НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Йүтәлдән нисек ҡотолорға?

Йүтәлдән нисек ҡотолорға?


Йүтәлдән нисек ҡотолорға?
- 2 ҡалаҡ иҙелгән һарымһаҡты 100 грамм аҡ майға ҡушып болғатығыҙ. Ошо май менән төнгөлөккә аяҡ табандарын майлағыҙ, ойоҡбаш кейегеҙ. Был дауа тиҙ арала ярҙам итә.

- Бер тигеҙ өлөштә ҡырғыстан үткәрелгән һуған, алма һәм бал алып, бергә бутағыҙ. Көнөнә 3 тапҡыр 1-әр ҡалаҡ ҡабул итегеҙ. Алма ҡабығын эҫе һыуҙа төнәтеп, эсегеҙ.

- Ярты ҡалаҡ алоэ һутын ярты ҡалаҡ бал менән буташтырып, ошо ҡатнашманы бер нисә минут ауыҙҙа тоторға, һуңынан йоторға.

- 1 стакан күләмендә кәбеҫтә алығыҙ, уға биш стакан һыу ҡойоғоҙ һәм 30 минут ҡайнап ултырған һыуҙа тотоғоҙ. Артабан һөҙөп, баштағы күләмгә етһен өсөн һыу өҫтәргә кәрәк. Килеп сыҡҡан төнәтмәгә 200 грамм бал өҫтәгеҙ. Йылы көйөнсә көнөнә 3 – 5 тапҡыр яртышар стаканлап эсегеҙ. Был дауаны ҡаҡырыҡты шыйығайтып, уның сығыуын еңеләйтеү өсөн ҡулла­нырға була.

- Йүтәл ныҡ йонсотҡанда, ошондай дауаны ҡулланып ҡарағыҙ: 1 стакан һөттө ҡайнатып сығарғас та уттан алығыҙ һәм 1 ҡалаҡ аҡ май, 1 ҡалаҡ бал, бысаҡ осонда сода, 1 сей йомортҡа һарыһы, иң һуңынан 2 – 3 тамсы 5 процентлы йод өҫтәгеҙ. Көнөнә 3 тапҡыр йылы көйөнсә яртышар стакан эсегеҙ. Һыуытҡыста һаҡлағыҙ.

Әлфиә ТЕЛӘҮШИНА.

Сығыу ваҡыты 8-10-2017, 15:52 | Ҡаранылар: 287
|
  • Бал менән дауалау
  • Тамаҡ ауыртҡанда
  • Ҡышҡы һыуыҡта ауырыуҙан нисек һаҡланырға?
  • Халыҡ дауаһы
  • Телеңде йоторлоҡ
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Имен хеҙмәт итеп ҡайт, Илгиз!
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!



  • Радио Юлдаш FM