НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Ҡышҡы еләктәр


Ҡышҡы еләктәр
Балан
Балан үҙенең дауалау үҙенсәлектәре буйынса еләктәр араһында беренсе урындарҙың береһен биләй. Емешендә шәкәр, С, Р, К витаминдары, каротин, пектиндар, органик кислоталар күп.

Дауалау маҡсатында баландың башҡа үҙенсәлектәрен дә (бәүел ҡыуҙырыу, йәбешеүсәнлек, йөрәк эшмәкәрлеген көйләү) файҙаланалар. Бигерәк тә был емеш ҡан баҫымын төшөрөү һәләте өсөн баһалана. Гипертониянан шәкәр ҡушып әсетелгән емештәрен ашарға кәңәш итәләр. Әгәр ҙә баланды ҡышҡылыҡҡа туңдырған булһағыҙ, уларҙы ла файҙала­ныр­ға мөмкин. Ярты стакан еләкте иҙеп, ике-өс ҡат марля аша һутын һөҙөп алығыҙ. Һәр иртән шуға әҙерәк шәкәр йә бал ҡушып эсегеҙ.
Түбәндә төрлө ауырыуҙан балан ҡушып әҙерләнгән шифалы эсемлектәрҙең рецебы
Балан төнәтмәһе. Бер-ике ҡалаҡ туңдырылған баланды иретеп, иҙеп, 200 мл ҡайнар һыу ҡойорға һәм 4 сәғәт төнәтергә. Ашҡаҙан сей яраһынан, энтероколиттан һәм ангинанан ярҙам итә. Дауа өсөн көнөнә 3 – 4 стакан эсергә, ә ангинанан тамаҡты сайҡатырға.
Баллы төнәтмә. 0,5 стакан балан емешенә 0,5 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 10 минут талғын утта бешерергә. Һуңынан 3 – 4 ҡалаҡ бал ҡушып бутарға һәм һөҙөп алырға. Көнөнә дүрт тапҡыр ашар алдынан ярты стакан эсергә. Гипертониянан, йөрәк сирҙәренән һәм һалҡын тейеүҙән файҙалы.
Гипертониктар өсөн шифалы эсемлек. Бер стакан баланды иләк аша үткәреп, һутын һығырға. Төштәренә ҡайнап һыуынған һыу ҡойорға һәм бер аҙ ултыртып торорға. Һуңынан һөҙөп алып һутын ҡушырға һәм бер аҙ шәкәр ҡушып эсергә мөмкин. Гипертониянан бик яҡшы сара.
Балан сәйе. Бер ҡалаҡ балан емешен 200 мл ҡайнар һыу ҡушып термоста бешерергә. Көнөнә ике тапҡыр 0,5 стакан эсергә. Был эсемлек ауырып хәлһеҙләнгән балалар өсөн айырыуса файҙалы. Уларға көнөнә өс тапҡыр 1/4 стакан эсерергә мөмкин.

Сығыу ваҡыты 1-03-2018, 08:30 | Ҡаранылар: 128
|
  • Ҡышҡы йәйғор
  • Ҡышҡы ял
  • “Өфө йүкәләре”н, “Ҡышҡы романс”ты тыңларға килегеҙ!
  • Силәбелә - Ҡышҡы Башҡорт Олимпия уйындары
  • “Ҡышҡы әкиәттәр”
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Шайтан
  • Алтын ғына ситлек эстәре...
  • Рәнйеш алмағыҙ!
  • Зәлиә ВӘЛИЕВА
  • Таяҡтар менән йөрөүҙең файҙаһы нимәлә?
  • Мәрйәм Бураҡаева олпат юбилейын билдәләй!
  • Гөлшат ЙӘРМӨХӘМӘТОВА
  • Үҙ телеңде үҙең яҡла!
  • Йондоҙнамә (16-20 апрель)
  • Атайлы булһын балалар!



  • Радио Юлдаш FM