НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Оҙаҡ йәшәүҙең туғыҙ сере

Оҙаҡ йәшәүҙең туғыҙ сере


Оҙаҡ йәшәүҙең  туғыҙ сере
Ғүмер оҙайлығына килгәндә, уның 30 проценты нәҫелгә бәйле, ә бына ҡалған 70 проценты йәшәү рәүешенән, күнегелгән ғәҙәттәрҙән һәм башҡа тышҡы факторҙарҙан тора.

1. Кәүҙә ауырлығы нормаламы?
Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, янбаш тирәһендәге бер нисә артыҡ килограмдың әллә ни зыяны юҡ. Ә бына май ашҡаҙан тирәһендә туплана икән, йөрәк өйәнәге, гипертония һәм инсульт кеүек сирҙәр менән ауырыу хәүефе көсәйә. Һирәкләп кенә шоколад, бәлеш ашауҙың бер ниндәй ҡурҡынысы ла юҡ, тик сама белергә кәрәк. Шулай уҡ дөрөҫ туҡланмау ҙа – ғүмерҙең ҡыҫҡарыуына йоғонто яһаусы сәбәптәрҙең береһе.

2. Шәп атларға өйрәнегеҙ
Кемдәр шәп итеп атлап йөрөй, улар күпкә оҙағыраҡ йәшәй. Ғалимдар быны уларҙың һығылмалылығы, хәрәкәтсәнлеге һәм, дөйөм алғанда, яҡшы физик формала булыуы менән аңлата. Көн һайын шәп итеп атлап саф һауала йөрөү ҡан әйләнешен яҡшырта, йөрәкте нығыта.

3. Үҙһүҙлелектең дә файҙаһы бар икән…
Италияның көньяғында Чиленто тип аталған төбәк бар. Ундағы халыҡтың оҙаҡ йәшәүе билдәле. Ғалимдар асыҡлауынса, был халыҡ әллә ни әүҙем тормош та алып бармай, туҡланыуға ла әһәмиәт бирмәй. Тик­шеренеүселәр фекеренсә, улар үҙһүҙлелеге һәм хеҙмәт һөйөүсәнлеге менән генә айырыла. Был халыҡты яҡшы белгән һәр кем бер һүҙҙән уларҙы әйткәненән бер нисек тә кире ҡайтартып булмаясағын раҫлай.

4. Дуҫтарығыҙ күп булһын
Дуҫтары күп булған ҡатын-ҡыҙ һәм ир-егет һау-сәләмәт булыуы, әүҙем тормош алып барыуы һәм оҙаҡ йәшәүе менән айырылып тора. Тикшеренеүселәр оҙон ғүмерлеләрҙең тормош юлын өйрәнгәндән һуң шундай һығымтаға килгән. Дүҫтарҙың, туғандар­ҙың күп булыуы көйөнөстәрҙе, ҡайғыларҙы еңелерәк үткәрергә ярҙам итә, стресты кәметә һәм тормош әүҙемлеген күтәрә.

5. Йәмғиәттең әүҙем ағзаһымы?
Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, оло йәштәгеләр уларҙың йәшенә етмәгән ололар хаҡында нығыраҡ хәстәрлек күрә. Мохтаж кешеләргә ярҙам итеү уларға үҙҙәрен яҡшы физик формала тоторға һәм зиһен теүәллеген һаҡларға ярҙам итә. Әлбиттә, ауырыу кеше, ауыр йөк булып, оҙаҡ ятһа, ыңғай йоғонтоһо юҡҡа сығасаҡ.
6. Йоҡларға яратыусылар
Кемдәр төшкә тиклем йоҡларға ярата, һеҙҙең йөҙйәшәрҙәр исемлегенә инеү ышанысығыҙ бермә-бер арта. Калифорнияла, Испа­ния­ла, Японияла һәм Италияның көньяғында оҙаҡ йәшәүселәрҙең көн режимында мотлаҡ көндөҙгө йоҡо ҡаралған. Бындай ял нервыларҙы тынысландырып, үҙеңде формаға килтерергә ярҙам итә.

7. Йәшелсәне күп ашарға
Японияла Окинава утрауы йөҙйәшәрҙәре менән дан тота. Был утрау халҡының диетаһы шуның менән айырыла – һәр кеше, уртаса алғанда, көнөнә бер килограмм йәшелсә ашай.

8. Һәр нәмәгә ыңғай ҡарашта булыу
Ниндәй генә милләттән, ниндәй генә төбәктән булыуына ҡарамаҫтан, оҙаҡ йәшәүселәрҙең бер дөйөм һыҙаты бар: уларҙың барыһы ла оптимист. Тормоштан мәғәнә таба һәм һәр ваҡиғаға ла мөмкин тиклем ыңғай баһа бирә беләләр. Башҡаларҙан иҫ киткес ихтыяры һәм үҙ-үҙенә ышаныу көсө менән айырылып торалар.

9. …һәм ҡатын-ҡыҙ затынан булыу
Сәләмәт тормош алып барыу, дөрөҫ туҡланыу, физик әүҙемлек, ыңғай хис-тойғолар йәшәү оҙайлығына ыңғай тәьҫир итһә лә, ҡатын-ҡыҙҙың ир-атҡа ҡарағанда оҙағыраҡ йәшәүен бер кем дә инҡар итә алмай. Был бөтә донъя буйынса шулай. Әлбиттә, күп осраҡта ҡыҫҡа ғүмерле булыуында көслө зат үҙе ғәйепле: тәмәке тарта, спиртлы эсемлектәр менән мауыға, йәшелсә-емеш ашамай, сәләмәтлеген йыш хәүеф аҫтына ҡуя, табиптарға һирәк мөрәжәғәт итә.

Сығыу ваҡыты 20-07-2018, 07:00 | Ҡаранылар: 377
|
  • Кәзә һөтөнөң файҙаһы нимәлә?
  • Стрестан ҡотолоу өсөн күберәк йәшел һуған, укроп ашағыҙ
  • Таяҡтар менән йөрөүҙең файҙаһы нимәлә?
  • Дауалаусы йорт хайуандары
  • Ни өсөн көн дә алма ашарға кәрәк?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Ҡолаҡ һал!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (14.09.2018)
  • Таңым нуры инең
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Тормош үҙе йәшәргә өйрәтә
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (31.08.2018)
  • Ылау (Хикәйә)



  • Радио Юлдаш FM