НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Аҡса гөлө сәләмәтлек өсөн дә файҙалы

Аҡса гөлө сәләмәтлек өсөн дә файҙалы


Аҡса гөлө  сәләмәтлек өсөн дә файҙалы
Был гөлдөң төрлөһө бар. Әммә иң киң билдәлеһе – йыуан ботаҡлы һәм ҡалын ғына япраҡлыһы. Гөл үҫтерергә яратыусыларҙың өйөндә уны йыш осратырға мөмкин. Русса атамаһы –“толстянка”, шулай уҡ “крассула”, “жирянка” тип тә йөрөтәләр.
Ағас гөлө йортта йәшәүселәрҙең сәләмәтлегенә бик һиҙгер. Кемдер ауырыһа, ул һулый башлай, япраҡтарын ҡоя, әйтерһең дә, кире энергияны үҙенә һура. Ауырыу һауығыу менән гөл дә шәбәйеп китә.
Гөлдө күптәр, матди хәлде яҡшыртырға ыңғай тәьҫир итмәҫме, тип үҫтерә. Ә бына шифаһы хаҡында хәбәрҙар түгел. Йәл, ә ул шифалы үҙенсәлектәре буйынса алоэнан бер ҙә ҡалышмай. Бактерияларға, вирустарға һәм ялҡынһыныуға ҡаршы тороу үҙенсәлегенә эйә. Бөгөн беҙ уның дауалау көсөнә туҡталып үтәйек.

Ирен осоноуынан (герпестан)
Гөлдөң бер нисә япрағының һутын һығып алырға. Зарарланған урынға 30 минут һайын һөртөргә. Йә булмаһа мамыҡты һутына манып алып, ауыртҡан урынға ябып, йәбештереп ҡуйырға.

Ангина һәм тонзиллиттан

10 япраҡтың һутын һығып алып, 200 мл һыуға ҡушырға һәм көнөнә 3 – 5 тапҡыр тамаҡты сайҡатырға.

Ашҡаҙан һәм бөйән сей яраһынан
Иртәнсәк ашарҙан бер сәғәт алда ике япрағын яҡшы итеп сәйнәп ашарға.

Пиелонефрит, циститтан
5 япрағын ваҡлап, 220 мл ҡайнар һыу ҡойоп, бер сәғәт төнәтергә. Һуңынан һөҙөп, көнөнә өс тапҡыр ашарҙан 15 минут алда берәр ҡалаҡ эсергә.

Артрит, артроздан

10 – 15 япраҡтың һутын һығып, йоҡлар алдынан һыҙлаған быуындарҙы ыуырға.

Геморройҙан
Уртаға ҡырҡылған япраҡты ябырға, шунда уҡ ярҙам итә.

Янған, тартылған, ауыртҡан урындарға, яраларға
Япраҡтарының иҙмәһен ябып, нығытып бәйләп ҡуйырға. Кипкән һайын яңыртып бәйләргә.

Иғтибар! Был гөлдөң составында мышаяҡ күп, шунлыҡтан унан әҙерләнгән дарыуҙарҙы күп эсергә ярамай.

Сығыу ваҡыты 20-09-2018, 06:30 | Ҡаранылар: 257
|
  • Һуған ҡабығын ташламағыҙ
  • Тәҙрә төбөндәге дарыу Каланхоэ
  • Тәҙрә төбөндә үҫкән дарыу
  • Фикус – шифалы гөл
  • Тамаҡ ауыртҡанда
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Аҡ күлдәк (Хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (21.09.2018)
  • Министром молодежной политики и спорта Республики Башкортостан назначен Руслан Хабибов
  • Радий Хәбиров бөгөн Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов менән осрашты
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (28.09.2018)
  • Тормош – ҡуласа, әйләндереп бер баҫа
  • Үткәндәрҙе ебәрергә өйрәнегеҙ
  • Совет Башҡортостанына бағышланған значок: "Башкирия"
  • Ылау (Хикәйә)
  • Ралина БУРАНҒОЛОВА



  • Радио Юлдаш FM