RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Балаларығыҙ хаҡына үҙегеҙҙә ҡайғығыҙҙы еңерлек көс табығыҙ

06.06.2018 Балаларығыҙ хаҡына үҙегеҙҙә ҡайғығыҙҙы еңерлек көс табығыҙ

Балаларығыҙ хаҡына үҙегеҙҙә ҡайғығыҙҙы еңерлек көс табығыҙ
Ирем үлгәндән һуң йәшәү дәртем һүрелде... Ер һелкетеп баҫып йөрөгән ирем көтмәгәндә, ҡапыл, беҙҙе – ҡатынын, ике балаһын, сикһеҙ ҡайғыға һалып, үлде лә ҡуйҙы. Бөгөн теп-теүәл өс ай. Балалар мәктәптә, мин өйҙәмен... Ошо өс ай эсендә икенсегә ауырыйым. Дауахана тупһаһын тапайым, ҡайһы ерем ныҡлап ауырт­ҡанын да белмәйем. Ябыҡтым. Хәлем юҡ, хатта ҡайһы саҡта тын алыуы ауыр һымаҡ. Йүнләп йоҡлай алмайым. Күҙем йомолоу менән, тертләп уянам... Иремде юҡһынам, һағынам шул тиклем! Кәйефем юҡ. Гел илағым ғына килеп тора. Бер кем менән дә һөйләшкем дә, аралашҡым да, ишеткем дә, хатта күргем дә килмәй. Гел генә ятҡым килә. Хатта балалар­ға тамаҡ йүнәтергә саҡ һөйрәлеп торам. Улар, ҡайҙа ғына йөрөһәләр ҙә, минең хәлде күреп, борсолоп, гел генә шылтыратып торалар. Телефонды алмаһам, ҡоттары оса, шуға яуап бирергә тура килә. Хәлем юҡ. Былай итеп нисек йәшәргә һуң?
Зөлфирә.

Ауыр ҡайғы килгән һеҙгә, ханым. Ауыр, әммә күтәрә алырлыҡ. Ә ысынлап, нисек һуң йәшәүҙе дауам итергә ? Шикһеҙ, юғалтыуға әле бик аҙ ғына ваҡыт үткән, шуға йөрәк ярағыҙ ҡанһырап, һулҡылдап тора. Кәйеф төшөнкөлөгө, илау йәиһә, киреһенсә, ҡапыл ярһып-ҡыҙып китеү, үҙ-үҙеңә йомолоу, хәлһеҙләнеү, аппетит булмауы – ҡайғы кисереүҙең үҙенсәлектәре. Һәм, ни тиклем ҡырағай ишетелһә лә, был – яҡынын юғалтҡан кеше өсөн тәбиғи күренеш. Һәр нәмә, һәр ситуация ирегеҙҙе хәтерләтә, кейеме уның еҫен һаҡлай, бокалынан ҡулының йылыһы тойоламы?.. Әгәр ҙә һеҙгә ауыр икән, ирегеҙҙең яратып кейгән, тотонған әйберҙәрен ситкә алып тороғоҙ. Тыныс ҡына хәтергә төшөрә башлаһағыҙ, сығарып ҡуйырһығыҙ.
Күңел төшөнкөлөгө организмға ла тәьҫир итмәй ҡалмай, шуға күрә ниндәйҙер хроник сирҙәрҙең киҫкенләшеүе бар – табиптарға күренеү мөһим. Туғандарығыҙ, дуҫтарығыҙ менән аралашыу ҙа үҙгәрәсәк, быны дөрөҫ аңларға тырышығыҙ, улар ҙа бит юғалтыу кисергәндер, үҙҙәрен һеҙҙең менән нисек тоторға белмәй яфаланалыр.
Ҡайғынан сығыу, арыныу, йәғни реабилитация юлдары төрлөсә һәм улар күп. Тик һәр кем уларҙы үҙенсә кисерә. Бының менән һеҙгә ни әйткем килә һуң? Беҙ – яратҡан ирҙәрен, һөйөклө ҡатындарын ерләгәндәр – күмәкбеҙ. Үҙем дә шулар иҫәбенә ингән кеше булараҡ, һеҙҙе киҫәткем килә: был юғалтыу һалған яраны дауалау процесы тиҙ һәм еңел түгел. Көн һайын яралы кеше үҙен-үҙе күндерә, әйҙәй, һөйрәкләй, артабан йәшәүгә әйҙүкләй. Сәбәптәре күп бит: бергә башлап, эшләнеп бөтмәгән эштәр, уртаҡ маҡсаттар, бараһы-күрәһе ерҙәр һ.б. Ә иң мөһиме, һис шикһеҙ, ошо ҡайғыны бәләкәс кенә йөрәктәре менән оло кешеләрҙән дә аҡыллыраҡ кисергән балалар. “Телефонымды алмаһам, ҡоттары оса”, – тигәнһегеҙ. Ғәзиздәрегеҙҙе башҡаса улай итеп ҡурҡытмағыҙ, йәме. Күҙ алдына килтерегеҙ әле уларҙың ни кисергәнен?!
Үҙегеҙҙе үтә лә ныҡ йәлләмәгеҙ, тирә-яҡҡа күтәрелеп ҡарағыҙ, күптәр ошо ҡайғы аша үткән! Балаларығыҙҙы ҡосаҡлап, тупылдатып һөйөгөҙ, уларға тәмле ризыҡтар йүнәтегеҙ. Хәлегеҙ булмаһа ла, үҙегеҙҙе көсләп урынығыҙҙан торғоҙоғоҙ! Балаларығыҙ менән бергә ултырып ашағыҙ. Уларҙан мәктәп яңылыҡтарын һорағыҙ, тормоштары менән ҡыҙыҡһынығыҙ. Әкренләп тормош рәүешегеҙ ҙә яйға һалынасаҡ. Тик үҙегеҙҙән ныҡ ҡына тырышлыҡ талап ителә. Һеҙ бөтөнләй ҙә яңғыҙ ҡалмағанһығыҙ был донъяла, мөхәббәтегеҙ емештәре – балаҡайҙарығыҙ бар. Тап ошо ҡайғылы мәлдә уларға ла иғтибар, аңлау, ярҙам ныҡ кәрәк икәнен онотмағыҙ. Сабырлыҡ теләйем һеҙгә.

Психолог Әлмира РАМАЗАНОВА
әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…