НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Үткәндәргә илаулап, бөгөнгөһөн юғалта күрмәгеҙ

Үткәндәргә илаулап, бөгөнгөһөн юғалта күрмәгеҙ


Үткәндәргә илаулап, бөгөнгөһөн юғалта күрмәгеҙ
Студент сағымда бер егет менән йөрөп алып киттем. Сәскәләр, бүләктәр, кафелар – бөтәһе лә булды. Бер нисә айҙан ауырлы икәнемде әйткәс, яратам, өйләнәм, тип йөрөгән егетем юҡҡа сыҡты. Илауҙарым, ғәрләнеүемде яҙып та тормайым. Атайым менән әсәйемә әйтеү ҡайҙа был турала, эсемде күреп ҡалмаһындар, тип ауылға ла ҡайтманым хатта. Ни генә эшләһәм дә, бала төшмәне. Бөтә тормошҡа булған пландарымдың-маҡсаттарымдың емерелеүенә баланы ғәйепләп, күрә алмай инем уны! Үҙемде һәм атаһын! Шул ваҡытта уҡ баланы дауаханала ҡалдырырға ҡарар ҡабул иткәйнем инде. Акушерға ла был турала аңғарттым, табип та белде. Улар минең менән һөйләшергә теләп, яныма килһә, ҡаты ғына итеп кире борор инем. Баланы һыҙланып тапҡас та, йөрәгем иремәне. Ике көндән бала табыу йортона ҡыҙ баланы ҡалдырып сығып киттем. Алыҫҡа. Уҡыуымды шул ҡалала дауам иттем, бер кем менән аралашманым. Бала бер нисә тапҡыр төшөмә инде, имеш, ап-аҡ күлдәктә, үҙе лә аҡ ҡына тәнле икән, сәстәре бөҙрәләнеп, шат йылмайып миңә ҡарай ине. Илап уянаһың инде, онотолмаҫ үткәндәрҙе уйлап. 25-тә кейәүгә сыҡтым, ике балабыҙ бар. Уларҙы үҫтергәндә, гел генә эстән генә теге ҡыҙ менән сағыштырыр инем, быларҙың апаһы нисек: өҫтө бөтөн, тамағы туҡмы икән, тип һыҡрар ине күңелем. Иремдән ныҡ уңдым, ышаныслы кеше ул, шуға күрә лә бөтәһен дә һөйләп бирҙем. Аңланы, ғәфү итте, эҙләп табырға тәҡдим итте. Барҙыҡ. Опека органдарына ебәрҙеләр. Барҙыҡ. Бер нәмә лә әйтмәнеләр. Ул бала күптән ғаиләлә, борсомауығыҙҙы һорайбыҙ, тинеләр. Ни тиклем инәлһәм, ялбарһам, илаһам да – яуап “юҡ” булды. Имеш, улар закон тарафынан тыйылған мәғлүмәтте кемгәлер әйтә алмай. Кемгәлер? Мин бит әсәһе, тип ҡысҡырғым килде лә... Ирем мине саҡ алып ҡайтты, ни булһа ла. Ауырымаған ауырыуым ҡалманы, һыҙланмаған ерем юҡ. Йөрәк һыҙлауы шулай алйытамы икән? Йәшлегемдә ҡылған гонаһым өсөн ошолай ҙа әсе яуап тоторомдо белһәм икән... Тормошом тормош түгел, ашағаным аш түгел. Миңә нисек йәшәргә? Опека органдары мәғлүмәт бирергә тейеш түгелме ни?
Зәлиә.

Күңел ғазаптарына дусар булыуыбыҙҙы алдан күҙаллай белһәксе... “Ҡоларымды белһәм – яҫтыҡ түшәр инем”, – тип тиккә генә әйтмәгән боронғолар, тигән уйға киләһең ошолай йөрәк әрнеткес хаттарҙан һуң... Мин хатта һеҙгә нисек ярҙам итергә белмәй, албырғап ҡалдым. Сөнки ҡурсалау (опека) органдары белгестәренә мәғлүмәт биреү закон тарафынан тыйылған – улар һеҙгә бер ни ҙә әйтмәйәсәк. Ә ҡыҙығыҙ тураһында осмот ҡына хәбәрҙе башҡа ҡайҙан алырға була? Кем еткерер, кем бышылдар балағыҙ тураһында? Бер кем дә. Һәм был – бөгөнгө факт. Йәғни, Зәлиә, ни тиклем өҙгөләнһәгеҙ ҙә, түҙергә генә ҡала. Һуң, һуңланығыҙ һеҙ, аңлай­һығыҙмы?
Нисек тыныс йәшәргә, тип һорайһығыҙ минән. Эсендә йөрәге булған кешенең балаһы өсөн өҙгөләнеүе – тәбиғи күренеш. Әммә һеҙҙең хәлдә... Һеҙҙе нимә борсой? Балағыҙ тураһында бөтөнләй бер нәмә лә белмәүме? Уны, насар йәшәй, тип уйлаумы? Әллә тик алдында ғәфү үтенеү өсөн генәме был эҙләүҙәр, Зәлиә? Зинһар, сәбәптәрен үҙегеҙ өсөн аныҡ ҡына билдәләгеҙ, йәме. Сөнки, ауыр булһа ла, әйтәйем: бер ни белмәй, бәхетле генә йәшәп ятҡан ҡыҙығыҙҙың тормошонда һеҙгә урын түгел, һеҙҙең турала уйы ла юҡтыр бит?! Һеҙ үҙ гонаһығыҙҙы беләһегеҙ, балағыҙ ташландыҡ икәнен белмәй. Шул турала ныҡлап уйларға тәҡдим итер инем. Үткәндәргә әйләнеп барып, ҡылған хатаһын төҙәткән берәй кешене беләһегеҙме? Их, булһа икән! Терһәк бит яҡын, тик тешләп кенә булмай... Артабан үткәндәрҙе онотор­ға, борсомаҫҡа тырышығыҙ. Бөгөнгөһөн ҡәҙерләп өйрәнегеҙ. Янығыҙҙа ирегеҙ, оло ҡыҙығыҙ кеүек үк ҡәҙерле балаларығыҙ бар, онотолоп китмәгеҙ. Айырма шунда: был балалар һеҙҙең менән, янығыҙҙа! “Әс-ә-ә-ә-әй”, – тип йән атып ҡына тораларҙыр бит, зинһар, үткәндәрҙе иҫләп, илаулап, һыҡтап, бөгөнгөһөн юғалта күрмәгеҙ.
Һүҙемде йомғаҡлап, шуны әйткем килә: ҡыҙығыҙҙан (уйығыҙҙа) ғәфү үтенегеҙ, ни өсөн ҡалдырғанығыҙҙы аңлатығыҙ, бәхет-шатлыҡтар теләгәнегеҙҙе әйтегеҙ. Һәм, иң ауыры – үҙегеҙҙе лә кисерегеҙ! Тынысланығыҙ. Бөгөнгөһөнә шөкөр ҡылығыҙ. Зәлиә, әсә һүҙҙәре – балаһына иң ҙур фатиха. Уларға гел изгелектәр генә юллағыҙ: алыҫтағыһына ла, эргәгеҙҙәгеләргә лә. Һеҙгә сабырлыҡ теләйем.

Әлмира ИСХАҠОВА,
психолог.

Сығыу ваҡыты 7-08-2018, 06:00 | Ҡаранылар: 423
|
  • Упҡынға тәгәрәүҙән ҡотолоу юлы – үҙегеҙҙә генә
  • Үкенестәрҙән арыныу өсөн үҙегеҙҙе кисерегеҙ
  • Элекке ирегеҙҙе ғәфү итегеҙ
  • Айырылышҡандан һуң нисек йәшәргә?
  • “Балаларым мине көнләшә”
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Ҡолаҡ һал!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (14.09.2018)
  • Таңым нуры инең
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Тормош үҙе йәшәргә өйрәтә
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (31.08.2018)
  • Ылау (Хикәйә)



  • Радио Юлдаш FM