RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ул-ҡыҙҙарығыҙға терәк булырға өйрәнегеҙ

15.11.2018 Ул-ҡыҙҙарығыҙға терәк булырға өйрәнегеҙ

Ул-ҡыҙҙарығыҙға терәк булырға өйрәнегеҙ
Һеҙҙең яҙмаларҙы уҡып барам, килешкән ерем күп. Шулай ҙа гел генә, балаларҙы яратығыҙ, ти­һегеҙ. Үҙ балаһын яратмаған ата-әсә юҡтыр! Беҙ улар өсөн хәлдән килгәндең бөтәһен дә эшләйбеҙ: ашатабыҙ, кейендерәбеҙ, йыуындырабыҙ, тамағын туйҙырабыҙ, түңәрәктәргә йөрөтәбеҙ, уҡытабыҙ, үҫ­терәбеҙ... Телефон, компьютер, айпад, репетитор, диңгеҙгә (санаторий-лагер­ҙарға) – бөтәһенә аҡса табып, башҡаларҙан кәм-хур булмаһын балабыҙ тип, тырышабыҙ бит инде. Һанап үткән гаджеттарҙы ла алмай булмай, үҙегеҙ аңлай­һығыҙ. Ә һеҙҙе уҡыһам, тағы ла ниҙер етмәй, тип борсола башлайым. Әлбиттә, яратам улымды. Шул тип тырышып йөрөлә. Ул – минең ҡартлығым.
Әмир.

Ошондай йөкмәткеле хат килеп төштө “Бәйләнештә” сайты аша. Атай кеше үҙенең улы өсөн эшләгән изгелектәрен, яҡшылыҡтарын тәфсирләп һанаған. Күбеһен яҙып та торманым, сөнки беҙ бөтәбеҙ ҙә “балаҡайҙарыбыҙ” тип йән атабыҙ. Әмир әфәнденең уйы буйынса, ул бөтәһен дә дөрөҫ эшләй. Мин һеҙгә ышанам. Тик ниңә борсолаһығыҙ? Ни өсөн күңелегеҙ тыныслыҡ тапмай? Атайҙарҙың күбеһе, һеҙҙән айырмалы рәүештә, был турала ике ятып бер уйламай! Селтәрҙә ошо турала әңгәмәләштек. Тап бер аҙна элек улының иҫерек ҡайтып инеүе Әмирҙе шаҡ ҡатыра. Иртәгәһен малайы менән ҡаты ғына һөйләшә, уныһы, башҡаса бындай хәл булмаясаҡ, тип һүҙ бирә. Егет кеше ҡайҙа, кем менән йөрөгәнен һөйләмәй. Ата-әсәһе телефонын юғалт­ҡанын да икенсе көндө генә белгән. Полицияға ғариза яҙайыҡ, айфондар бит табыла, тигән атаһына улы ҡырҡа ҡаршы сыға. Әсәһе лә уның менән һөйләшкән, малай үҙенең яңылышҡанын аңлағанын, башҡаса ундай хәлдең ҡабатланмаҫы хаҡында тағы бер тапҡыр еткергән. Каникул мәлендә малай өләсәһендә булғанда әбекәйгә лә “эскелек – яуызлыҡ” темаһына һөйләшеү үткәрергә кәңәш ителгән. Әмирҙе хәҙер улы ауылдан ҡайтҡас үҙен нисек тоторға кәрәклеге борсой: тағы ла нисә тапҡыр һөйләшергә, тоталь контролгә алырғамы, шымсы яллар­ғамы әллә, тигән һорауҙар яуҙырҙы.
Әмирҙең улына йәй башында 15 йәш тулған. Был осорҙо имен генә үткәреп ебәреү (ә ул үтәсәк, һис шикһеҙ) ауыр. Сөнки тап ошо мәлдә балалыҡ осоро түңәрәкләнеүгә бара һәм әлегә бәләкәсерәк кешеләр үҙҙәренең тормошондағы иң төп һорауға яуап эҙләй башлай: “Мин кем? Ни өсөн был донъяға тыуҙым? Был ерҙә ниндәй маҡсат менән йәшәйем?”. Һорауҙар ябай һәм еңелме? Ай-һай, әле генә күҙе “асыла”, тормоштоң ағын – ҡараһынан, яҡшыны ямандан айырырға өйрәнә генә башлаған кеше өсөн баш етмәҫлек мәсьәлә, килешәһегеҙме? Быға үҫмерҙең күҙгә күренеп тышҡы яҡтан үҙгәреүен, йәғни физик үҫешен ҡушһаҡ, үҙ-үҙеңде аңлауы ауырға тура килә. Әмир мине һорауҙарға күмде:
– Бөтә бала ла үтәме был осорҙо? Күпме ваҡыт дауам итә?
– Эйе. Бер-ике йыл эсендә үҙ-үҙеңде танып белеү, тормошта урыныңды табыу, билдәләү осоро үтә.
– Гел генә ошо пубертат осоро асоциаль тәртипкә килтерәме?
– Юҡ. Ҡайһы берәүҙәрҙең был осоро тыныс, һиҙелмәй үтә. Сөнки баланың темпераменты, һаулығы, эмоциональ тотороҡлоғо – бөтәһенеке лә төрлөсә.
– Улым менән ҡаты һөйләшеп, дөрөҫ эшләнемме?
– Һәр хәлдә, улығыҙ үҙенең был ҡыланышының атаһына ни рәүешле тәьҫир иткәнен күрҙе. Үҙ сиратында, ул да һеҙҙе, башҡаса был хәл булмаясаҡ, тип ышандырып ҡуйҙы. Был яҡшы. Иң мөһиме: һеҙ күрмәмешкә һалышмағанһығыҙ.
– Аҙнаһына нисә тапҡыр ошо темаға һөйләшергә?
– Улығыҙға ышанырға тырышығыҙ. Һеҙ, атай кеше, ҡәтғи тыйҙығыҙ. Улығыҙ ризалашты. Әсәһе ситтә ҡала алмай, егет кеше уны ла ишетте. Көн (аҙна) һайын үҫмер тормошондағы иң беренсе яңылышлығын яратҡан кешеләре иләктән үткәреп торһа, был яҡшыға алып барырмы? Артабан “Һинең йәштә мин эскелектең ни икәнен дә белмәнем, ә һин...?!” тигән лозунг аҫтындағы теманы туҡтатабыҙ. Сөнки беҙ, атайҙар һәм әсәйҙәр, ни өсөн балабыҙҙың теге йәки был аҙымға барғанын әйтә алмайбыҙ. Беҙ ул кистә уның менән бергә булманыҡ.
Әлбиттә, Әмир әфәнде улын “күҙәтеү”гә алды: кәйефендә ниндәй үҙгәрештәр булыр, уҡыуында, дуҫтары менән аралашыуында – ул бөтәһен дә ипләп кенә билдәләп барырға булды. Атай кеше баланың был “сигнал”ын ҡабул итте һәм артабан мөмкин булған бөтә ергә, эшкә улын да ҡушты. “Эргәмдә булыр, эшкә лә өйрәнер, минең дә күңел тыныс”, – тине ул. Хуплайым.
Ә мин инде атайҙарға ошолай тип әйтер инем: ҡотлайым, һеҙҙең улығыҙ ир ҡорона инә башланы! Ул үҙенсә һәм һеҙ ошо көнгә тиклем биргән тәрбиә аша оло тормошҡа табан бер аҙым яһай. Ул аҙымдың яңылышыраҡ, ҡыйышыраҡ булыуы мөмкинме? Әлбиттә. Кем ошо мәлдә ярҙам итергә тейеш? Эйе, һеҙ! Иғтибар итегеҙ, ситкә типмәгеҙ, һөйләшегеҙ, сәбәбен белергә тырышығыҙ. Һәм бер ҡасан да унан көлмәгеҙ – ихлас күңелдән ярҙам итергә теләүегеҙҙе белеп торһон. Һөйләшеү барышында: “Мин һиңә күпме аҡса түктем, ә һин...” – тип түгел, ә “һин минең УЛЫМ, минең балам, мин һине сикһеҙ яратам, шуға күрә лә борсолам”, – тигән һүҙҙәрегеҙ уның йөрәгенә инер, артабан бындай аҙымдан алыҫта булырға ярҙам итер. Улығыҙға дуҫ, терәк булығыҙ, ҡәҙерле атайҙар.
p.s. Ныҡ көйөп китһәгеҙ, үҙегеҙҙең шул мәлегеҙҙе иҫкә төшөрөп алығыҙ, был да ярҙам итә.

Әлмира ИСХАҠОВА,
психолог.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…