НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Тирене нисек һаҡларға?

Тирене нисек һаҡларға?


Тирене нисек һаҡларға?
Миңә 52 йәш. Кәүҙә һомғоллоғон күнегеүҙәр ярҙамында һаҡлап киләм. Әммә биттең тиреһенә ҡарағанда, йәшемде йәшереп булмай. Нисек итеп тиренең ҡартайыуын тотҡарларға? Кәңәштәрегеҙҙе ихлас ҡабул итер инем.
Сәриә.
Салауат ҡалаһы.

Тиренең матурлығын һаҡлау өсөн туҡландырыусы битлектәр, кремдар, майҙар була. Әммә уны тыштан ғына түгел, эстән дә туҡландырыу мөһим. Диетологтар туҡланыу рационын ҡартайыуға тотҡарлыҡ яһаусы аҙыҡ-түлек менән байытырға кәңәш итә.
Еләк. Ниндәй генә еләк булмаһын, ер еләге, ҡара көртмәле, ҡарағат, ҡурай еләге, баҡса еләге, ҡыҙыл көртмәле – барыһы ла организмға коллаген кимәлен нормала тотоп, ирекле радикалдарға ҡаршы көрәшергә булышлыҡ итә.
Кишер. Ул – организмда А витаминына әүерелеүсе бета-каротин сығанағы. Билдәле булыуынса, А витамины – бик көслө антиоксидант.
Йәшел сәй. Был эсемлек полифенолға һәм антиоксиданттарға бай, шулай уҡ ялҡынһыныуға ҡаршы тороу көсөнә эйә.
Миндаль. Е витаминына бай.
Фундук. Был сәтләүектә тиренең һығылмалылығын көсәйтеүсе селен күп. Ул шулай уҡ организмға ирекле радикалдарҙы нейтралләштереүсе глутатион кислотаһын етештереү өсөн дә кәрәк. Бынан тыш, селен тырнаҡ һәм сәс торошон яҡшырта. Сәтләүектә тиренең ҡоролоғо менән көрәшеүсе файҙалы майлы кислоталар ҙа бар.
Гранат. Унда нәҙек ҡан тамырҙарын нығытыусы, тирегә туҡлыҡлы матдәләр таратыусы антоцианин бар. Даими рәүештә гранат һуты эсеү ҡан тамырҙарының варикоз киңәйеүенән һаҡлай.
Кефир, йогурт. Әсе һөт продукттары аш эшкәртеү системаһын көйләй, организмды А витамины менән байыта.
Диңгеҙ балығы. Тире ҡартаймаһын өсөн уға майлы кислоталар кәрәк. Улар майлы диңгеҙ балығында күп.
Авокадо. Тирене йомшартыуға һәм шымартыуға булышлыҡ итеүсе В витаминына һәм эфир майҙарына бай.
Манго. А витамины күп булыу сәбәпле, тиренең күҙәнәктәрен тергеҙеүгә ярҙам итә. Бынан тыш, мангола калория бик әҙ.
Брынза. Башҡа йомшаҡ сырҙарҙағы кеүек, унда кальций һәм селен күп.
Һыу. Тирене етерлек кимәлдә еүешләндереү өсөн көнөнә 8 стакан һыу эсергә кәрәк.

Диетологтар тәҡдим иткән ошо ризыҡтар­ҙы үҙегеҙҙең көндәлек туҡланыу рационына индерергә тырышығыҙ. Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәҫ.

Сығыу ваҡыты 7-12-2017, 07:00 | Ҡаранылар: 164
|
  • Кишер туҡлыҡлы ла, файҙалы ла
  • Ҡан баҫымы юғары булғанда файҙалы ризыҡтар
  • Ҡара көртмәле (черника)
  • Цистит – ҡатын-ҡыҙҙар ауырыуы
  • Ни өсөн көн дә алма ашарға кәрәк?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM