НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Тағы шул тәмәке тураһында...

Тағы шул тәмәке тураһында...


«Тәмәжник»тәр күп беҙҙең арала. Хатта артығы менән. Сөнки уймаҡ ирендәргә тәмәке бер ҙә килешмәһә лә, ҡатын-ҡыҙҙар был «эштә» ир-аттан уҙҙырып ебәрҙе. Нимә һуң ул тәмәке? Ифрат та насар нәмә. Шулай ҙа һуңғы ваҡытта уға ҡаршы көрәш буйынса боҙ ҡуҙғалғандай булып тора. Тәмәке ҡаптарына күҙ һалғанығыҙ бармы? Уларҙа «Тәмәке тартыу үлтерә», «Бала көткән саҡта тәмәке тартыу сабыйға зарар килтерә», «Балаларығыҙҙы тәмәке төтөнөнән һаҡлағыҙ» тигән яҙыуҙар барлыҡҡа килеүенә шатланып ҡуйҙым әле. Иғтибарһыҙ ҡалырмын тимә – эре итеп, аҡҡа ҡара менән яҙылған. Юҡһа элеккеләрендәге «Минздрав предупреждает...» бигүк күҙгә лә эленмәй ине. Хәйер, кемгә нисек тәьҫир итә бит әле. Һүҙ – төтөн һурыусыларға һәм тәмәкене ташларға көс тапҡан «батырҙар»ға.

Лилиә С., шәх­си эшҡыуар Ҡотло­баев­тың киоскыһында һатыусы, 29 йәш:
– Тәмәке ҡаптарындағы иҫкәртеүсе яҙыу­ҙарҙың һөҙөмтәһе ха­ҡында һөйләргә иртәрәктер әле, шулай ҙа иғтибар итәм: уны һатып алғас та күрәләр. Ниндәй уй менән уҡыйҙарҙыр, уныһын һораш­ҡаным юҡ. Әм­мә был ғына тәмә­кегә ҡаршы ет­ди көрәш тип әйтә алмайым.
Бына беҙҙең киоскынан йәш кенә егет-ҡыҙҙар ҙа сигарет һатып ала. Бер ҙә кәмемәйҙәр. Ми­неңсә, яҙыу янына тәмәкенән зарарланған үпкә һүрәте лә төшөрөп ҡуйһалар, бәлки, нығыраҡ тәьҫир итер ине.

Радик, тәмәке тар­тыу стажы 23 йыл, 37 йәш:
– Тәмәкесе сигарет һатып алғанда уның ҡабына ҡарай тип уй­лайһығыҙмы? Бына мин 14 йәшемдән тарта башланым. Насар икәнен белә инем, ә артыҡ тыйыусы булманы. Ата­йым үҙе тарта. Ҡыҙыҡ инде ул беҙҙең ил. Ниңә яҙыу менән генә иҫкәртә? Эш менән күрһәтергә кәрәк! Унан килеп, шунса йыл тәмәке тарт та, уның ҡабында ниндәйҙер яман яҙыу бар тип, ташла. Юҡ, мин инде ташлай алмаҫмын, әллә ни теләк тә юҡ, һаулыҡты бөтөрә лә ул...

Зарема, студентка, 21 йәш:
– Тәмәке ҡабындағы яҙыу­ҙы тәүгә күргәс, ныҡ ҡыйын булды. Уйға ҡалдым, мин бит буласаҡ әсә. Тарта башлағаныма ике йыл булғайны инде. Яңы ҡап сигарет алған һайын «Бала көткән саҡта тәмәке тартыу сабыйға зарар килтерә» тигәнде уҡыйым да, ысынлап та, уйландыра ла ул.
Тиҙҙән кейәүгә сы­ғырға йыйынам. Еге­тем, әлбиттә, тәмәке менән «дуҫлашыуым­ды» теләмәй. Хәҙер тартыуҙы һирәкләтә башланым да, тик әхирәттәрем дә тарта, бергә йыйылһаҡ, тү­ҙеп булмай. Киләсәктә барыбер ташлаясаҡмын.

Ильяс Рәхимов, «Старт+» фирмаһы хеҙмәткәре, 42 йәш:
– Армияла тәмәкегә ылығып ҡайттым да, 10 йыл самаһы тартып, таш­ларға көс таптым. Дөрөҫөрәге, өйләнгәс, ҡатын илай-илай әрләп ташлатты. Бәпесебеҙ тыуғас, әсәйем менән ҡәйнәм дә (атай менән ҡайным вафат булған) бик үтенде. Нишләйһең, үҙемдекеләр бит – тыңланым инде. Ташлауы ауыр булһа ла, эстә ниҙер ҡотортоп торһа ла, түҙҙем. Ә сикләүҙе тейешле закондар менән нығытырға кәрәктер, тип уйлайым. Сит илдәрҙә штрафтар ҙа бар. Беҙҙә бигерәк иркен. Тәмәке ҡабындағы яҙыу тураһында 11 йәшлек улым әйтте. Баҡһаң, магазинда күреп уҡыған. «Шунда яҙылғандар дөрөҫмө?» – тип һорай. Тәмәкенең зарары хаҡында уға хәҙер йыш һөйләйем.

Айбулат, балалар спорт мәктәбендә тренер, 54 йәш:
– Тәмәкене ауыҙыма ла алғаным юҡ. Дуҫтар тарта тип кенә шул бәйлелеккә эләкмәгәнемә ҡыуанып бөтә алмайым. Тәмәке арҡаһында ике балалыҡ дуҫым һәләк булды. Береһе иҫерек килеш сигарет тартып, төпсөгөн һүндермәй ташлап, янып үлде, икенсеһе үпкәһен бөтөрөп, ҡан ҡоҫоп, донъя менән хушлашты. Тәмәкеләрҙәге яҙыу ғына тартыусылар һанын кәметерме икән? Был, бәлки, яңы тарта башлағандарға нисектер тәьҫир итер. Шулай ҙа, бик күп «тәмәжник»тәр менән аралашам, үлтерә, тип яҙылған бит, нисек ташларға инде, тиеүселәрҙе ишеткәнем юҡ. Ҡаты законһыҙ эш сығара алмаҫтар. Бер улым, бер ҡыҙым бар. Уларҙы бәләкәйҙән сәләмәт тормошҡа өйрәттек. Үҙем иһә алкоголдән дә азатмын, әле рәхәтләнеп ураҙа тотам.

Айбулат, балалар спорт мәктәбендә тренер, 54 йәш:
– Тәмәкене ауыҙыма ла алғаным юҡ. Дуҫтар тарта тип кенә шул бәйлелеккә эләкмәгәнемә ҡыуанып бөтә алмайым. Тәмәке арҡаһында ике балалыҡ дуҫым һәләк булды. Береһе, иҫерек килеш сигарет тартып, төпсөгөн һүндермәй ташлап, янып үлде, икенсеһе, үпкәһен бөтөрөп, ҡан ҡоҫоп, донъя менән хушлашты. Тәмәкеләрҙәге яҙыу ғына тартыусылар һанын кәметерме икән? Был, бәлки, яңы тарта башлағандарға нисектер тәьҫир итер. Шулай ҙа, бик күп «тәмәжник»тәр менән аралашам, үлтерә, тип яҙылған бит, нисек ташларға инде, тиеүселәрҙе ишеткәнем юҡ. Ҡаты законһыҙ эш сығара алмаҫтар. Бер улым, ҡыҙым бар. Уларҙы бәләкәйҙән сәләмәт тормошҡа өйрәттек. Үҙем иһә алкоголдән дә азатмын, әле рәхәтләнеп ураҙа тотам.
Алһыу ИШЕМҒОЛОВА яҙып алды.

Сығыу ваҡыты 4-09-2010, 17:55 | Ҡаранылар: 1721
|
  • Тәмәке тигән ағыуҙы ташларға ваҡыт!
  • “Йәшлек”тәр ни өсөн тарта, тартмай?
  • Ә һин тәмәкене ниндәй закон менән тыйыр инең?
  • 18 ноябрь – Халыҡ-ара тәмәкенән баш тартыу көнө
  • Тартыуҙы ташлағыҙ!!!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM