RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Ә? Нимә тинең?..”

22.10.2011 “Ә? Нимә тинең?..”

йәки ҡолаҡтарың ауыртһа, табипҡа йүгер!
“Ә? Нимә тинең?..”
Радио-телевизорҙың тауышын нығыраҡ аса башланығыҙмы? Әңгәмәсегеҙ бик әкрен һөйләгән кеүекме? Әгәр ҙә һорауҙарға “эйе” тип яуап бирһәгеҙ, тиҙ арала отоларингологҡа күренегеҙ. Ул һеҙҙең ишетеү юлдарын тикшереп, диагноз ҡуйыр.
Олоғайған һайын кешеләрҙең ишетеү һәләте насарая бара. Әммә йәштәр араһында ла ҡолаҡ ауырыуҙары осрай. Өфө ҡалаһындағы 40-сы поликлиниканың табип-отоларингологы Татьяна Николаева әйтеүенсә, айырыуса көҙгөһөн ҡолаҡ һыҙлауына зарланыусылар күбәйгәндән-күбәйә.
− Көндәр һалҡынайтһа ла, күптәр һаман ялан баш йөрөй. Ямғырҙар мә­лендә, аяҡтары һыу­ланып өшөү арҡаһында отит, гайморит менән сирләүселәр һаны артҡандан-арта.
Тамаҡ, танау һәм ҡолаҡтар − үҙ-ара бәйләнгән бер система. Береһендә елһенеү процесы булһа, шул башҡаларына күсә. Ангина, тымау, гайморит инфекциялары ишетеү торбаларына үтеп, отит барлыҡҡа килтерә.
Сирҙең билдәләре − ишетеү һәләте ҡапыл насарая, тән температураһы күтәрелә, баш ауырта, ҡолаҡтар һыҙлай. Әгәр ҙә ваҡытында дауаланмаһаң, өҙлөгөү булыуы мөмкин. Ул саҡта һаңғырау ҡалыу ҡурҡынысы янай.

− ҡолаҡта бер туҡтауһыҙ булған сың нимә хаҡында һөйләй?
− ҡан баҫымының күтәрелеүе, атеросклероз ҡолаҡта сың барлыҡҡа килтерә. Ә ул, үҙ сиратында, ишетеү һәләтен насарайта. Бындай хәлдә сурдологҡа барып тикшерелергә кәрәк. ҡайһы бер осраҡта остеохондроздан яфаланыусылар ҙа ҡолаҡтағы сыңға зарлана. Уларға неврологҡа күренергә кәңәш итәм.
Тағы ла ҡабатлап әйтәм, ҡан баҫымы юғары булған кешеләр ҡолаҡтарының һаулығына айырыу­са иғтибарлы булһын ине. Уларҙың ҡапыл һаңғырауланыуы ихтимал.
− Халыҡ медицинаһы ярҙамында дауаланыуға нисек ҡарайһығыҙ?
− Дауаланыу сараһын ҡулланыр алдынан табип менән мотлаҡ кәңәшләшегеҙ. Халыҡ медицинаһы булһынмы, традиционмы – квалификациялы белгестәр һеҙгә дауаланыу ысулының ниндәйе тап килгәнлеген, уны нисек ҡулланырға кәрәклеген аңлатыр.
Яңыраҡ ҡолағы эсенә яран гөлөнөң япрағы инеп киткән ҡатын килгәйне. Ул, дауаланам тип, үҙенә тик зыян ғына килтергән. Ә яран гөлөнөң ҡолаҡ һаулығына бер ниндәй ҙә ыңғай тәьҫире юҡ.

− Гәзит уҡыусыларға ниндәй теләктәрегеҙ бар?
− ҡолаҡ – кешенең мөһим органдарының береһе. Ул функцияһын тейешенсә үтәмәһә, кеше үҙен тулыһынса сәләмәт итеп һанай алмай. Уның менән “шаярмағыҙ”.
ҡолаҡтарҙы булавка, шырпы һ.б. кеүек әйбер­ҙәр менән таҙартырға ярамай. Ярыһы зарарланыуы ихтимал.
ҡолаҡтарығыҙҙа сир беленеү менән шундуҡ дауалана башлағыҙ. Иммунитеты­ғыҙҙы нығытығыҙ, профилактика ысулдары хаҡында онотмағыҙ. Һау-сәләмәт булығыҙ!

− Кәңәштәрегеҙ өсөн рәхмәт!










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…