
  • Милиция һаулыҡ һағында
  • Дауалауҙа яңы алымдар
  • Һаулыҡ өсөн аҡса йәл түгел
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM