НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Әстерхан сәтләүеге бүлкәһенән шифалы төнәтмә

Әстерхан сәтләүеге бүлкәһенән шифалы төнәтмә


Әстерхан сәтләүеге бүлкәһенән шифалы төнәтмәСәтләүек бүлкәһенән (перегородка) әҙерләнгән халыҡ дауаһы гипертония, шәкәр диабеты, радикулит, нервы ауырыуҙары, артыҡ кәүҙә ауырлығы, колит, конъюнктивит, иммунитет ҡаҡшауы кеүек сирҙәрҙән ярҙам итә. Организмда йод етмәү мастопатия, простата биҙе аденомаһы, дөйөм хәлһеҙлек, миома һәм башҡа күп кенә етди ауырыуға килтереүе бар. Ә сәтләүек бүлкәһенән әҙерләнгән төнәтмә – уның запасын тулыландырыуҙың иң яҡшы сараһы.
Конъюнктивитты дауалау өсөн сәтләүек бүлкәһен он булғансы онтарға кәрәк. Ярты стакан онтаҡҡа 1,5 стакан һалҡын һыу ҡойоп, утҡа ҡуйырға, ҡайнап сыҡҡас, 20 минут талғын утта то­торға. Һуңынан марля аша һөҙөп алырға. Бер аҙ һыуынғас, мамыҡты шунда манып, күҙгә ябырға мөмкин.
Ҡалҡан биҙе ауы­рыу­ҙарынан
һоро төҫтәге шешәнең (0,5 л) өстән бер өлөшөн сәтләүек бүлкәһе менән тултырырға һәм тулғансы араҡы ҡойорға. 21 көн төнәтергә. Өс аҙнанан һуң һөҙөп алып, ашар­ҙан алда берәр ҡалаҡ эсергә.
Шулай уҡ һыу ҡушып та шифалы төнәтмә әҙерләргә була. Ярты стакан сәтләүек бүлкәһен кәстрүлгә һалырға һәм бер нисә стакан һыу ҡойорға. Ҡайнап сыҡҡас, бер-ике минут талғын утта тоторға. Бер аҙ һыуынғас, һөҙөп алырға. Ашарҙан алда көнөнә өс тапҡыр берәр йотом эсергә.
Шәкәр диабетын дауалау өсөн.
Ике ҡалаҡ сәтләүек бүлкәһенә өҫтө ҡапланырлыҡ итеп араҡы ҡойорға һәм ете көн төнәтергә. Был шифалы дарыуҙың алты тамсыһына ике ҡалаҡ һыу ҡушып эсергә. Дауаланыу курсы 21 көндән өс айға тиклем дауам итеүе ихтимал.
Яман шеш, мастопатия һәм аналыҡ ятҡылығындағы фибромиоманы дауалау өсөн.
20 – 25 сәтләүектең бүлкәһен быяла һауытҡа һалып, 100 мл 70 процентлы спирт ҡойорға. Ҡап­ҡасын ябып, бер аҙнаға ҡараңғы урынға төнәтергә ҡуйырға. Дауа­ланыуҙың тәүге көндәрендә 15 тамсы ошо шифалы эсемлекте 30 мл йылымыс һыуға ҡушып, көнөнә өсәр тапҡыр эсергә. Мотлаҡ һыу өҫтәргә онотмағыҙ. Әкренләп 15 тамсынан 20 тамсыға күсергә. Дауаланыу оҙайлығы – 60 көн. Һуңынан ун көн ял итеп алырға һәм яңынан ҡабатларға.
Бындай төнәтмәне даими ҡулланыу бик яҡшы һөҙөмтә бирә: нервы тыныслана, йоҡо көйләнә, иммунитет, матдәләр алмашыныуы яҡшыра, артыҡ кәүҙә ауырлығы юғала.
Әммә сәтләүек бүлкәһенән әҙерләнгән төнәтмәне ҡулланыу тыйыл­ған осраҡтар ҙа бар. Уны экзема, псориаз, нейродермит кеүек сирҙәр менән ауырыусы кешеләргә эсергә ярамай.

Сығыу ваҡыты 25-01-2018, 07:00 | Ҡаранылар: 267
|
  • Бронхиттан мандарин ярҙам итә
  • Баш шаулағанда
  • Бал менән дауалау
  • Ҡарағай
  • Циститтан ярҙам итә
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Ҡолаҡ һал!
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Монафиҡ (Хикәйә)
  • Тыуған ауылына рәхмәтле йырсы
  • Оҙаҡ йәшәүҙең туғыҙ сере
  • Үткәндәргә илаулап, бөгөнгөһөн юғалта күрмәгеҙ
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.08.2018)
  • Вниманию зарегестрированнх кандидатов, избирательных объединений, на выборах депутатов Государственного Собрания – Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
  • "Йондоҙло табын" - Гөлмирә Исмәғилева
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.07.2018)



  • Радио Юлдаш FM