НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Ни өсөн теш ауырта?

Ни өсөн теш ауырта?


Ни өсөн теш ауырта?
Нисә көн инде тешем менән интегәм. Үҙәккә үтә инде һыҙлауы. Һурҙырыр инең, теш үҙе бөтөн дә кеүек. Дауалатыр инең, быраулауҙарынан биҙрәп торам. Теш табибына барыу – минең өсөн үҙе бер ғазап. Бала саҡтан ниндәйҙер ҡурҡыу һеңеп ҡалған, шунан ҡотола алмайым. Ул теш нилектән һыҙлай икән, берәй нисек ауыртыуын баҫып булмаймы? Ғөмүмән, теште һаҡлау буйынса кәңәштәр ҙә бирһәгеҙ, арыу булыр ине.
Гөлфара.
Илеш районы.

Теш ауырыуҙары – киң таралған сирҙәр­ҙең береһе. Уның менән теге йәки был кимәлдә кешеләрҙең 90 проценты самаһы ауырый.
Ни өсөн тештәр ауырта һуң? Күп осраҡта быға үҙебеҙ ғәйеплебеҙ: ашағандан һуң теште таҙартмайбыҙ, табиптарға йөрөмәйбеҙ, эҫе аштан һуң һалҡын һыу эсәбеҙ һ.б. Күптәр теше менән сәтләүек яра, йә булмаһа, еп өҙә, ҡаты әйберҙе тешләп һындыра. Һөҙөмтәлә эмале зыян күрә һәм кариес­ҡа килтерә. Ҡаты әйберҙәрҙе теш менән ҡыҫҡанда ҡан тамырҙары ла ҡыҫыла, ә ҡан аша туҡлыҡлы матдәләр килмәгәс, теш үлә. Тештәр ныҡ булһын, һыҙламаһын тиһәк, ошондай насар ғәҙәттәрҙән ҡотолорға кәрәк.
Туҡланыу режимының да әһәмиәте ҙур. Ул кальций сығанағы булған йәшелсә-емешкә, һөт аҙыҡтарына бай булырға тейеш. Тештәр өсөн йомортҡа һарыһында, салатта күп булған Д витамины, гөлйемештә, лимон, помидорҙа күп булған С витамины бигерәк тә файҙалы. Ваҡытында ашамау, татлы ризыҡтар менән мауығыу ашҡаҙан-эсәк тракты, бауыр эшмәкәрлегенең үҙгәреүенә, ә был үҙ сиратында тештәрҙең ауырыуына килтерә.
Тештәрҙең сәләмәтлеген һаҡлау өсөн мотлаҡ көнөнә ике тапҡыр теш пастаһы менән таҙартырға, ашағандан һуң һәр саҡ ауыҙ эсен сайҡатып алырға кәрәк.
Ҡайһы бер осраҡта теш ауырыуы баш ауыртыуына ла килтерә. Мәҫәлән, уның тамырында елһенеү усағы – гранулема булғанда. Ғәҙәттә, бындай теште дауалаһаң, баш ауыртыуы ла ҡул менән һыпырып алғандай бөтә лә ҡуя.
Йомғаҡлап шуны әйтергә кәрәк, тештәр­ҙең боҙолоуына юл ҡуймағыҙ, ваҡытында табипҡа күренеп, дауалатып тороғоҙ. Хәҙер ауырттырмай ғына, укол һалып та дауалай­ҙар бит.

Сығыу ваҡыты 1-07-2018, 07:00 | Ҡаранылар: 107
|
  • Кишер туҡлыҡлы ла, файҙалы ла
  • Теште таҙартырғамы әллә алма ашарғамы?
  • Нилектән ауыҙ кибә?
  • Теш таҙартыу дәресе
  • Үҙгәрештәр нимә һөйләй?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Ҡолаҡ һал!
  • Йондоҙнамә (9-15 июль)
  • Олатай иҫтәлеге
  • Бейей-бейей оҫтарған
  • Тыңлауһыҙ ҡыҙ
  • "Йондоҙло табын" - Гөлмирә Исмәғилева
  • Ашыҡтырма, яҙмыш...
  • «Өнһөҙ һуғыш»ты оҙаҡҡа һуҙмағыҙ
  • Мәңге йәш булыу сере
  • Ғашиҡтар бер-береһен һүҙһеҙ ҙә аңлай



  • Радио Юлдаш FM