НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Һөнәри ауырыуҙар


Һөнәри ауырыуҙарҺаулыҡ – оло бәхет. Шулай бит?! Сәләмәтлеге ҡаҡшаһа, әҙәм балаһына мал да, дан да моң түгел. Ә ҡоростай ныҡ икәнһең, күңелең йәшәүҙән кинәнес кенә ала. Тормош матурлыҡтарын да күберәк күрәһең, уңышҡа табан юл яраһың, ғашиҡ булаһың, һөйәһең, һөйөләһең. Бер һүҙ менән әйткәндә, донъяң түңәрәк, күңелең көр була. Барығыҙға ла ошо гармонияны татып йәшәүегеҙҙе теләп, бөгөнгө һанда «Һаумыһығыҙ?!»ҙың беренсе сығарылышын тәҡдим итәбеҙ.
Артабанғы сығарылыштарыбыҙҙа белгестәрҙе йәлеп итеп, сирҙәрҙе дауалау алымдары, заман медицинаһы тураһында ҡыҙыҡлы әңгәмәләр, урынлы кәңәштәр тәҡдим итмәксебеҙ. Халыҡ медицинаһына ҡағылышлы темаларға һеҙҙән дә яҙмалар, кәңәштәр көтөп ҡалабыҙ. Үҙегеҙ генә белгән дауалау алымдары, һауығыу серҙәре хаҡында яҙығыҙ, тәжрибәгеҙ менән уртаҡлашығыҙ. Шулай уҡ махсус сығарылышта балалар сәләмәтлеге өсөн дә айырым урын биреләсәк.
Ултырып эшләү, хеҙмәтте һәм ялды дөрөҫ ойоштормау, көнө буйы ҡоро-һары менән туҡланыу, төнгә ҡарай күп ашау кеүек насар ғәҙәттәр – һаулыҡты ҡаҡшатыусы төп сәбәптәр. Һанап үтелгәндәргә хроник арыу, күңел төшөнкөлөгө кеүек эшсе көс араһында киң таралған сирҙәрҙе лә өҫтәһәк, хеҙмәт хаҡы алыу өсөн һаулыҡ менән түләгәнеңде күрергә мөмкин. Шулай итеп, иң хәүефле һөнәри ауырыуҙар...

Атеросклероз

Бөгөн утыҙ биш йәшлектәр араһында ла инфаркт кисереүселәр күп. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, Рәсәйҙә 45 йәшкә тиклемге кешеләрҙең 45 проценты атеросклероздан яфалана. Был иң мәкерле сир һанала, сөнки үҙен бөтөнләй һиҙҙермәй. Һуңынан ҡатмарлыҡтар тыуҙырып, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы эшмәкәрлеген боҙа. Атеросклерозға дусар итеүсе төп сәбәптәрҙең береһе – холестерин. Организмдың бөтә туҡымаларында тупланған биологик әүҙем матдәнең күтәрелеүенә тәмәке тартыу, һимереү һәм дөрөҫ туҡланмау, аҙ хәрәкәтләнеү, күңел көсөргәнеше, алкоголле эсемлектәр ҡулланыу булышлыҡ итә. Шуға күрә атеросклерозды профилактикалауҙы һәм дауалауҙы холестеринға анализ биреүҙән башларға кәрәк. Ҡандағы холестеринды асыҡлағандан һуң, табип, йәшәү рәүеше һәм туҡланыу­ҙы билдәләп, күрһәтмә бирә. Уны кәметеү өсөн иң беренсе тартыуҙы һәм эсеүҙе ташларға, кәүҙә ауырлығын нормала тоторға, физик әүҙемлекте арттырырға, майһыҙ һәм тоҙһоҙ ашарға кәрәк буласаҡ. Эшегеҙ көсөргәнеш тыуҙыра икән, хатта уны ла алмаштырырға тура киләсәк.

Гипертония

Артериаль ҡан баҫымы күтәрелеүе инфаркт, инсульт, бөйөр сирҙәре тыуҙыра. Атеросклероздағы һымаҡ, кеше үҙенең ауырығанын белмәҫкә лә мөмкин. Шуға күрә сир йыш ҡына, йөрәк сәнсеүенә борсолоп, табипҡа барғас ҡына асыҡлана. 120-гә 80 – идеаль ҡан баҫымы. 140-ҡа 90 да хәүефһеҙ һанала. Табиптар башҡа осраҡтарҙа ҡан баҫымын һәр ваҡыт тикшереп, үлсәп торорға кәңәш итә. Һандарға күҙ һалһаҡ, Рәсәйҙә уртаса йәштәгеләрҙең 30 – 40 проценты гипертониянан интегә. Был ауырыуҙың да төп сәбәптәре – дөрөҫ туҡланмау, тоҙҙо күп ашау, аҙ хәрәкәтләнеү, артыҡ кәүҙә ауырлығы, тәмәке тартыу, эсеү, көсөргәнеш кисереү. Һанап үтелгәндәргә ҡатын-ҡыҙҙар араһында күҙәтелгән рациональ булмаған төрлө диеталар, утыҙ биш йәштән һуң ауырға ҡалыуҙан һаҡлаусы саралар ҙа ҡушыла.

Стенокардия

Атеросклероз арҡаһында хасил булған ауырыу. Сир ныҡ борсоған ваҡытта һауа етмәгән кеүек тойола. Йышырағы бындай хәл берәй нәмәгә көйөнгәндә, ҡайғырғанда, талашҡанда, үтә ныҡ арығансы эшләгәндә күҙәтелә. Ауыртыныу ун биш минутҡа тиклем һуҙыла. Әгәр үҙеңде насар тойоу оҙаҡҡа һуҙылһа, мотлаҡ табип саҡыртырға кәрәк. Диета һәм сәләмәт йәшәү рәүеше – төп профилактика сараһы. Ә дауалауҙы тик табип ҡына билдәләй ала. Нәҡ табип менән генә мөмкин булған физик күнегеүҙәр тураһында кәңәшләшегеҙ. Сөнки ҡайһы бер сирлеләр өсөн йәйәү йөрөү ҙә тыйылыуы ихтимал.

Ашҡаҙан һәм бөйәндең сей яраһы

Гүзәл заттарҙа сир еңелерәк үтә. Ауырыу һирәк осраҡта ғына киҫкенләшә. Әммә был тынысланырға ирек бирмәй. Сөнки сир күпләп ҡан юғалтыуға килтереүе менән ҡурҡыныс. Сирҙең аҙыуына әлеге лә баяғы тәмәке, араҡы, дөрөҫ туҡланмау сәбәпсе. Оҙайлы күңел төшөнкөлөгө, режим һаҡламау патологик үҙгәрештәргә юлыҡтырыуы ихтимал. Был сир айырыуса офис хеҙмәткәрҙәре араһында йыш осрай. Шунлыҡтан сәләмәтлекте ҡайғыртыу йәһәтенән йылына бер тапҡыр профилактик тикшереү үтеү зарур. Эшһөйәрҙәргә, ял алыу, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу – хеҙмәттең бер өлөшө, тип ҡарау ҡамасауламаҫ. Сәләмәтле­гегеҙҙе һаҡлағыҙ, ауырыу хеҙмәткәр бер кемгә лә кәрәкмәй.

Сығыу ваҡыты 22-01-2011, 16:52 | Ҡаранылар: 1930
|
  • Күңел төшөнкөлөгө – заман ауырыуы
  • Атеросклероз нимәһе менән ҡурҡыныс?
  • БРОНХИТ – үпкә ауырыуҙарына юл
  • Һаулыҡты нисек нығытырға?
  • Бөтә сир - нервынан
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM