НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » «Өнһөҙ һуғыш»ты оҙаҡҡа һуҙмағыҙ

«Өнһөҙ һуғыш»ты оҙаҡҡа һуҙмағыҙ


«Өнһөҙ һуғыш»ты  оҙаҡҡа һуҙмағыҙ
«Минең ун дүрт йәшлек ҡыҙым бар. Үҙем дә аңлайым – үҫмерлек осоро... Уның өсөн бер монстр һымаҡмын хәҙер: нимә генә тиһәм дә – ырылдай, әрләшә, ишетмәй йәиһә бөтөнләй ҡысҡырып илай башлай. Мәҫәлән, кисә кисен эштән ҡайтып инһәм, һауыт-һаба йыуылмаған. Ни өсөн, тиеүгә, балам: «Мин һиңә ялланмағанмын, мине ҡаҡшаттың, һиңә нимә етмәй, миңә бәйләнмәһәң йоҡлай алмайһыңмы?» – тип ҡысҡырҙы ла һүгенеп тә ҡуйҙы. Сикһеҙ аптырау­ҙан үҙем дә ҡысҡырҙым, әрләнем, телефонын көс-хәл менән тартып алып (наказание), интернетты һүндерҙем. Бөгөн өйҙә үле тынлыҡ: үсек­һә, гел шулай аҙналап һөйләшмәй йөрөй. Атаһы (уның менән айырылышҡанбыҙ, үҙ ғаиләһе бар) шылтыратҡайны, бөтәһен дә һөйләп бирҙем. Ул да борсола, йәйге каникулда үҙенә алып ҡайтырға һораны, бәлки бер ай эсендә тынысланыр, тигән ниәттән. Тәүҙә тәҡдименә риза булдым да, хәҙер ҡурҡыуға ҡалдым: ә ҡыҙыма унда оҡшап ҡуйһа, улар менән йәшәйем, тиһә? Икенсе яҡтан, уның ошо истерикалары мине лә сығырымдан сығара. Үҙемде нисек тоторға һуң? Гел генә бер бөртөк балама ҡысҡырып ултырғым килмәй, минең генә түгел, уның да психикаһы ҡаҡшайҙыр бит?”

“Күңелле” мәлдәр етеүе менән ҡотлайым һеҙҙе, ханым. Пубертат осорон төрлө бала төрлөсә үтә, был уларҙың физик һаулығына, психик тотороҡлоғона бәйле. Ата-әсәгә бер нәмәне иҫтә тотоу мөһим: был осор ваҡытлы ғына, ни тиклем ауыр булһа ла үтә. Шуның өсөн иң теләгәнем, зинһар, сабырлыҡ туплағыҙсы. Үҙегеҙҙең үҫмерлек осороғоҙҙо иҫкә төшөрөү ярҙам итмәһә, интернет селтәре кәңәштәр менән тулған бит, файҙаланығыҙ (тик селтәрҙә үҙегеҙгә генә тап килгән төплө кәңәштәрҙе ҡулланығыҙ, юғиһә ҡайһы бер “психолог-коучтарҙы” уҡып, сәс үрә тора). Ҡыҙығыҙҙы аңларға тырышығыҙ: уның физик яҡтан ғына түгел, психологик яҡтан да етлегә башлаған мәле. Тормошҡа үҙ ҡарашы булыуы ғына түгел, үҙ талабын ҡуйырға тырышҡан мәле, был донъяға ни өсөн килгәнен төшөнөргә маташҡан ауыр осоро. Кәүҙәһенә ҡараһаң – үҫеп еткән ҡыҙ, ә зиһене-аҡылы һаман да балалыҡтан сығып етмәгән, “бешекмәгән” бит әле ул! Беҙ, ололар, тап ошо мәлдә балабыҙҙың киләсәгенә юл күрһәтәбеҙ: ышанысын аҡлай алырбыҙмы, дуҫ булып ҡала белербеҙме – тик үҙебеҙҙән тора. Нимә эшләргәме? Бөтәһе лә бик ябай. Иң беренсе, беҙ түгел, ә беҙҙең балабыҙҙың пубертат осорон кисергәнен онотмайыҡ. Ул кисергәндәрҙе (йәки оҡшаш хәлдәрҙе), беҙ күптән «тоҙлап» элгәнбеҙме? Улайһа, иҫкә төшөрәйек – был араларҙы алыҫайтмаҫ, киреһенсә, баланың күңел торошон аңлар­ға ярҙам итер. Төрлө низағлашыуға, провокацияға бирешмәгеҙ – һеҙ бит тормошто күргән оло кеше, сабыр һәм тыныс булырға тырышығыҙ! Балағыҙҙың һүҙҙәре рәнйетә, үпкәләтәме? Сабыр итегеҙ. Яуап итеп тауыш ҡуптармағыҙ, исем таҡмағыҙ, ҡайышҡа йәбешмәгеҙ. Көрсөк мәлендә низағлашыуҙың ни рәүешле тамамланыуы ата-әсәнән тора. Әгәр ҙә, үҙегеҙҙе ҡулда тота алмай, балағыҙҙың бәҫен төшөрөрлөк һүҙҙәр әйтһәгеҙ – ғәфү үтенергә онотмағыҙ.
Үтә лә эмоциональ тотороҡһоҙлоҡҡа тәүләп психоактив матдәләр (спиртлы эсемлектәр, тәмәке, наркотиктар) ҡулланып ҡарау ҙа килтерә.
Иғтибар итегеҙ: ҡыҙығыҙҙың кәйефе нисегерәк һәм ҡасан үҙгәрә? Бер ҙә генә яманлыҡ юрағым килмәй, тик иғтибарығыҙҙы көсәйтеүегеҙҙе һорайым. Ни тиклем ҡыйын булһа ла, тап ошо осорҙа һәм тап ошо турала һөйләшеү бик мөһим. Атаһы менән аралашыуҙың, һис шикһеҙ, балаға бер зыяны ла юҡ, борсолмағыҙ. Яҙғанығыҙҙан күренеп тора, ул да бит балаһы өсөн борсола. Ҡыҙығыҙ үпкәләп, һөйләшмәй икән, үҙегеҙ һүҙ ҡушығыҙ, “өнһөҙ һуғышты” оҙаҡҡа һуҙмағыҙ. Уға һеҙҙең ярҙам ныҡ кәрәк – ҡыҙығыҙҙың оло тормошҡа аяҡ баҫырға ҡурҡып, бәргеләнгән сағы, аңлағыҙсы. Көрсөк мәле үткәс, уны нисек ҡәҙерләгәнегеҙҙе, ярат­ҡанығыҙҙы еткерегеҙ, уның ошо рәүешле хаттин ашыуына сикһеҙ борсолоуығыҙҙы белдерегеҙ. Тынысландырыу сараһы булып быуындан-быуынға күсеп килгән иң яҡшы күңел дауаһы – ҡосаҡлау, тупылдатып ҡына һөйөү һәм аңлау икәнен иҫтә тотайыҡсы, йәме. Матур, аҡыллы һүҙҙәр һәм иғтибарығыҙ менән ҡыҙығыҙҙың күңеленә юл табығыҙ, ул һеҙгә мәңге рәхмәтле булыр.
P.S. Тик яратыу менән ҡотортоуҙы бутамағыҙ.

Әлмира ИСХАҠОВА.

Сығыу ваҡыты 5-07-2018, 07:00 | Ҡаранылар: 227
|
  • Элекке ирегеҙҙе ғәфү итегеҙ
  • “Балаларым мине көнләшә”
  • Баланы нисек йыуатырға?
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Ҡолаҡ һал!
  • Йондоҙнамә (9-15 июль)
  • Олатай иҫтәлеге
  • Бейей-бейей оҫтарған
  • Тыңлауһыҙ ҡыҙ
  • "Йондоҙло табын" - Гөлмирә Исмәғилева
  • Ашыҡтырма, яҙмыш...
  • «Өнһөҙ һуғыш»ты оҙаҡҡа һуҙмағыҙ
  • Мәңге йәш булыу сере
  • Ғашиҡтар бер-береһен һүҙһеҙ ҙә аңлай



  • Радио Юлдаш FM