НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Минең дауам – энәлек

Минең дауам – энәлек


Минең дауам – энәлекЭнәлек шифалы үҫемлек булараҡ күптән билдәле. Халыҡ медицинаһында уның емешен һәм сәскәләрен йөрәк ауырыуҙарынан, йоҡоһоҙлоҡтан, баш әйләнеүҙән, тын етмәүҙән файҙаланғандар. Сәскәһенең һәм емешенең төнәтмәһен йөрәк неврозынан, гипертониянан, тын етмәгәндә, башҡа ҡан ағымы көсәйгәндә һәм көслө стресс кисергәндә эсәләр.

Фәнни медицинала энәлектән әҙерләнгән препараттарҙы йөрәк тибеше үҙгәргәндә, невроздан, йөрәк сирлеләргә йоҡоһоҙлоҡтан, тын етмәүҙән һәм гипертония ауырыуының тәүге стадияһында ҡулланалар. Сәскәһенең төнәтмәһен йөрәк мускулдарын нығытыу өсөн дә иҫкәртеү сараһы булараҡ файҙаланырға мөмкин.
Миңә 72 йәш. 40 йыллап гипертония менән интегәм. Ниндәй генә дауалау ысулын ҡулланып ҡараманым, ниһайәт, иң ышаныслы берәүһендә генә туҡталырға булдым. Төнгөлөккә энәлек төнәмәһе эсәм. Һәйбәт йоҡлай башланым, ҡан баҫымы көйләнде, аритмия ла үтте. Ғөмүмән, үҙемде һау-сәләмәт тоя башланым. Бәлки, кемдәргәлер тәжрибәм ярҙам итер.
❤ Бер ҡалаҡ энәлек сәскәһенә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, ҡапҡасын ябып ике сәғәт тоторға. Һуңынан ике ҡат марля аша һөҙөп, көнөнә өс-дүрт тапҡыр ашар алдынан 1/4 стакан эсергә.
❤ Бер стакан емешенә ҡайнар һыу ҡойоп, ике сәғәт талғын утта ҡайнатмай ғына быҡтырырға һәм һөҙөп алыр­ға. Көнөнә өс-дүрт тапҡыр ашар алдынан 2 – 3 ҡалаҡ эсергә.
❤ Бер ҡалаҡ сәскәһе менән емешенә бер стакан араҡы ҡойоп, ябыҡ һауытта бер аҙна төнәтергә һәм һөҙөп алырға. Көнөнә 3 – 4 тапҡыр 20 – 25 тамсы төнәтмәне һыуға ҡушып эсергә.
❤ 15-әр тамсы энәлек емеше һәм бесәй үләненең спиртлы төнәтмәһен бергә ҡушып бутарға һәм көнөнә өс тапҡыр 30 тамсыны һыуға ҡушып эсергә.

М. ХӘЛИТОВ.
Туймазы районы.

Сығыу ваҡыты 12-02-2018, 07:00 | Ҡаранылар: 128
|
  • Әстерхан сәтләүеге бүлкәһенән шифалы төнәтмә
  • Баш шаулағанда
  • Халыҡ медицинаһы
  • Бал менән дауалау
  • Циститтан ярҙам итә
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Балалар менән эшләүе оҡшай”
  • Башҡорт википедияһы йәштәрҙе көтә!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.04.2018)
  • Ҡарғыш алма, алғыш ал!
  • Көнбағышлы пакет
  • Ҡурайсы, актер, йырсы, етәксе
  • Гимндар төрлө була…
  • Ураҙа айы мөбәрәк булһын!
  • Ишекте бикләгәндәр...
  • Ремонт эшләүселәргә кәңәштәр



  • Радио Юлдаш FM