RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Балағыҙҙы артыҡ ҡурсаламағыҙ

23.01.2018 Балағыҙҙы артыҡ ҡурсаламағыҙ

Балағыҙҙы артыҡ ҡурсаламағыҙ
Яратҡан гәзитем аша психолог­ҡа һорау биреү мөмкинлеге менән файҙаланырға булдым. Хәл шундай: улымды үҙем генә тәрбиәләйем. Ҡатыным беҙҙе ташлап китте, башҡа өйләнмәнем. Әле улыма 16 йәш. Һуңғы осор­ҙа ул үҙен сәйер тота башланы. Төн уртаһына тиклем урамда йөрөй, ҡыҙҙар менән осраша. Минән аҡса һорай, ә нимәгә тотонғанын әйтмәй. Ул былай тәрбиәле, аҡыллы егет, яҡшы уҡый, институтҡа инергә теләге бар. Насар компанияға эләгеп, төҙәтеп булмаҫлыҡ хәлгә юлыҡмаһын, яҙмышын боҙоп ҡуймаһын, тип борсолам. Уға нисек ярҙам итергә?
Самат, 39 йәш.

Әлеге мәлдә үҫмер улығыҙ үҫешендә мөһим осор кисерә. Уға үҙ тиңдәштәре менән аралашыу бик мөһим. Бында бер ниндәй ҙә сәйер һәм ҡурҡыныс нәмә юҡ. Был – тәбиғи процесс. Уның яңы дуҫтары һәм ҡыҙыҡһыныуҙары барлыҡҡа килеүе мөмкин. Борсолоуҙарығыҙҙы аңларға мөмкин, ләкин хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: был уның тормошо, ул яйлап ҡына үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫа. Башҡалар менән аралашып, тормош тәжрибәһе туплай. Әгәр ҙә инде улығыҙ өсөн ҡарар­ҙар ҡабул итһәгеҙ, һәр саҡ тыйып йәки ҡурсалап торһағыҙ, ул бер нәмәгә лә өйрәнмәйәсәк. Ғүмере буйына үҙ аллы була алмаясаҡ. Уның яңылышҡанын белһәгеҙ ҙә, хаталанырға мөмкинлек бирергә кәрәк. Әгәр инде һаман да тормошона ҡыҫылып, тыйып торһағыҙ, балағыҙҙың ышанысын, һөйөүен юғалтыуығыҙ бар.
Һеҙҙең бурыс – улығыҙға яҡшы атай булыу. Уға дуҫ, ярҙамсы һәм кәрәк саҡта терәк булырға өйрәнергә кәрәк. Улығыҙ менән ышаныслы мөнәсәбәт ҡороғоҙ. Шул саҡта ул үҙенең уй-фекерҙәрен һеҙгә еткерәсәк. Эштәре, дуҫтары хаҡында һәр саҡ хәбәр­ҙар буласаҡһығыҙ. Әгәр ҙә улығыҙҙың яңылыш­ҡанын һиҙһәгеҙ, йомшаҡ ҡына йоғонто яһай аласаҡһығыҙ.

Земфира ҒӘЙФУЛЛИНА,
психолог.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…