НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Баланы нисек ауырытмаҫҡа?

Баланы нисек ауырытмаҫҡа?


Баланы нисек ауырытмаҫҡа?
Мәктәпкәсә йәштәге балалар һалҡын алдырып йыш ауырый. Тымау, йүтәл, юғары температура кескәйҙәрҙең әле нығынып та бөтмәгән организмын хәлһеҙләндерә, ата-әсәһен борсолорға мәжбүр итә. Баланы бындай ауырыуҙан нисек һаҡларға һуң?

Иң беренсе сиратта, ауырыуҙың сәбәбе һалҡын түгел, ә инфекция булыуын онотмаҫҡа кәрәк. Йәғни вирустар һәм бактериялар. Баланы улар менән осраштырмай ғына үҫтереү мөмкин түгел. Ҡайһы бер осраҡта балалар баҡсаһына йөрөүсе бала мәктәпкә барғансы 50-нән алып 100-гә тиклем инфекция үткәрә. Бының ыңғай яғы ла бар: унда был сирҙәргә ҡарата иммунитет барлыҡҡа килә. Балалар баҡсаһына йөрөмәгән кескәйҙәр иһә тиҫтерҙәренә ҡарағанда яҡынса 13 процентҡа әҙерәк ауырый. Әммә мәктәпкә барғас, киреһенсә, улар күберәк ауырый башлай. Ә кескәй саҡта ауырыған балалар башҡаларға ҡарағанда яҡшыраҡ уҡый, сөнки, йыш сирләмәгәс, дәрестәрҙе әҙерәк ҡалдыралар. Бынан тыш, балалар баҡсаһында улар коллективҡа, режимға һәм тәртипкә өйрәнеп килә.
Респиратор ауырыуҙарҙы кескәйҙәр, ғәҙәттә, еңелерәк үткәрә. Әммә юғары температура биреүсе көслө киҫкен вируслы инфекциялар ҙа була. Бында вакцина эшләтеү ярҙам итер ине, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп кенә ата-әсә унан баш тарта. Шул рәүешле улар үҙҙәренең балаһын киҙеү вирусы менән зарарланыу хәүефе аҫтына ҡуя.

Сынығыу – ауырыуҙан һаҡланыуҙың иң яҡшы сараһы

Балалары йыш ауырыған ата-әсәләр улар­ҙың һаулығын нисек нығытырға тип баш вата. Берҙән-бер дөрөҫ ысул – баланы сыныҡтырыу. Әлбиттә, тымауҙан ҡотолоп булмаясаҡ, әммә сыныҡҡан балала ул еңел һәм эҙһеҙ үтәсәк. Сөнки сыныҡтырыу танау тамыр­ҙары тонусын яйға һала, һөҙөмтәлә вирусҡа уның лайлалы ҡатламына эләгеү ауырлаша.

Нимәнән башларға?
Иң ябайы – кәрәкле микроклимат булдырыуҙан башлау. Бүлмәләге температура көндөҙ – 20, ә төндә 12 – 14 градустан артмаҫҡа тейеш. Яңы тыуған сабыйҙар өсөн был һандарҙы икәүгә күтәрергә мөмкин, йәғни 22 һәм 14 – 16. Бүлмәлә һәр саҡ саф һауа булһын. Әйткәндәй, уны мотлаҡ бала булған ваҡытта елләтергә кәрәк.
Бөгөнгө балалар саф һауала әүҙем хәрәкәт итеүҙән мәхрүм. Балалар баҡсаһында ла күберәк улар бина эсендә була, ә ял көндәрендә урамда бергәләп йүгереп уйнау, ҡышҡыһын санала шыуыу, ҡарҙа аунап, төрлө фигура әүәләү бөтөнләй онотолоп бара. Күп ваҡытын улар өйҙә компьютерға текәлеп үткәрә. Тимәк, балалар гел генә тиерлек бер үк микроклиматта, бер үк температурала була, тигән һүҙ. Бында ниндәй сынығыу тураһында һүҙ булһын! Шунлыҡтан һалҡын көндә бала кейенмәйенсә бер нисә секундҡа соланға йә тышҡа йүгереп сыға икән, ҡурҡмағыҙ. Унан ғына балаға һалҡын теймәйәсәк, киреһенсә, бик яҡшы сынығыу сараһы ул: ҡан тамырҙарын һәм иммунитетты нығыта.
Бала менән урамға сыҡҡанда уны үҙегеҙгә ҡарағанда еңелерәк кейендерегеҙ. Бала­ларҙың матдәләр алмашыныуы көслөрәк, шуға күрә хәрәкәт иткәндә уларға эҫе, тирләүҙәре ихтимал.
Сыныҡтырыу процедураларына килгәндә, һалҡын һыу менән ҡойондороуҙы файҙаланырға мөмкин. Тәүҙә 30 градуслы һыу менән ҡойондороуҙан башларға һәм аҙна дауамында уның температураһын 18 – 20 градусҡа тиклем төшөрөргә һәм шулай дауам итергә.
Әгәр ҙә бала ауырып китеп, температураһы күтәрелә икән, һалҡын һыу менән ҡойондороуҙы туҡтатып торорға. Ә инде хәле арыулан­ғас та яңынан дауам итергә. Ауырыу оҙағыраҡ һуҙылғанда, сыныҡтырыуҙы йүнәлгәндән һуң 5 – 7 көн үткәс кенә башларға кәңәш ителә. Һыуҙың температураһын да 2 – 3 градусҡа күтәрергә. Хроник сирле балаларға (мәҫәлән, аллергия) сыныҡтырыу сәләмәт балаларға ҡарағанда ла кәрәгерәк. Ул иртәнге теш йыуыу һәм йыуыныу кеүек үк ғәҙәткә инергә тейеш.

ОРВИ-ҙы дауалау

Бала ауырып киткәс тә антибиотик бирергә ашыҡмағыҙ. Был пушканан турғайҙарға атыу­ға тиң. Еңел респиратор ауырыу менән сирләүсе бала ялҡынһыныуға ҡаршы препараттарға мохтаж түгел. Әгәр ҙә температураһы 38,5 градустан түбән икән, әлегә уны төшөрөүсе дарыуҙар ҙа кәрәкмәй. Организм үҙе көрәшергә тейеш, юғиһә уның инфекциялар­ға ҡаршы тороу көсө булмаясаҡ.
Йүтәлде лә баҫырға ашыҡмағыҙ, был механизм тын алыу юлдарынан ҡаҡырыҡты сығарыу өсөн эшләй башлай. Бында ҡаҡырыҡты йомшартыусы һәм уны бүлеп сығарыуҙы еңеләйтеүсе препараттарҙың файҙаһы күберәк тейер.
Тымауҙан танауға дарыуханала һатылған тамсыларҙы туҡтауһыҙ тамыҙырға ярамай, файҙаһынан зыяны күберәк булыуы ихтимал. Тәүҙә уны тоҙло һыу менән сайҡатырға кәрәк. Бының өсөн ярты стакан йылымыс һыуға бысаҡ осонда әҙ генә тоҙ һалыу ҙа етә. Хәҙер дарыуханаларҙа диңгеҙ һыуы нигеҙендә етештерелгән спрей – Аква Марис һатыла. Шуны баланың танауына бер аҙ һиптерергә була.
Дөрөҫ туҡланыуын тәьмин итеү мөһим. Уның рационы витаминдарға һәм минераль матдәләргә бай булырға тейеш. Артыҡ күп ашатырға ла ярамай. Иң яҡшыһы – ул күберәк саф һауала хәрәкәт итһен.

Сығыу ваҡыты 27-01-2018, 06:30 | Ҡаранылар: 219
|
  • Сысҡан биҙгәге – ҡурҡыныс ауырыу
  • Баланың температураһын нисек төшөрөргә?
  • Быйылғыһы айырыуса ҡурҡыныс
  • 30 йылдан ашыу балалар һаулығы һағында
  • Сәләмәтлекме, әллә математиканан “бишле”ме?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Балалар менән эшләүе оҡшай”
  • Башҡорт википедияһы йәштәрҙе көтә!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.04.2018)
  • Ҡарғыш алма, алғыш ал!
  • Көнбағышлы пакет
  • Ҡурайсы, актер, йырсы, етәксе
  • Гимндар төрлө була…
  • Ураҙа айы мөбәрәк булһын!
  • Йондоҙнамә (21-27 май)
  • Ремонт эшләүселәргә кәңәштәр



  • Радио Юлдаш FM